Һуңғы йылдарҙа халыҡтың шәхси хужалығынан артып ҡалған һөттө йыйыу менән шөғөлләнгән дәүләт ойошмалары ҡалманы тиерлек. Шуға ла ҡайһы бер ауылдарҙа ошо эшкә тотонған эшҡыуарҙар отто ғына. Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан Нурислам Байегетов — шундайҙарҙың береһе.
Тәүәккәлләүенә өс йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Атҡарыуы еңелдән булмаһа ла, килемле эш, сөнки ауыл ерендә күпселек осраҡта һөттән генә “тере” аҡса алыу мөмкин тиерлек. Көн һайын һауылған һөттән ҡаймаҡ айыртып май яһағансы, тапшырыу күпкә отошло икәнен яҡшы беләләр.
Тәүге мәлдә Нурислам Йыһанур улына еңел булмай, сөнки элегерәк һөт тапшырып та йылдар буйы аҡса ала алмаған ауыл халҡы уны шикләнеп ҡаршы ала. Тора-бара бурысына яуаплы ҡараған һәм “аҡ” өсөн ваҡытында иҫәпләшкән эшҡыуарға ышаналар. Әле ул иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем Ҡуянтау, Үрге һәм Түбәнге Таулыҡай ауылдарына һәр иртәлә һөт йыйырға сыға. Бының өсөн “пирожок” автомашинаһы һәм күпләп феләктәр һатып алған. Продукцияны Беренсе Этҡол ауылындағы һөт ҡабул итеү пунктына илтеп тапшыра. Көнөнә 500 литр самаһы һөт йыя икән. “Һыйырҙың һөтө — телендә” тигәндәй, продукцияның ҡуйылығы һәм күләме бик тиҙ үҙгәреүсән. Хатта хаҡы ла. Әле һөттө литрын 10 һум менән тапшыралар. Шәхси хужалығында күпләп һыйыр аҫраған ғаилә көнөнә 45-50 литр һөт һатһа, айына 45-50 мең һум табыш ала, тимәк.
Әлбиттә, һөт тапшырыусыларҙы иң элек ваҡытында хисаплашыу ҡыҙыҡһындыра, шуға ла Нурислам Йыһанур улы һәр кемдең ышанысын аҡларға тырыша, айына бер тапҡыр тулыһынса иҫәпләшә.
Әйткәндәй, ауылда тағы бер һөт йыйыусы бар. Мәләүез һөт комбинаты менән бәйләнештәләр. Ошоғаса районда һөт етештереү цехының булмауы күп ауылдарҙа уны йыйыуҙы тотҡарлай, сөнки төпкөлдә йәшәгәндәр өсөн продукцияны әсетмәй генә алыҫҡа алып барып тапшырыу мөмкин дә түгел.
Нурислам Байегетов өлгәшелгәндәр менән сикләнергә йыйынмай, маҡсаттары байтаҡ. Бигерәк тә сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереү сикләнгәндә, үҙебеҙҙә етештерел-гәнгә өҫтөнлөк бирелгәндә, тир түгеү бушҡа булмаҫ.