Ҡайындарҙы ҡурсалайыҡ01.10.2014
Ҡайындарҙы ҡурсалайыҡ
Урмандарыбыҙ бай, үҙенсәлекле. Беҙҙең бурысыбыҙ – ошо байлыҡты киләсәк быуынға еткереү, йәғни һаҡлап ҡалыу. Юғиһә ағастар, ҡыуаҡтар, шифалы үлән­дәр, ҡоштар һәм йәнлектәрҙе беҙҙең бала­ларыбыҙ һүрәттән генә ҡарап ултырыр.


Йыһан ҡеүәтен күпләп йыйып, уны тирә-яҡҡа таратып ул­тырған ағастар “донорҙар” тип ата­ла. Тап шун­дай­ҙар­ҙың береһе бул­ған ҡайын тура­һында һүҙ.
Ҡайын – бик үҙен­сәлекле ағас. Бейеклеге 20 метрға етә. Дауалау өсөн бөрөләре һәм япраҡ­тары ҡулланыла. Улар составында фитонцид­тар, микроэлементтар, витаминдар, шәкәр һәм башҡа биологик актив матдәләр бар. Ҡайын дауаһы бик көслө, һәр кемгә килешмәй. Шуға ла дауаланыу курсын табип күҙәтеүендә, уның күрһәтмәләренә ярашлы үтеү мотлаҡ.
Әйтеүемсә, ҡайын донор ағастар рәтенә инә. Әммә ул ҡеүәтен һәр кемгә лә бирмәй. Нисектер үҙ күргән кешеһенең генә күңел тойғоһон һиҙә. Юҡҡа ғына боронғолар: “Ҡа­йынды яратҡандар уның янында һәр саҡ һау-сәләмәт булыр”, – тип әйтеп ҡалдырмаған.
Тирә-яҡ мөхиттең, йәшәгән еребеҙҙең йылдан-йыл нығыраҡ бысрана барыуын, урман­дарҙа рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡылыуын, уларға ҡара­та кеше­ләрҙең аяуһыҙ, һаҡһыҙ мөнәсә­бәтен күҙәтергә була.
Шулай бер мәл Ирәндек буйына юл төштө. Унда ун ҡайынды ҡырҡып һалып киткәндәр. Ә Баймаҡ – Ҡуянтау юлында был ағастарҙы тәрбиәләп кенә үҫтерәләр. Баймаҡ – Сибай юлында үҫеп ултырған ҡайындарға иһә иғтибар етешмәй.
Кешеләргә үҙ ҡеүәтен, көсөн бүләк иткән ҡайын­дарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, тәрбиәләйек. Ә улар, үҙ сиратында, беҙгә рәхмәт әйтер!


Вернуться назад