“Газпром” газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Дүртөйлө филиалына ҡараған Илеш комплекслы хеҙмәтенең төп бурысы – район халҡын тәбиғи газ менән тәьмин итеү.
Коллектив 50-гә яҡын слесарь, 20 водитель, биш диспетчер, ете мастерҙан тора. Барыһы ла – тәжрибәле эшселәр. Араларынан Ревмир Шафиҡов, Ләис Баянов, Суфия Муллайәнова, Рәфитйән Гәрәев, Фәүәдис Ғәлиев, Рәүис Хәбибуллин, Илүс Шәйхлисламов, Гөлнур Ғафарова, Сәхиулла Кәлимуллин, Фәнүс Мәрүәров кеүек тырыш хеҙмәткәрҙәр ойошманың ғорурлығы һанала.
– Халыҡтың газ плитәләренең торошон даими тикшерәбеҙ, хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итәбеҙ, кәрәкле ремонт эштәрен башҡарабыҙ, – ти участка етәксеһе Фәүәдис Сабиров. – Өҙөклөк барлыҡҡа килһә, уны тиҙ арала төҙәтәбеҙ. Быйыл 130 саҡрымлыҡ газ үткәргескә тикшереү яһап, төҙөкләндереп ҡуйҙыҡ. Һәр йортҡа ревизия уҙғарҙыҡ. Теләпән, Тәжәй, Базытамаҡ ауылдарында газ бүлеү пункттары яңыртылды, әле Рсай ауылында ла эш бара.
Районда 800 саҡрымлыҡ газ үткәргес, 125 газ көйләү пункты, 40 ҡаҙанлыҡ урынлашҡан. Әлеге коллектив 60-ҡа яҡын коммуналь бинаны һәм 11 меңдән ашыу абоненттың газ ҡоролмаларын хеҙмәтләндерә, һәр йортто “зәңгәр яғыулыҡ”лы итеү маҡсатында тырышып эшләй. Райондағы 87 ауылдың 72-һе газ менән тәьмин ителгән.
Район йылдан-йыл үҫә. Мәҫәлән, Иҫке Күктау, Сереккүл, Рсай ауылдарында яңы биҫтәләр барлыҡҡа килде. Киләһе йылда Йәйләү, Торасы ауылдарына газ үткәреү ҡаралған.
Илеш комплекслы хеҙмәте вәкилдәре төрлө семинарҙарҙа, конкурстарҙа ҡатнаша, “Газпром” газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең башҡа филиалдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.