Премия тапшырылды01.10.2014
Билдәле журналист Фәтҡулла Комиссаровтың тыуған яғы — Мәләүез районының Эткөсөк ауылында уның исемендәге премия тапшырылды.


Тантанала Фәтҡулла Комиссаровтың балалары, урындағы хакимиәт вәкилдәре, ауыл халҡы ҡатнашты. Награда Әбет ауылында тыуып үҫкән билдәле башҡорт тарихсыһы, әҙәбиәт белгесе, шағир, журналист, филология фәндәре докторы, профессор Фәнил Күзбәковҡа тапшырылды.
Лауреат хеҙмәтен һәм ижадын юғары баһалаған өсөн яҡташтарына рәхмәт белдерҙе. Бергә эшләү бәхете тейгән Фәтҡулла Комиссаровты үҙенең тырыш, намыҫлы, ғәҙел, тәрән белемле остазы тип баһалай ул.




Вернуться назад