“Әсәй, баҡсаға барғым килә...”01.10.2014
Быйыл Өфөлә ике балалар баҡсаһы асылды, йыл аҙағына тиклем тағы ла 1 мең урын булдырыу күҙаллана. Һуңғы өс йылда, ғөмүмән, баш ҡалалағы мәктәпкәсә учреждениеларҙа 5 мең самаһы урын барлыҡҡа килгән. “Мәктәпкәсә белем биреү системаһы: бөгөнгө хәле һәм үҫеш перспективаһы” халыҡ-ара конференцияһында сығыш яһағанда Өфөнөң мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова ошондай һандарҙы атаны.

Уның әйтеүенсә, баҡсаларҙа урын етмәү мәсьәләһе ике йүнәлештә — муниципаль мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү һәм дәүләткә ҡарамаған сектор мөмкинлектәрен файҙаланыу — иҫәбенә хәл ителә. Бынан тыш, ҡайһы бер башҡа алымдар ҙа ҡулланыла. Мәҫәлән, муниципаль балалар баҡсаһы ҡарамағында ғаилә тәрбиәһе төркөмдәре асыла. Улар, ғәҙәттә, ике айҙан ете йәшкә тиклемге өс һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләрҙә ойошторола. Шул уҡ ваҡытта был төркөмдәргә бүтән ғаиләләрҙән дә кескәй балалар ҡабул ителә. Тәрбиәсе итеп күп балалы әсәй йәки атай тәғәйенләнә. Балаларҙы туҡландырыуға аҡса ҡала ҡаҙнаһынан бүленә. Әле Өфөлә ошондай 59 төркөм бар, уларҙа 183 бала тәрбиәләнә. Мәктәпкәсә белем биреүҙең тағы ла бер алымы — ҡыҫҡа ваҡытлы төркөмдәр. Улар балалар баҡсалары ҡарамағында эшләй.
Баҡсаға йөрөмәгән 1,5 — 3 йәштәге күп балалы һәм тулы булмаған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ҡала Советы ҡарарына ярашлы ай һайын 3 мең һум күләмендә компенсация түләнә. Әле бындай аҡсаны 1,5 меңгә яҡын ғаилә ала.
Баҡсаларҙа физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ҙур иғтибар бирелә. Әле 2,5 меңдән ашыу балаға, шул иҫәптән 285 инвалидҡа квалификациялы ярҙам күрһәтелә. Шәхси балалар баҡсаһы мәсьәләһенә килгәндә, Елена Хаффазованың әйтеүенсә, бындай учреждениеларға 3 мең самаһы сабый йөрөй. Ун шәхси баҡсаның бе­лем биреү хеҙмәте күрһәтеүгә лицен­зияһы бар.
Бындай ойошмаларға 2012 йылдың июненән ҡала ҡаҙнаһынан субсидия түләнә ине. Хәҙер иһә был аҡса республика бюджетынан бүленә. Ул педагогик хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, уҡыу кәрәк-ярағына, техник сараларға тотонола.



Вернуться назад