“Халыҡ дошманы улына вазифа бирмәгеҙ!”01.10.2014
“Халыҡ дошманы улына вазифа бирмәгеҙ!”
Бөгөн тарих биттәре беҙгә дөрөҫлөк шаршауын бер аҙ асҡандай. Һүҙем – золом ҡорбандары тураһында. Уларҙың балаларына “халыҡ дошманы балаһы” тигән ҡара мөһөр һалынған, ғүмер буйы эҙәрлекләгәндәр. Был шанлы йылдарҙа халҡыбыҙҙың терәге булған белемле, уңған кешеләренә төрлөсә яла яғып, мөлкәтен тартып алғандар, үҙҙәрен йә атып үлтергәндәр, йә мәңгелеккә Себергә оҙатҡандар.

Ошо исемлектә Ғафури районының Һабай ауылынан ике кеше бар. Беренсеһе — олатайым Мансур Мос­тафа улы Дауытов. 1883 йылда Аҡташ ауылында тыуған. 1926 йылдан Һабай ауылында йәшәгән. Ғаиләһендә дүрт кеше, мулла, белемле, партияһыҙ.1931 йылда кулак тигән мөһөр һуғылған. Революцияға тиклем йорто, келәте, һарайы, ике-өс аты, өс-дүрт һыйыры, 10 баш ваҡ малы булған. Эшселәр яллаған.
Икенсеһе — Хисаметдин Хөснөтдин улы Бикҡолов. 1873 йылда Һабай ауылында тыуған, башҡорт, белемле, ғаиләһендә дүрт кеше, партияһыҙ. 1931 йылда, кулак булараҡ, ғаиләһе менән Белорет районының Төлмәй ҡасабаһына ебәрелгән, унан ҡасҡан. Революцияға тиклем йорто, ҡаралтылары, 10 дисәтинә ере, 16-20 баш аты, 10-15 баш һыйыры, 20 баш ваҡ малы булған. Йыл әйләнәһенә ике батрак тотҡан.
Архив материалдары буйынса, алты кеше уларға ҡар­шы ялыу яҙған: Ғарифулла Ғафаров, Иҫәнбай Ниғмә­туллин, Шәймәрҙән Яҡупов, Ғәйсәр Ҡужин, Әғлет­дин Ғәзизов, Хәмиҙулла Хәбибуллин. “Дауытов менән Бик­ҡолов Совет иленә ҡаршы агитация алып бара, мосолман динен тергеҙергә өндәй”. 1936 йылда Дауытов үҙенең мөлкәтен кире тартып алырға уйланы, “Был хәҙер һинеке түгел, беҙҙеке”, тип саҡ туҡтаттыҡ”, – тип яҙған улар.
“Дауытов динде ташламаҫҡа, мәсеттәрҙе тергеҙергә өндәй. Оҙаҡламай Германия менән Япония һуғыш башлаясаҡ, беҙҙе дин генә ҡотҡарасаҡ, әгәр мәсет асып, Ҡөрьән уҡыһаҡ, иҫән ҡалырбыҙ, тип халыҡ алдында сығыш яһаны”, – тип тә ошаҡлағандар. Олатайымдың күрәҙәселек һәләте лә көслө булған. Был һүҙҙәре уның шулай икәнлеген тағы берҙе иҫбатлай.
Олатайымды кулак Ғиниәт Иҙрисов менән бәйләнештә булғаны өсөн дә ғәйепләгәндәр. (Ғ. Иҙрисов Зәки Вәлиди менән бергә Төркиәгә китә. – Авт.) Ғәйепләнеүсе М. Дауытов үҙенең ғәйебен таный, тип яҙылған, сөнки ул: “Үлһәм үләм, динемде ташламаясаҡ­мын!” – тип ҡабатлап торған.
Ошо кешеләрҙең ялыуы буйынса Башҡорт АССР-ы НКВД-һының 1937 йылдың 3 ноябрендәге ултырышында сығарылған 29-сы протоколға ярашлы, “Дауытов Мансур Мостафа улын атырға, уның мөлкәтен тартып алырға”, тигән хөкөм ҡарары сығарыла. Ул 1937 йылдың 17 нояб­рендә 22 сәғәт 36 минутта тормошҡа ашырыла.
Бикҡоловты иһә 10 йылға иркенән мәхрүм итәләр, уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Сағыштырыу өсөн ике кешенең яҙмышын алыуым юҡҡа түгел. Икеһенә лә бер төрлө эш асылған. Архив материалдарынан күренеүенсә, Бикҡоловтың мөлкәте Дауытовтыҡына ҡарағанда дүрт-биш тапҡырға артығыраҡ булған. Ә ни өсөн Дауытовты атҡандар һуң? Өләсәйем һөйләүенсә, Мансур олатайым әйткән һүҙенән кире ҡайтмай торған кеше булған, йәне-тәне менән Аллаға ышанған, ул халыҡты динде ташламаҫҡа өндәгән. Аллаһы Тәғәлә ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуймаҫ, тикшерерҙәр ҙә кире ҡайтарырҙар, тип уйлаған.
Бала саҡтан күрше мосолман ауылдарында бер мәсет тә күргәнем булманы. Ә христиандар йәшәгән ерҙәрҙә сиркәүҙәр ултырҙы, кеше унда йөрөнө. Ошоларҙы иҫәпкә алып, шундай һығымта яһарға була: бер ауылға ла ситтән килеп мәсет емереп, ялыу яҙып йөрөмәгәндәр, урындағы ҡайһы бер кешеләрҙең этлеге был. Ялыу яҙып, хәллеләрҙе оҙатҡас, колхозға инмәгән мөл­кәтте үҙ-ара бүлешеп алғандар, ғаиләләрен урамға ҡыуып сығар­ғандар. Компенсация юллай башлағанда шул асыҡ­ланды: олатайымды ҡулға алғанда мөлкәте тураһында Үҙәк архивта ла, Эске эштәр министрлығы архивында ла мәғлүмәт табылманы. Шунлыҡтан тартып алынған мөлкәт өсөн 1994 йылдың 12 декабрендә генә аҡса килде. Ул ваҡытта ошо аҡсаға әсәйем бер тоҡ он менән бер тоҡ шәкәр һатып алды!..
Мансур мулла тирә-яҡта белемле, абруйлы һаналған. Уны хөрмәт иткәндәр, һөйләгәндәренә ҡолаҡ һалғандар. Халыҡ уның һүҙен тыңлар, артынан эйәрер тип ҡурҡып, муллалығын ташламауҙы төп сәбәп итеп, ҡотолоу сараһын күргәндәр. Олатайым Мәжит Ғафури менән дә яҡын таныш булған. Арҙаҡлы яҙыусы үҙенең бер әҫәрендә Мансур мулланы телгә алып үткән.
Олатайымды ҡулға алғанда әсәйемә ни бары бер йәш була, ағаһы Әнүәр — 12, Менәүәрә 6 йәштә ҡалған. Уларҙы өйҙәренән ҡыуып сығарып, бар мөлкәтен тартып алалар. Бер ат арбаһы китаптарын яндыралар. Өлкән ҡыҙҙары Мөкәрәмә был ваҡытта Ғафури районының Бәйембәт ауылында кейәүҙә булған.
Улдары Әнүәргә бик күп ҡаршылыҡ аша үтергә тура килә. Уны “халыҡ дошманы балаһы” тип рәнйетәләр. Күрше ауылдарҙа уҡый алмай, Үтәшкә йөрөп белем алған. Һуғышта ҡатнашып, Берлинға тиклем барып еткән. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тағып ҡайтҡан. Зиһенле, уңған егетте ауылында рәйес итеп ҡуялар. Кешеләргә итәғәтле, кеселекле булған, ауылдашта­рының хөр­мәтен яулаған эшлекле егетте оҙаҡ­ламай районға эшкә алғандар. Бер аҙҙан уны райкомға секретарь итеп һайларға булалар. Шул ваҡытта йән дуҫы: “Уның атаһы – халыҡ дошманы! Юғары вазифаға ҡуйырға ярамай!” – тип ҡысҡыра. Был хәлде Әнүәр ағай ауыр кисерә.
Архив менән танышҡанда, Һылыубикә өләсәйемдең ирен эҙләп, ҡайҙалығын белергә теләп яҙған ғаризаһы килеп сыҡты. Унда “Совершенно секретно – един.экз” тиелгән һәм түбәндәге юлдар бар:
“Муж заявительницы Даутов Мансур Мустафинович 24 сентября 1937 года был арестован Гафурийским РО НКВД и по постановлению тройки НКВД БАССР 3 ноября 1937 года, протокол № 29, осужден к расстрелу. Постановление приведено в исполнение 17 ноября 1937 года.
Сведений о пересмотре дела и об объявлении родственникам о судьбе осужденного не имеется.
Руководствуясь указанием КГБ при СМ СССР №108 сс от 24 августа 1955 года и учитывая возраст осужденного, полагал бы возможным оформить регистрацию смерти Даутова М.М. в Гафурийском районном бюро ЗАГС, как наступившей в местах заключения 4 ап­реля 1941 года от туберкулеза легких.
Ст. инспектор УАО Лобанова.
Согласен: начальник УАО КГБ при СМ БАССР Подполковник Алек­сан­дров.”
Хөкөм ҡарары сығарып, 14 көндән атып үлтергәс, ни өсөн ғаиләһенә дөрөҫөн әйтергә ҡурҡтылар икән? Һорау артынан һорау, тик хәҙер яуап алыу мөмкинлеге юҡ инде…
Аллаға шөкөр, олатайымдың исеме аҡланды. Халыҡ күңелендә ул ҡыйыу, әйткән һүҙенә тоғро дин әһеле булып һаҡланыр.


Вернуться назад