Тәү сираттағы бурыстар30.09.2014
29 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең яңы тәғәйенләнгән ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда төбәк етәксеһе киләһе осорға тәү сираттағы бурыстарҙы билдәләне.


Атап әйткәндә, социаль әһәмиәтле тауарҙарға хаҡтың күтәрелеүен тотҡарлау, торлаҡ-коммуналь комплекстың эше, йылылыҡ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтарҙың артыуын компенсациялаған адреслы социаль түләүҙәр менән тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт ағзалары алдына иҡтисадтың реаль секторы һәм бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу йәһәтенән эште көсәйтергә ҡушты. Бынан тыш, киләһе йыл Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышын һәм БРИКС дәүләттәре, хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәреүгә әҙерлектең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды.




Вернуться назад