Минең атай еңеүсеме?01.10.2014
Икенсе Бөтә донъя һуғышы йылдарында юғалтыуҙар һаны 20 миллионға етте, тигән мәғлүмәт бар. Минеңсә, был күрһәткес 60 миллиондан ашыу. Нисек һанарғамы? Бына, мәҫәлән, олатайымдың дүрт улының өсәүһе һуғыштың тәүге йәйендә үк һәләк булған. Минең атай, ГУЛАГ-ка эләккәс, һуғыштың тәүге айҙарын төрмәлә үткәргән. Сталинград күп ҡорбандар талап иткәс, атайҙы сығарғандар. Штрафбаттағыларға үлем янаған, сөнки улар һәр көн алғы һыҙыҡта булған. Курск дуғаһы, Днепр, Карпат, Венгрия, Румыния... Тәжрибәле сапер булғанлыҡтан, атайҙы “Белград” операцияһына ла алғандар. Һуғышты ул Вена ҡалаһында тамамлаған.


1944 йылдың яҙында колхоздың тәүге рәйесе булған олатайым аслыҡтан үлде. Уның тағы дүрт ейәне шул уҡ сәбәптән донъя ҡуйҙы. Һуғыш булмаһа, олатайҙың кәмендә тағы биш-алты ейәне тыуыр ине лә баһа. Тимәк, яу яланында өс йән ҡыйылһа, ауылда – байтаҡҡа күберәк.
Һуғыш бөттө, Еңеү килде. Күкрәктәренә бер ботҡа яҡын орден-миҙал тағып, данға күмелгәндәр аҙ булманы. Ә бына һуғыштың тәүге йәйендә үк һәләк булғандарҙың ғаиләләре бөтөнләй өлөшһөҙ ҡалды. Әптектән Лоҡман Нурдәүләтовтың өс ҡыҙы аслыҡтан шешенеп үлде, улы ла, минең аҙаш, оҙаҡ йәшәмәне. Бындайҙар байтаҡ.
Ә Сталинградтан Венаға тиклем ут аҫтында йәйәү­ләгән минең атай еңеүсеме? Уның алдында күп тапҡыр Брежневты тәнҡитләнем. Ә ул: “Ул һүҙең урынһыҙ, Брежнев үтә яҡшы кеше булды, Карпатта минең ҡулды ҡыҫып: “Һиңә Герой тейеш тә бит, ярамай, сөнки һин — штрафник, ә бына сикте уҙғас, һиңә лә өлөш буласаҡ”, тине”, — тип ҡырт киҫер ине. Бына ни өсөн атай Белград өсөн бирелгән миҙалды ҡәҙерле күрҙе. Контузиялары өсөн генә лә уға беренсе группа инвалидлыҡ тейеш булған, бирелмәгән. Атайҙың баш түбәһе ташландыҡ карьерға оҡшағайны. Барыбер үлә тип, тегеп тормағандар, сепрәк менән урағандар ҙа онот­ҡан­дар, госпиталгә лә һалмағандар. Ә 1950 йылда атайҙы йәнә биш йылға төрмәгә оҙаттылар, Сталин үлгәс кенә сыҡты.
Еңеү “өлөшө” миңә лә тәтене. Беренсе класта уҡығанда, 1946 йылда, беҙҙең өсөн медицина бар икәнлеге асыҡланды. Ярлы-ябағаны “трахома”нан дауалай башланылар. Ауырыуҙы ултырғысҡа бәйләп ултырталар ҙа, күҙҙе әйләндереп, ҡыҙыл урындарын йылтыр пинцет менән һыталар, йырталар, йолҡалар. Илаш, аҡырыш, ә мин аҡырманым, тешемде ҡыҫтым. Миңә был “операция”ны Рауза исемле “медик” өс тапҡыр яһаны. Ә мин уны фашисҡа тиңләнем, әле лә иҫән шикелле. Ә активист балалары беҙгә бармаҡ менән төртөп күрһәтеп, “трахум” тип көлдөләр.
Трахомалыны армияға алмайҙар. Ә мине алдылар, сөнки военкомат по­весткаһы атай фамилияһына килде, ә “трахома” диагнозы уҡытыусы биргән фамилия менән ҡалды. Ашхабадта госпиталдә саҡта атаҡлы күҙ докторына һорауымды бирҙем. Ә ул: “Һиндә ул сир юҡ, ашауың хөрт булғанлыҡтан ғына күҙеңә зыян килгән”, — тине.
Керамзитобетонные блоки в Уфе!


Вернуться назад