Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары К.Б. Толкачев исеменә партия рәйесе Дмитрий Медведевтан ҡотлау килде.
Унда былай тиелә: “Һеҙҙе һәм партияның бөтә бүлексәһен Башҡортостан Президентын һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй”ҙән кандидаттың еңеүе айҡанлы ҡотлайым. Һайлау кампанияһы етди конкуренция шарттарында үтте. Уның һөҙөмтәһе — “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәктәге юғары абруйына дәлил ул. Ул партияның төбәк бүлексәһе кешеләр өсөн әһәмиәтле проекттарҙы һәм башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу, һайлау алды кампанияһын ойоштороу буйынса һөҙөмтәле эшләгәнен күрһәтә.
Республиканың яңы һайланған Президенты тауыш биреүселәр йөкмәткән бурыстарҙы үтәү өсөн тырышлыҡ һалыр, тип иҫәп тотам. Уның һөнәри тәжрибәһе төбәк үҫешендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, тәү сиратта республиканың иҡтисади ҡеүәтен арттырыуға, кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ күрһәтер, тип ышанам. Уңыштар юлдаш булһын”.