Ғүмерҙең һәр миҙгеле ҡиммәт01.10.2014
Ғүмерҙең һәр миҙгеле ҡиммәт
Арабыҙҙа бер-береһенә ныҡлы терәк булып тормош һуҡмағынан үткән парҙарҙың йыш осрауы – ғәҙәти күренеш. Улар гөрләтеп донъя көтөүҙәре, инсафлы балалар үҫтереп, бөгөн йән киҫәктәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына сорналып, изгелектәрен күреп йәшәүҙәре менән бәхетле. Ауылдаштарының оло ихтирамына һәм хөрмәтенә лайыҡ ғаиләләрҙең береһе Әбйәлил районының Хәлил ауылында көн итә. Венера менән Закир Ниғмәтуллиндар күптән түгел тормош ҡороуҙарының 60 йыллығын билдәләне.


Алтмыш йыл буйы бер-береңде ярты һүҙҙән аңлап, күптәргә өлгө булырлыҡ ғүмер юлын үтеү, ете баланы үҫтереп, барыһын да башлы-күҙле итеү, әле булһа уларға ыша­ныслы терәк булыу ҡайһы берәүҙәр өлөшөнә төшмәҫтәй бәхет тә, көс еткеһеҙ яуаплылыҡ та.
— Алтмыш йыл ғүмер күҙ асып йомған арала үтте лә китте, — тип һүҙ башланы Венера Мәһәҙи ҡыҙы. – Ҡартым миңә иғтибарлы булды, ҡаҡманы-һуҡманы, балаларҙы яратты. Ғаиләлә атайға ҡарата хөрмәт тәүге урында торҙо. Һәр саҡ “атайығыҙ ни әйтер”, “атайың һөйөнөр инде” тигән һүҙҙәр аша уның абруйын күтәрергә тырыштым. Алты ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Уларҙың барыһы ла үҙаллы матур донъя көтә. Бөгөн йортобоҙ йәме булған 16 ейән-ейән­сәребеҙ, ете бүлә-бүләсәребеҙ бар. “Ҡошсоҡтарыбыҙ” ҡанат нығытып, ояһын ташлап осоп киткәс, хәҙер икәү генә донъя көтәбеҙ. Гәүһәр туйыбыҙҙы бәхетле булып ҡаршыланыҡ.
Шаян, йор һүҙле Закир Атаулла улына һис тә үҙенең йәшен бирерлек түгел. Егеттәрсә төҙ, текә баҫып атлап йөрөгән ир-уҙамандан ҡартаймау серен белешмәй булдыра алманым.
— Инәйегеҙҙән һорағыҙ, ул мине яҡшы ҡараны, бәлки, йәшлек эликсиры эсергәндер? — тип һәр ваҡыттағыса шаяртып яуап ҡайтарҙы ул.
Мөхәббәт һәм татыулыҡ тантана иткән был йылы йортта үҙеңде бәхетле тоймау мөмкин түгел: күҙ һирпеүҙән үк аңлашҡан, бер-береһен ҡәҙерләп, ихтирам итеп йәшәгән был ғаилә ауылдаштарына ла, балаларына ла өлгө булып тора. Шуға күрә лә 80 йәшенә аяҡ баҫҡан Закир Ниғмәтуллиндың “олоғайған көнөңдә үткән ғүмерең, ҡылған эштәрең өсөн йөҙөң яҡты, намыҫың таҙа булыуҙан да ҙур бәхет юҡ” тигән һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Әйткәндәй, Закир Атаулла улы — “Башҡортостан” гәзитенең иң яҡын дуҫы, уны алдырмай ҡалғанын хәтерләмәй ҙә. Бөгөн дә ауылдаштары араһында милли матбуғатты таратыу буйынса эш алып бара, үҙе лә күптән гәзиткә яҙылып ҡуйған.
Закир олатайҙың яҙмышы еңелдән булмай: ике йәшендә атаһы репрес­сияға эләгә, бер йылдан әсәһе вафат була. Ул апайҙарының тәрбиә­һендә үҫә. Үҫмер сағынан колхоз эшендә йөрөй, ФЗО-ла һөнәр ала. Белемгә ынтылышы көслө булһа ла, хыялы тормошҡа ашмай. Аҙаҡ Мәхмүт ауылы һылыуы Венераға өйләнә.
Төп йортта үҙ тормошон башлаған йәштәр аҡрынлап Хәлил ауылына күсеп, өй һала. Балалары үҫә барған һайын уҡырға теләк тә көсәйә. Тырыш һәм маҡсатҡа ынтылышлы Закир Атаулла улы ситтән тороп Стәрлетамаҡ ветеринария техникумын, аҙаҡ Троицкиҙа ауыл хужалығы институ­тының шул йүнәлештәге факультетын тамамлай. Диплом алырға Венера Мәһәҙи ҡыҙы менән етенсе сабый­ҙарын күтәреп киләләр. Ниһайәт, оло йәшендә булһа ла юғары белем алырға йөрьәт иткән атай киләсәктә балаларын уҡытырға һүҙ бирә. Утыҙ йыл буйы Киров исемендәге колхозда ветеринар булып эшләгән Закир Ниғмәтуллин хаҡлы ялға сыҡҡас та яратҡан шөғөлөн ташламай: ауылдаштарының малы сирләһә йүгереп барып етә, дауа билдәләй. Уңған йорт хужаһы умартасылыҡ менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба.
Йорт хужабикәһе лә тик ултырмай: төрлө сәскә үҫтерә, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Ҡыш буйына етерлек ҡайнатма һәм салаттар әҙерләй. Шуныһы ҡыуаныслы: балалары аталарының һүҙен тотҡан. Фәриҙә менән Фәйрүзә юғары педагогик белем алған, Зөһрәләре сауҙа техникумын тамамлаған, Гүзәл — бухгалтер, Рәмилә — китапханасы, Рәшиҙәләре училище бөткән. Берҙән-бер улдары Фәнил ике юғары белемгә эйә, бөгөн район үҙәгендә юрист булып эшләй.
Ғүмер юлын лайыҡлы үтеү өсөн һөйөү менән бергә яуаплылыҡ та, сабырлыҡ та, бер-береңде аңлау ҙа мөһим. Шул саҡта ғына алтын, гәүһәр, зөбәржәт туйҙарыңдың түрендә ултырыу бәхете тәтей. Тап ошо геройҙарым – Венера менән Закир Ниғмәтуллиндар кеүек. Уларға артабан да бәхетле ҡартлыҡ кисереп, балаларының изгелеген күреп, оҙаҡ йылдар бергәләшеп йәшәргә яҙһын.






Вернуться назад