Билдәле булыуынса, беҙҙең яҡ — Башҡортостаныбыҙҙың иң гүзәл төбәктәренең береһе. Мине иң һоҡландырған тәбиғәт ҡомартҡыһы — Ирәмәл. Был изге тауға ике тапҡыр күтәрелеү бәхете тейҙе.
Ирәмәл тауы — Көньяҡ Уралдың иң матур ерҙәренең береһе. Унда күтәрелеү онотолмаҫлыҡ кисерештәр, хистәр тыуҙыра. Бындай тойғоларҙы тау түбәһендә генә тойомлап була.
Ҡуйы урман һулышы, ҡояш нурҙарының шишмә тулҡындарында уйнауы... Зәңгәр күккә олғашҡан тау түбәләре!.. Был хозурлыҡты һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел, уны күрергә кәрәк. Донъя барлыҡҡа килгәндә, Урал тауҙары иң бейектәренең береһе булған, тиҙәр. Шул түбәләрҙең иң серлеһе, иң мөғжизәлеһе — Ирәмәл, кеше күңеленә ут төрткәндәй, дәртләндереп, үҙенә саҡырып тора. Тауҙың ҡаялары, таштары рәссам ҡулдары менән биҙәлгән тиерһең! Хәйер, тәбиғәттән дә маһирыраҡ, оҫтараҡ рәссам бармы һуң донъяла?! Бик тә йәмле лә, серле лә күренеш булараҡ, Ирәмәлдең күккә үрелгән осонан аҫҡа табан курумниктар төшкән. Уларҙы таш йылға тип тә йөрөтәләр. Шул таштарға ҡолаҡ һалһаң, шишмә тауышы ишетелгәндәй була, араларында төрлө төҫтәге сәскәләр үҫеп ултыра. Тағы ла Ирәмәл таш ҡаҙандары менән аптырашта ҡалдыра. Ҡаҙандарҙың киңлеге ике-өс метрға етә. Ямғырҙан һуң улар һыу менән тула. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр Ирәмәл түбәһендә күлдәр бар тип иҫәпләй. “Ундағы” һыу бик таҙа һәм тәмле була.
Ирәмәлдең тәбиғәте лә үҙенсәлекле. Һауа торошо тиҙ алмашына. Бында ҡойма ямғырҙар ҙа, әсе бурандар ҙа була. Ҡуйы томандар уратып алһа, тау түбәләре айырыуса серле күренә. Үҫемлектәр донъяһы ла бай, үҙенсәлекле. Битләүҙәрҙә Альп тауҙарында ғына үҫкән сәскәләр осрай, тундраға хас кәрлә ағастар күп. Әйтерһең дә, ерҙәр илсе итеп үҙҙәренең вәкилдәрен ебәргән. Ваҡыт арауығы ла ҡыҙыҡлы. Умырзая Ирәмәлдә июнь аҙаҡтарында ғына сәскә ата. Тимәк, бында килеп тағы лa яҙҙы ҡаршыларға була.
Ирәмәлде изге тау тип тә йөрөтәләр, сөнки уға артылған кеше үҙендә көс-ғәйрәт артыуын тоя. Тауға үрләп теләгәнең һәр ваҡыт ҡабул була, тиҙәр. Тик ул һәр кемде лә үҙенә индермәй, изге ниәт менән килгән кешеләрҙе генә ҡабул итә, үҙенең көс-ғәйрәтен бирә.
Ирәмәл тауы тураһында легендалар ҙа бар. Борон унда “чуди” тигән халыҡ йәшәгән, тиҙәр. Улар, серен сит кешеләргә асмаҫ өсөн, ер аҫтына төшөп юғала. Мин уларҙы бик аҡыллы, алдан күрә белгән кешеләр булған тип уйлайым, сөнки бик боронғо замандарҙа уҡ үҙ ерен һаҡлау булған ниәттәре. Уның именлеге өсөн ғүмерҙәрен дә аямағандар. Хәҙерге заманда шундай кешеләр күберәк булһын ине, сөнки тәбиғәтебеҙ бөгөн һаҡлауға, яҡлауға бигерәк тә мохтаж.
Бөтә нәмәнең ҡиммәте аҡса менән иҫәпләнгән заманда, тәбиғәткә ҙур хәүеф янай. Уны тик табыш алыу сығанағы тип ҡарағандар күбәйҙе. Хатта Ирәмәлдә, изге тауҙа, машина ярышы өсөн юл һалырға теләгәндәр ҙә табылды. Туристарҙың күбәйеүе лә хәүеф тыуҙыра. Был осраҡта маршруттарҙың бик уйлап, тауҙың бөтә үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлөүе мотлаҡ. Бөтәһе өсөн ҡағиҙәләр, оҙатып йөрөү өсөн белгестәр әҙерләргә кәрәк.
Тауҙың атамаһы “ир” һәм “әмәл” һүҙҙәренән килеп сыҡҡан, тиҙәр. Йәғни ниндәй ҙә булһа ауыр хәлдән сығыуҙың әмәлен, яйын тапҡан ир-егет. Мин шундай ир-егеттәрҙең береһе булырға теләйем. Ирәмәлемде, тыуған төйәгемде һаҡлауға, яҡлауға ғүмерем йәл түгел.