Йылыраҡ кейен, һалҡынайта01.10.2014
Синоптиктар аҙна дауамында республикала болотло, яуым-төшөмлө көндәр вәғәҙә итә.


Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быға Урал һәм Волга буйы төбәктәренә һалҡын һауа циклонының килеүе сәбәпсе. Ямғыр яуыуы, һыуыҡ ел иҫеүе көтөлә.
2 октябрҙән башлап һауа температураһы 15 градустан 6-8 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал. 2 – 5 октябрҙә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы мөмкин. 4-5 октябрҙә көндөҙ 4 градус йылы, төндә 2 градус һалҡын булыуы көтөлә.




Вернуться назад