Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәрелгән “Муниципаль берәмектең иң яҡшы сайты” Бөтә Рәсәй конкурсында Өфө хакимиәте Рәсәй ҡалалары союзының “Уңайлы инвестиция шарттары булдырған өсөн” һәм “Һөҙөмтәле ҡала төҙөлөшө сәйәсәте өсөн” грамоталары менән билдәләнде.
Бүләкте союздың генераль директоры урынбаҫары Игорь Кононенко Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйеновҡа тапшырҙы. Ҡалала бер нисә ҙур ҡунаҡхана, социаль объекттар, шул иҫәптән перинаталь үҙәк төҙөү, торлаҡ һалыуға инвестицияны күпләп йәлеп итеү — ошо өлкәләге әһәмиәтле күрһәткестәрҙең бәләкәй генә бер өлөшө. Былтыр ҡала тарихында тәүге тапҡыр инвестиция йәлеп итеү күләме 100 миллиард һумдан ашҡан.