“Ожмахта йәшәйбеҙ”, — ти Рафаэль ағай01.10.2014
“Ожмахта йәшәйбеҙ”, — ти Рафаэль ағай
Ноғомановтарҙың ҡапҡаһын асып инеү менән гөл баҡсаһына юлығаһың. “Етмеш төрлө сәскә үҫтерәбеҙ ағайығыҙ менән, — ти хужабикә Вәсилә апай ҡәнәғәт төҫтә. — Иртән торам да, ошо аллы-гөллө баҡсаға бағып, кәйефемде күтәрәм. Үкенес, ҡышын бындай хозурлыҡ менән хушлашып торорға тура килә инде”.


Ғүмер буйы колхозда эшләп, өс бала үҫтереп, бәхетте тыуған мөхиттә тапҡан ветерандар әле лә баҡса тултырып йәшелсә ултырта, мал-тыуар тәрбиәләй һәм, әлбиттә, яратҡан шөғөлдәре — күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр үҫтерә. Ауылда үткәрелгән конкурстарҙа Ноғомановтар ихатаһының беренсе урынды яулауы ғәжәп тә түгел.
– Эй, хәҙер иҫән-һау кешегә тормош көтөү ауырмы ни? — ти Рафаэль ағай. — Ожмахта йәшәйбеҙ ҙә баһа. Пенсияны өйгә килтереп бирәләр, улдарым хәл белешеп, ярҙамлашып тора. Урам һайын магазин, йәнең теләгәнде һатып ал. Медицина хеҙмәтләндереүенә лә дәғүә юҡ, Күҙәй табиптары өлгөрҙәр, йыш ҡына килгеләп, ярҙам күрһәтеп йөрөйҙәр. Пай өсөн “Башкирагроинвест” ойошмаһы бишәр центнер арпа, һалам бирә, ер һалымын да түләй.
Ҡырҡ йылға яҡын колхозда ауыл хужалығы техникаһын ипкә килтергән ветеран хеҙмәт менән үткән көндәрен, замандаштарын һағынып иҫкә ала:
– Март айында бөтә машина-трактор паркы ремонтланған, сәсеүгә әҙер була торғайны. 1975 йылғы ҡоролоҡта мал-тыуарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн Украинаға барып, 19 вагон һалам тейәп ҡайтыуыбыҙ ҙа иҫтә. Йәш, көслө булғанбыҙ, ауырлыҡҡа баш эймәй йәшәгәнбеҙ, күрәһең.
Вәсилә апай заманында ашнаҡсы, йыйыштырыусы, һарыҡ ҡараусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Матурлыҡты күрә, баһалай һәм уны егәрле ҡулдары менән тыуҙыра алған хеҙмәт ветерандарының тыуған мөхиттәрен ожмахҡа тиңләүе һис тә арттырыу түгел. Йәм дә, йән тыныслығы ла, ысын хужаларға хас тәртип тә хөкөм һөрә был йортта. Ә бәхетле кешегә тағы ни кәрәк?


Вернуться назад