Һәр ярыш алға ынтылыш тыуҙыра. Быны республика педагогтары айырыуса ныҡлы аңлай — улар араһында үткәрелгән һөнәри конкурстар йылдан-йыл киңерәк майҙан яулай бара. Өфөлә тап ошондай сараларҙың береһе — “Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе башланды.
Бәйгене асыу тантанаһында шулай уҡ иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте, физкультура уҡытыусыларын билдәләйәсәк конкурстарға ла старт бирелде.
— “Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе быйыл күркәм байрамын — 15 йыллыҡ юбилейын билдәләй, — тине Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Азамат Сәйфуллин. — Уның йылдан-йыл үҫешә, йөкмәткеһе байый барыуы — республика мәғарифының аныҡ маҡсаттар менән алға ынтылыуына дәлил. Беҙҙә һәләтле уҡытыусылар ифрат күп. Уларға үҙ эшендә камиллашыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Теләк, тырышлыҡ ҡына булһын.
Азамат Сәйет улы конкурста һынау тотасаҡ уҡытыусыларға ярыш сәме, уңыштар теләне.
“Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2012” бәйгеһендә 44 педагог көс һынашасаҡ. Улар араһында бер ир-азамат — Өфөнөң 64-се гимназияһынан тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Сергей Черепанов та бар. Йәштәр ҙә байтаҡ.
Һөнәри конкурсҡа 17 февралдә йомғаҡ яһаласаҡ.
Дилбәр ИШМОРАТОВА