Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының һунарсылыҡты күҙәтеү инспекторҙары йыл башынан алып 2,2 меңдән ашыу рейд үткәрҙе. Һунар ерҙәрен һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен тикшереү барышында һунар ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары асыҡланды.
Нигеҙҙә, етешһеҙлектәр рөхсәтһеҙ һунар итеүгә, йәнлектәрҙе аулау тураһында ялған мәғлүмәт биреүгә ҡағыла. Һалынған штрафтың дөйөм күләме 232 мең һум самаһы тәшкил иткән. Хайуандар донъяһына зыян килтергән өсөн һалынған 1,4 миллион һумлыҡ штраф түләүҙәренең әле 85 проценты ҡапланған.
Быйыл законһыҙ һунар иткән өсөн 12 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ике эш буйынса хөкөм ҡарары сығарылған.