Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталында дәүләт органдарына ҡабул итеүгә электрон яҙылыу буйынса проект ғәмәлгә инде.
Сервистан файҙаланғандар үҙҙәре өсөн уңайлы ваҡытта Федераль һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә ала. Йыл башынан алып декларация биреү, һалым иҫәбенә теркәлеү, шәхси эшҡыуар булараҡ йәки крәҫтиән (фермер) хужалығын теркәү өсөн ошо хеҙмәттән 2,2 миллиондан ашыу кеше файҙаланған. Дәүләт учреждениеларына ҡабул итеүгә электрон яҙылыу “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә күрһәтеү алымдарын үҫтереү” концепцияһына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.
Был проект киләһе йылдың апреленә тиклем дауам итә. Уға шулай уҡ “Росреестр”ҙың, Пенсия фондының территориаль бүлексәләре, Эске эштәр министрлығы, Федераль миграция хеҙмәте ҡушыла.