Социаль түләүҙе кем алыр?30.09.2014
Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 335 134 кеше адреслы социаль түләү аласаҡ.

Ҡайһы берәүҙәргә йәшәгән ере буйынса коммуналь түләүҙе иҫәпләгән ойошмаларға ғариза менән мөрәжәғәт итеү шарт.
Былтыр Дәүләт Думаһы коммуналь хеҙмәттәр хаҡының сикке күләмен билдәләгән закон ҡабул иткәйне. Был күрһәткес кәмендә биш йылға һәр төбәктә айырым билдәләнә. Башҡортостан өсөн коммуналь түләүҙең үҙгәреү индексы — 6 процент, айырым муниципаль берәмектәрҙә — тағы ла 6 процент.
– Индекстар даими тикшерелә. 12 проценттан артыҡ иҫәпләнгән хаҡ республика ҡаҙнаһынан кире ҡайтарыла, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты рәйесе Елена Родина. — Шуға күрә борсолорға урын юҡ.
Сентябрҙә хаҡтың артыуына килгәндә, йылылыҡҡа тариф эҙмә-эҙлекле арттырыла, тип билдәләне Елена Родина.



Вернуться назад