Һаҡланғанды һаҡлармын30.09.2014
Краснокама, Яңауыл һәм Ҡалтасы райондары буйлап үткән ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү ниндәй генә ваҡытҡа һуҙылмаһын, эштең ыңғай һөҙөмтә менән тамамланасағына шик белдерге килмәй. Әммә бер һорау барыбер асыҡ ҡала: Башҡортостандың ҡайһы ла булһа мөйөшөндә бындай хәл тағы ла ҡабатланмаҫмы? Уға тәғәйен генә ыңғай йәки кире яуапты бөгөн бер генә ғилми-фаразлау ойошмаһы ла, хатта “Башгидромет” та бирергә батырсылыҡ итмәҫ, моғайын.

Хикмәт камил ҡорамалдарҙың уйлап табылмауында йәки етештерелмәүендә лә түгел, сөнки тәбиғәт күренештәре һуңғы бер нисә йылда шундай тиҙлектә һәм бер ниндәй логик аңлатмаһыҙ үҙгәрә, уны алдан күрә алыу тураһында хыял йөрөтөү ҙә урынһыҙ. Ошо уңайҙан 2010 йылдың йәйендәге хәлгә ниндәйҙер дәрәжәлә аңлатма биргән Көнбайыш Европа ғалимының (иле һәм исем-шәрифе хәтерҙә ҡалмаған) түбәндәге фекерен хәтерҙә яңыртыу ҙа етә. “Кеше эшмәкәрлегенең тирә-яҡ мөхиткә емергес йоғонтоһо арҡаһында Ер шарынан бер нисә тиҫтә мең километр юғарыла хәрәкәт иткән һәм һауа торошона көслө тәьҫирле һауа ағымдарының йүнәлеше ҡырҡа үҙгәрҙе, — тигәйне ул. — Хәҙер улар тәртипһеҙ рәүештә йөҙә һәм бер ниндәй логик аңлатмаға буйһонмай”.
Ғәҙәттә, теге йәки был кире хәлдең ғәйеплеһен асыҡлау һәм уға йоғонто яһарға тырышыу тәртибе йәшәп килеүгә ҡарамаҫтан, әлеге осраҡта бындай ҡағиҙәне ҡулланыу мөмкинлеге юҡ. Тәбиғәтте әҙәм балаһы яуапҡа, унан ғәйре хөкөмгә тарттыра алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, совет власы йылдарындағы тәбиғәтте буйһондороу, кешегә хеҙмәт иттереү тураһындағы хыялдың, туранан-тура уҡ булмаһа ла, ниндәйҙер дәрәжәләге емергес һөҙөмтәһе был. Сөнки кеше үҙе – тәбиғәт балаһы, һәм уның тәбиғәттән өҫтөнлөк алырға ынтылышының ошондай күңелһеҙ хәлгә килтереүе һис тә ғәжәп түгел.
Көнбайыш Европала инде нисә йыл климаттың глобаль үҙгәреүенә бәйле әүҙем фекер алышыу бара, һәм ниндәйҙер кимәлдә ғәмәли саралар ҙа күрелә. Үкенескә ҡаршы, кешелек донъяһының был өлкәлә хәлде төҙәтә һәм ыңғай яҡҡа үҙгәртә алырына бер ниндәй ҙә ышаныс ҡалманы, ти белгестәр. Бер генә юл ҡала — яраҡлашырға.
Тимәк, беренсенән, ҡала һәм ауылдарҙа яңы төҙөлөштәр алып барыу, ниндәйҙер өр-яңы ысулдар ҡулланыу, урамдарҙа йорттар урынлаштырыу тәртибенә үҙгәрештәр индереү һ.б. талап ителә. Һәр хәлдә, теге йәки был ғәрәсәт тыуа ҡалһа, уның емергес эҙемтәләренең мөмкин тиклем аҙыраҡ булыуын алдан тәьмин итеү, мәҫәлән, йорттарҙың конфигурацияларын ҡайтанан ҡарау маҡсатҡа ярашлы. Архитектура һәм төҙөлөш буйынса белгестәребеҙ был йәһәттән үҙ фекер-тәҡдимен еткерергә бурыслы, һәм был мәсьәлә дәүләт әһәмиәтенә күтәрелә.
Икенсенән, ҡаза күреүселәргә матди ярҙам һәм инфраструктураны аяҡҡа баҫтырыу өсөн етерлек сығымдар хаҡында ла ныҡлы уйлашыу зарур. Әлбиттә, “хәйерсегә — бер тамсы” принцибына таянып түгел. Минеңсә, бының өсөн ябай һалым түләүсе кеҫәһенә инмәй генә тупланыусы фонд асырға кәрәк. Уның, әйтәйек, спиртлы эсемлектәр һәм тәмәке һатыуҙан алынған табышҡа һалымдан, бай юридик берәмектәрҙең килеменән һәм, әлбиттә, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланған өсөн түләүҙәрҙән хасил ителеүе ғәҙел булыр ине.
Уҙып киткән йәйҙә тәбиғәттең ниндәй дәрәжәлә ҡырыҫ була алыуы шикләнмәҫлек итеп иҫбатланыуына ҡарамаҫтан, ватандаштарыбыҙҙың унан урынлы һабаҡ алыры шик уята. Бер ниндәй ҙә борсолоу, эшлекле тәҡдимдәр ишетелмәй ҙә, күренмәй ҙә бит. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, башҡорттоң “Һаҡланғанды һаҡлармын” тигән әйтеме хәҙерге осраҡта буш һүҙ булып ҡала кеүек.



Вернуться назад