Эстон мәҙәниәтендә башҡорт феномены01.10.2014
Ниндәй ҙә булһа әҫәрҙе баҫтырыу өсөн, иң элек уны ижад итергә кәрәк. 1986 йылда Эстонияға Башҡорт­ос­тан­дан күсеп килгән Флүзә Хәйрул­ли­на тап ошондай идея менән яна. Ҡа­зан университетының журналис­тика факультетын тамамлаған Флү­зәгә Эстонияла һөнәре буйынса эш­­ләр­гә тура килмәй. Әммә һуңыраҡ мәҡәләләре донъя күрә башлай. Уларҙың барыһы ла Салауат Юлаев, башҡорт мәҙәниәте менән бәйле.
1999 йылда Таллиннда “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни йәмғиәте ойошторола. Флүзә Хәйруллина уның етәк­сеһе итеп тәғәйенләнә. Шул осорҙан алып буласаҡ китап өҫтөндә әүҙем эш башлана. Башҡортостан журналис­тары, яҙыусылары, режиссерҙары менән осрашыуҙар ошо ынтылышты көсәйтә генә. Флүзә коллегалары өсөн ҡунаҡсыл хужабикәгә лә, гидҡа ла әүерелә. Йылдар үтеү менән эстон телен ныҡлы өйрәнә, хатта уны уҡы­тыу хоҡуғын ала. Әлеге китаптың йөкмәткеһенә был ыңғай йоғонто яһай.
Эстония менән Башҡортостанды ике быуаттан ашыу ваҡыт элек уртаҡ тарих берләштерә. Ике төбәк тә 1917 йылға тиклем Рәсәй империяһына, 1940 йылдан СССР составына инә. Барыһы ла 1775 йылдың ноябрендә Балтик портына (әле — Палдиски ҡалаһы) Салауат Юлаевтың һөргөнгә ебәрелеүенән башлана.
Башҡорт халҡының данлыҡлы улы Салауаттың тыуыуына 260 йыл ту­лыуға арналған йыйынтыҡта уның бер нисә шиғыры бар. Уларҙы эстон теленә Ли Сеппель менән Андрес Эхин тәржемә иткән. “Салауат Юла­евтың ижады” тип аталған киҫәктең тәүге битендә уның башҡорт телен­дәге “Уралым” шиғыры урын алған. Китапта башҡортса башҡа текстар юҡ. Артабан авторҙың эстон һәм урыҫ телдәрендәге шиғырҙары бирелгән. Шағир “Тыуған ил” шиғырында ла Урал темаһына әйләнеп ҡайта. Был башҡорттарҙың тыуған ере генә түгел, халыҡтың боронғо эпосында төп геройҙың исеме лә — Урал батыр. Ошо шиғырында сит ерҙәрҙә яфа сиккән егет тыуған яғын, яҡындарын һағына.

Тыуған-үҫкән илемдән
Яҙмышым йыраҡ ташлаһа,
Һеҙҙе һағынып өлгөрәм,
Төшөмдә һеҙҙе гел күрәм,
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Һөйгән һылыу Уралым.

Был өҙөктә шиғырҙың авторы тап Салауат булыуы тураһындағы һорау­ға билдәле бер яуап бар. Тикше­ре­неүселәр әйтеүенсә, яҙма дәлилдәр юҡ, әммә батырҙың 500-гә яҡын шиғыры халыҡ хәтерендә һаҡланып, беҙҙең көндәргәсә еткерелгән. 1929 йылда баҫылып сыҡҡан “Салауат Юлаев” романының авторы Степан Злобин үҙ әҫәренә милли батыры­быҙ­ҙың тотҡонлоҡ темаһы яҡтыртылған шиғырҙарын индергән. (Роман 1965 йылда Эдуард Нукка тәржемәһендә эстон телендә лә баҫылған). Степан Злобиндың фекеренсә, Салауат уларҙың ҡайһы берҙәрен тәфтиш эше барышында, уны Мәскәүҙән Башҡорт­останға ҡайтарған осорҙа, ижад иткән.
Салауат Юлаевты әҙәбиәт белгес­тәре шағир-импровизатор тип билдә­ләй. Ул ҡурайҙа ла оҫта уйнаған. Йәш яугир Пугачев ғәскәрен ҡурайҙа уй­нап, үҙе сығарған йырҙарҙы башҡа­рып яуға өндәгән. Сығышынан һуң Салауат шиғырҙары яҙылған ҡағыҙ­ҙар ҡалдырыуы хаҡында риүәйәттәр ҙә бар. Халыҡ уларҙы хәтерендә ҡалдырған, үҙе лә батыр хаҡында әҫәрҙәр сығарған.
Салауат тураһында мәғлүмәт йы­йыу ХIХ быуатта башлана. Емельян Пугачев етәкселегендәге ихтилал хаҡындағы материалдарҙы өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған А.С. Пушкин да был эшкә тос өлөш индерә. Салауат­тың исеме “Пугачев тарихы”нда лайыҡлы урын биләй. Әлбиттә, был хеҙмәттә батырҙың шиғри һәләте телгә алынмай. Пушкиндың сәсәндәр менән осрашыуы, хатта “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосының бер вариантын яҙып алыуы хаҡында мәғлүмәт бар. Уның замандашы, де­каб­ри­ст-шағир, башҡорт телен яҡшы белгән П.М. Кудряшев “Салауат хаҡында йыр”ҙы урыҫ теленә беренсе булып тәржемә итә. 1930 йылдың тәүге яртыһында Ырымбурға һөргөнгә эләккән композитор Л.А. Алябьев ошо шиғырға музыка яҙа. Был мәғлүмәтте Ырымбур тарихсыһы И. Казанцев хәбәр итә.
ХХ быуат башында яҙма барлыҡҡа килгәндән һуң, башҡорт әҙәбиәте яңы һулыш ала. Шағирҙар һәм яҙыусылар Салауат Юлаевтың тормошон һәм ижадын урап үтә алмай, әлбиттә. Был ҡыҙыҡһыныу әле лә һаҡлана.
Күптән түгел Эстонияла донъя күргән Салауат Юлаев тураһындағы китапҡа Мостай Кәримдең “Салауат” пьесаһын индереү ҙә осраҡлы түгел. 2010 йылда Таллиннда башҡорт мәҙәни йәмғиәте тырышлығы менән ошо пьеса буйынса спектакль ҡу­йыла. Был фажиғәле һәм романтик ваҡиға Салауат Юлаевтың Балтик портындағы тормошо хаҡында һөй­ләй. Төп ролдәрҙе Башҡортостандан Заһир Шәйәхмәтов (Салауат) һәм Эстонияның опера йырсыһы Виллу Валдмаа башҡара. Театрлаш­тырыл­ған тамашаның ҡуйыусы режиссеры — Флүзә Хәйруллина. Һуңыраҡ пьеса башҡортсанан эстон теленә лә тәр­жемә ителә. Был йә­һәттән Тал­линн уни­верситеты студенты, буласаҡ филолог Илнур Хәй­руллин ҙур тырыш­лыҡ һала. Де­ко­рацияларҙы рәссам Илшат Хал­и­ҡов әҙерләй.
Башҡорт үҙешмәкәр театрының репертуары был спектакль менән генә сиклән­мәй. Тәүге әҫәр — Туфан Миңнул­лин­дың “Ай булмаһа, йондоҙ бар” пьесаһы буйынса ҡуйылғаны — 2000 йылда, “Ағиҙел” йәмғиәте ойош­торолғандан һуң, донъя күрә. Унан алда ғына ошо уҡ авторҙың “Әл­дермештән Әл­мән­дәр” комедияһы сәхнәләштерелә. Спектакль бер үк ваҡытта башҡорт һәм татар телдәрендә бара. Үҙеш­мәкәр артис­тарҙың барыһы ла Башҡорт­остандан килгән. Эсто­ния­лағы азербайжан ҡурсаҡ театры етәксеһе, Азер­байжандың атҡаҙанған артисы Рәүеф Авшар консультант бурысын үтәй.
Былтыр Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы ҡуйылды. Унда 24 кеше уйнай. Тамашаның төп маҡсаты — башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын күрһәтеү. “Ағиҙел” йәмғиә­те лә ошо бурысты үтәп, йыл һайын Палдискиҙағы Салауат Юлаев һәй­кәле янында һабантуй ойоштора.
– Башҡорт йәмғиәте ағзалары өсөн театр айырым урын биләй. Бейеү һәм музыкаль ансамблдәрҙә, нигеҙҙә, йәштәр ҡатнаша. Улар сит илдәрҙәге бәйгеләрҙә, шул иҫәптән Башҡорт­останда ла беҙҙең исемдән сығыш яһай, эстон мәҙәниәтен күрһәтә, — ти Флүзә Хәйруллина. — Бер нисә йыл инде опера йырсыһы Виллу Валдмааны йылы ҡаршылайҙар. Ул Салауат Юлаев һүҙҙәренә яҙылған баш­ҡорт йырҙарын башҡара. Уның коллегаһы Аллар Ҡазанда 1812 йыл­ғы ваҡиғалар тураһындағы “Эскадрон” башҡорт халыҡ һәм “Ғә­­лиә­­баныу” татар халыҡ йырын баш­ҡарғас, тамашасылар көслө алҡышланы.
Эстонияла 114 башҡорт иҫәпләнә. Башҡортостан ерендә лә шул тиклем үк эстон бар. ХIХ быуаттың 80-се йылдарында ирекле төбәктә үҙ хужа­лығын ойоштороу өсөн тиҫтә­ләрсә эстон ғаиләһе Башҡортостанға юллана. Шул дәүерҙә республикала эстон атамаларын йөрөткән ауылдар барлыҡҡа килә, халыҡ мәҙәниәте үҫеш ала. Әммә ХХ быуаттағы тарихи һәм сәйәси ваҡиғалар йылдар буйы булдырылған ыңғай күренештәрҙе әкренләп емерә, юҡҡа сығара. Эстонияға әйләнеп ҡайтҡандарҙың береһе ҡыҙы менән бергә башҡорт мәҙәни йәмғиәтенә ағза булып инә. Башҡортостанда ул эстон тип иҫәпләнһә, Эстонияла башҡорт тиҙәр. Был да — Эстониялағы башҡорт мәҙәниәте феноменының мөһим күренеше.






Вернуться назад