Башҡортостандан 800 күс, шул тиклем үк умарта тейәлгән дүрт ауыр йөк машинаһы Монголияға юлланды.
Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәгендә әйтеүҙәренсә, бал ҡорттары әлегә тиклем республиканан ситкә бындай күләмдә сығарылғаны юҡ ине. Монголия Ауыл хужалығы министрлығы быйыл йәй үк күс һатып алыуға сауҙалашыу иғлан итте. Бал ҡорттарының ҡатмарлы һауа шарттарына йылдам яраҡлашыуы, юғары сифатлы тауар алыу, сирҙәргә бирешмәү кеүек талаптар ҡуйылды.
Ҡорт күстәре “Нуриман”, “Ейәнсура”, “Архангел” умартасылыҡ станцияларынан алынды. Республикалағы 11 предприятие умарта эшләне.
Әле Монголияла ҡортсолоҡ кәсебе әүҙем тергеҙелә. 2009 йылда ике төбәк араһында 10 миллион һумлыҡ күс һатып алыуға биш йыллыҡ килешеү төҙөлдө. Шул мәлдән алып Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге был илгә ике тапҡыр бал ҡорттарын ебәрҙе. Беҙҙең ҡорттар, Монголияныҡы менән сағыштырғанда, юғарыраҡ һөҙөмтә күрһәтте.