Һеҙҙе, өлкән быуын вәкилдәрен, Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ!
Башҡортостанда был датаны тыуған республикабыҙ һәм тотош ил файҙаһына бик күп эш башҡарған өлкән быуынға ҙур иғтибар күрһәтеп билдәләү матур йолаға әүерелде. Совет халҡының хәрби һәм хеҙмәт батырлығын, уларҙың фашистик Германияны һәм милитаристик Японияны еңеүгә индергән тос өлөшөн рәхмәт менән иҫкә алабыҙ. Оло быуындың көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға, тормошон еңеләйтеүгә артабан да өлгәшергә кәрәк.
Ошо байрам көнөндә Һеҙгә, ҡәҙерле иптәштәр, ныҡлы һаулыҡ һәм бәхет, ҙур тарихи датаға – Совет халҡының 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенең 70 йыллығына әҙерлектә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм
хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы.