Береһе — мәҙәниәт йорто директоры, икенсеһе — “Заһиҙә” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе. Ғүмере буйы сәхнәлә йырлап-бейеп, күңел асып йәшәгән был бәхетле парға донъя көтөү михнәттәре лә, тормош ваҡлыҡтары ла ят кеүек. Береһе гармун күреген тартып, моңға күмһә, икенсеһе өҙҙөрөп бейеп кәйефте күтәрә... – 1990 йылда Ҡаңны-Төркәйгә эшкә килдек. Бөгөнгөләй хәтерҙә: клуб иҫке, халыҡ әллә ни йөрөмәгәнгә күрәлер инде, мәҙәниәт йорто ихатаһына кәзә-быҙауҙар хужа булып алған. Эс бошорғос күренеш. Кешеләрҙе нисек мәҙәниәт усағына ылыҡтырырбыҙ икән, тип баш ватабыҙ, борсолабыҙ, — тип хәтерләй тәүге хеҙмәт көндәрен Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марат Кәримов.
Борсолоуҙар юҡҡа була. Халыҡ ошондай егәрле хеҙмәткәрҙәрҙе күптән көтөп торған тиерһең, йәш-елкенсәге лә, ҡарт-ҡороһо ла мәҙәниәт усағында ҡайнаша, һәләттәре менән ауылдаштарын ҡыуандыра башлай.
– Күп тә үтмәй “Заһиҙә” фольклор бейеү ансамблен ойоштороп ебәрҙек. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тамам “ағыуланды” сәхнә сире менән, — тип көлә Заһиҙә Кәримова. — Тырышлыҡ бушҡа китмәне: 2008 йылда “халыҡ ансамбле” исемен яуланыҡ. Бейеү тигәндә ҡайһы берәүҙәр ауырыған еренән тороп, һауығып китә хатта. Йырлап-бейеп сәхнәнән төшмәгән Рәйсә апай Яҡуповаға кем 75 йәште бирер?
Былтыр гөрләтеп “Заһиҙә”нең егерме йыллыҡ юбилейын билдәләгән коллек- тив. Стәрлетамаҡ, Бишбүләк, Дәүләкән, Бәләбәй, Күмертау, Ишембай райондары, Санкт-Петербург сәхнәләрендә бейеп, халыҡтың хөрмәтен яулаған ансамбль республикала үткәрелгән сәнғәт байрамдарында, бөтә төр конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Бынан бер нисә йыл элек Салауат йыйынында фольклор ансамблдәре араһында ойошторолған бәйгелә гран-приға эйә булып яҡташтарын һөйөндөргән улар. Быйыл да ғорурланырлыҡ уңыштары мул ғына.
— Дәүләкәндә “Бауырһаҡ” байрамында ла ҡаңны-төркәйҙәр йөҙҙө ҡыҙартманы, дүрт диплом алып, һөйөнөп-дәртләнеп ҡайттыҡ, — ти мәҙәниәт йорто етәксеһе.
– Бишбүләктә “Тылсымлы моңдар” төбәк-ара башҡорт халыҡ ансамблдәре конкурсында ла һынатманыҡ, абруйлы икенсе урынға лайыҡ булдыҡ, — тип өҫтәй Заһиҙә ханым. — Ә былтыр “Республиканың иң яҡшы мәҙәниәт йорто” исемен яулау – беҙҙең өсөн иҫ киткес ҙур ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ та!
– 100 меңлек грант алғанһығыҙ тип ишеттек. Ул хәтлем аҡсаны нимәгә тотон- доғоҙ һуң?
– Тауыш көсәйткес, компьютер, яҡтылыҡ музыкаһына... Шөкөр, күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты.
– Костюмдарығыҙ ҙа зауыҡлы...
– Ҡаңны-Төркәйҙең 550 йыллығын үткәргән осорҙа ауылыбыҙ танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, яңы социаль объекттар барлыҡҡа килде, юлдар һалынды. Милли костюмдарыбыҙ ҙа — ошо тарихи көндәрҙең матур иҫтәлеге, — ти ирле-ҡатынлы Кәримовтар.
Мәҙәниәт йылы сағыу байрамдары, күңелле тамашалары, иҫтә ҡалырлыҡ осрашыуҙары һәм яңы идеялары менән йәшәүен дауам итә. Хәйер, яҡташтарының рухи донъяһын байытыу, һәләттәрен үҫтереү, уларҙы сәхнә “йондоҙҙары” итеп күрергә теләгән Кәримовтар өсөн һәр йыл Мәҙәниәт йылы ул.