Киндерлегә хәүеф янай01.10.2014
Киндерлегә хәүеф янай
Республикабыҙ мәмерйәләргә бай. Әммә, үкенескә ҡаршы, уларҙың күбеһе үҙенең билдәле булыуҙары арҡаһында зыян күрә лә инде. Ошондай уҡ проблема бөтә Уралға танылған Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге Киндерле мәмерйәһен дә урап үтмәне.


Ғафури районындағы был тәбиғәт ҡомарт­­­ҡы­һын өй­рәнеү тарихы уҙған быуаттың 70-се йылдарына барып тоташа. Заманында мәмерйәнең боҙ­ло­ғон­да бер һунарсы ит һаҡлар була һәм ошо урынды спелеологтарға күрһәтеп бирә. Был хаҡта урын­дағы гәзиттә яҙылып сыға.
Артабанғы хәлдәр һунар­сы өсөн дә, мәмерйә өсөн дә бик яҡшынан булмай. Мәмерйә төпкө­лөндә аҙна­лар дауамында ер аҫты базаһы лагерҙары тора, был урынды күрергә теләгән туристар төркөмө күбәйә.
Киндерлегә хәүеф янайЭкологик мәҙәнилектең түбән булыуы һәм кеше­лектең тирә-яҡ мө­хит­кә ҡа­рата кире йоғонтоһо Кин­дерле мәмерйәһен аяныслы хәлгә килтерә. Зал­дарҙа көслө аммиак еҫе торһа, таштарҙа сүп-сар күбәйә, ә стена­ларҙа үңәҙҙәр бар­лыҡҡа килә. Ахыр сиктә мәмерйә эсендә кешеләр һәләк булған бәхетһеҙ осраҡ­тарҙан һуң Баш­ҡорт­остан Республикаһы Хөкү­мә­те ҡарары менән мәмерйәгә инеү тыйыла.
Был ваҡиғаларҙан һуң байтаҡ ва­ҡыт үткәс, Еҙем йылғаһы буйында “Киндерле-2014” тип исем­лән­гән дүр­тенсе экологик лагерь ойошторолдо. Мә­мерйәне тәртип­кә килте­реү сара­ның төп маҡсаты итеп бил­дәләнде. Ошо ваҡыт эсендә ер аҫты галереяларынан күп сүп-сар сыға­рылды, эргә-тирәһен йы­йыш­тырыу буйынса ла арыу уҡ эш башҡарылды.
Сираттағы экологик акцияла яҡ­таш­тарым – йәш туристар стан­цияһы әүҙем­селәре һәм тәр­биә­лә­неү­селәре лә ҡатнашты. Ишем­бай ҡалаһында йәшә­гән ирек­мән һәм турист Артур Мир­ғәлә­үетдинов үҙе­нең алған тәьҫо­раттары менән бүлеште. Уға заман­даш­тарыбыҙ тарафынан ҡая­ларға ҡал­дырылған яҙыу­ҙарҙы юйыу эшен баш­ҡарырға тура килә. “Эле­герәк Киндерлелә ма­тур ста­лактиттарға һәм сталаг­миттар­ға һоҡланырға мөм­кин булһа, хәҙер унда туристар ҡал­дырған сүп-сар ме­нән туҡ­ланған сыс­ҡан­дарҙы кү­рер­гә мөмкин. Был тәбиғәт ҡомартҡыһы яҡлауға һәм ҡурса­лауға мохтаж”, – тип белдерҙе Артур.


Вернуться назад