Һағынам һине, Чапайым...30.09.2014
Һағынам һине, Чапайым...
Күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, филология фәндәре кандидаты Ризван Закирхан улы Хажиевтың исеме гәзит-журнал һәм китап уҡыған һәр кемгә таныш. Хоҙай биргән әллә ни оҙон да, бигүк ҡыҫҡа ла булмаған ғүмерендә ул үҙен үткер ҡәләм эйәһе, ялҡынлы публицист, һәләтле прозаик һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре итеп күрһәтә алды. Ғалим һәм журналист булараҡ, ул хәҙерге заман башҡорт әҙәбиәтенең ижади проблемаларын тәрән өйрәнеп, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлау мәсьәләләрен күтәреп сыҡты
.

Журналист булып ҡалды

Ризван Хажиев – тормошобоҙҙоң көнүҙәк темаларына ҡағылышлы бик күп очерктар, мәҡәләләр, хәтерҙә ҡалырлыҡ репортаждар авторы. Һәр публицистик әҫәре йәмәғәт тормошоноң мөһим ваҡи­ғаһына әйләнә ине, уҡыусылар уның яҙ­ма­лары тураһында фекер алыша, бә­хәсләшә торғайны. Ул ысын мәғәнә­һендә заманыбыҙҙың мәшһүр очерксы-документалисы булды.
Ризвандың төрлө йылдарҙа китап булып сыҡҡан “Бейек Татр бөркөтө”, “Әгәр мин янмаһам…”, “Шомло Афған тауҙары”, “Кем һин, Сабир Ваһапов?” тигән документаль повестарын беҙ һаман да һоҡланып уҡыйбыҙ. Ә инде үткән быуат аҙағында нәшер ителгән “Журналист оҫталығы дәрестәре” һәм “Журналист булып ҡалам…” йыйынтыҡтары киң мәғлүмәт сараларында эшләгән һәр кемдең яратҡан китаптарына әйләнде.
Яҙыусының юбилейы алдынан уның әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөп, яңынан ҡарап сығыу ғәҙәткә ингән. Бына мин Ризван Хажиевтың китаптарын аҡтарып ултырам. Юҡ, уларҙы аҡтарып ҡына сығыу мөмкин түгел, ҡабат уҡырға тотонам.
“Журналист булып ҡалам…” исемле китабын Ризван дуҫым миңә “Бергә эшләгән йылдарҙы иҫкә төшөрөп…” тип яҙып биргән. Бергә эшләгән йылдар, бергә үткән юлдар… Улар хәҙер иҫтәлек юлдарына килеп тоташа.
Беҙ Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда осрашып, дуҫлашып киттек. Ул минән тиҫтә йылға өлкән булып, ике курсҡа юғары уҡыһа ла, үҙен һис тә өҫтөн ҡуйманы. Ғөмүмән, Ризван кешелекле, кеселекле булды, олоно – оло, кесене кесе итә белде.
Ул БДУ комсомол комитетының икенсе секретары ине, ә мин — филология факультетының комсбюро ағзаһы һәм төркөм комсоргы. 1967 йылда Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 50 йыллығы айҡанлы үткәрелгән дөйөм университет ярышында беҙҙең төркөм еңеп сыҡҡас, Ризван менән арабыҙ тағы ла нығыраҡ яҡынайҙы. Йәмәғәт эштәрен бергәләп атҡарҙыҡ.
Бынан тыш, Ризван менән беҙҙең дуҫ­лыҡҡа икебеҙҙең дә яҡшы билдәләргә ге­нә уҡыуыбыҙ һәм бигерәк тә уй-хыял­да­ры­быҙҙың уртаҡ булыуы ярҙам иткәндер. Университетта белем алғанда беҙ инде исемдәребеҙ шаҡтай билдәле ҡәләм эйәләре инек. Яҙғандарыбыҙ республи­каның гәзит һәм журналдарында баҫы­лып тора, ә үҙебеҙ ең һыҙ­ға­нып юғары белемле журналист булырға әҙерләнеп йөрөйбөҙ.
Ризван университетҡа килгәнсе үк ярайһы ғына тәжрибә туплап өлгөргән журналист ине инде. Ләмәҙтамаҡ урта мәкт­әбендә уҡығанда ла, Силәбе өлкәһе­нең 31-се Баҡал һөнәрселек училищеһын тамамлап, паровоз машинисы ярҙамсы­һы булып эшләгәндә лә, Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндә лә ул бөтә көсөн, һәләтен үҙенең төп маҡсатын тор­мошҡа ашырыу өсөн егә, төрлө баҫ­ма­ларға яҙышып, ҡәләмен шымарта. 1963 йылдың көҙөндә иһә әрменән ҡайтыу менән Мәсетле районының “Коммунист” гәзитенә эшкә урынлаша. Әҙәби хеҙмәт­кәр вазифаһында йылға яҡын эшләгәс, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. 1969 йылда ул филология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Ләкин ҡыҙыл дипломлы белгескә шун­да уҡ журналислыҡ эшенә тотонорға насип булмай. Башта ул Мәләкәҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры, Мәсетле район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире вазифаларын башҡара, шунан һуң ғына “Коммунист” гәзите мөхәррире урынбаҫары, “Совет Башҡортостаны” гәзитенең Учалы һәм төньяҡ-көнсығыш төбәктәрендәге үҙ хә­бәр­сеһе булып китә. 1981 йылда Риз­ван Хажиев, “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһының партия тормошо бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнгәс, Өфөгә күсеп килә.
Ижади тормошоноң был мәлен ул “Журналист булып ҡалам…” исемле автобиографик повесть-хроника­һында ошолай һүрәтләй: “Чапайса, мәсьәләне бер һуғыуҙа хәл итергә өйрәнеп алған Ханнанов (Хажиев, йәнәһе – М.С. ), аҡрынлап булһа ла, бындағы тәртип­тәргә күнегә башланы: төндә­рен редакцияла гәзит сығарыу буйынса дежур булып та ултырҙы, командиров­каларға ла йыш йөрөнө. Теге саҡта Зариф Исламов һөйләгән Ленир Сәли­шев янына барып, уның тураһында очерк та яҙып сыҡты. Республиканың һәр районында, һәр ҡалаһында булырға өлгөрҙө Шамил (Ризван, тип беләйек. – М.С.) был йылдарҙа”.
1987 йыл аҙағында Ризван Хажи­ев Башҡортостан Журналистар союзы­ның яуаплы секретары итеп һайлана, ә 1990—1996 йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе вазифаһын башҡара. Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы урынбаҫары һәм журналистика кафедраһы уҡытыусы­һы булып йыл ярым эшләгәндән һуң, йәғни 1997 йылдың октябрендә, уны “Ватандаш” журналы редакцияһына баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһына эшкә саҡыралар. Унда Ризван 2001 йылға саҡлы эшләй.
Пенсияға сыҡҡас та ул, ҡайһы бер ҡәләмдәштәре кеүек, тынып ҡалманы. Әүәлгесә ярһып ижад итте. Бая телгә алған әҫәрен Ризван Хажиев былай тип тамамлаған: “Иң мөһиме – һин журналист булып ҡалдың һәм шул юлдан бер ҡасан да ситкә тайпылма!” Был һүҙ­ҙәрҙе авторҙың үҙенә ҡайтарып әйтке килә. Эйе, Ризван Хажиев ысын журналист булып ҡалды һәм бер ҡасан да ситкә тайпылманы.
“Чапай” менән эшләү еңелме?

1969 йылда уҡ СССР Журналистар союзына ағза булып ингән Ризван Хажиев Башҡортостан Журналистар союзында эшләй башлағас, ижади-һөнәри ойошмабыҙҙың эшмәкәрлеге айырыуса йәнләнеп китте. Идара эшенә ул демократик принциптарҙан сығып етәкселек итте, район һәм ҡала журналистары менән бәйләнештәрҙе нығытыу маҡса­тын­да күп төрлө ҡыҙыҡлы һәм файҙалы саралар ойошторҙо. Был эшкә, әлбиттә, беҙҙе, идара президиумы ағзаларын, йәлеп итте ул. Бүлмәләребеҙ йәнәшәлә генә булыу сәбәпле, беҙ уның менән бик йыш осрашып торҙоҡ.
Ул йылдарҙа ваҡиғалар хәтәр тиҙ үҫешә ине. Көндәрҙән бер көндө рес­публиканың ижади союздары берләшеп, ассоциация төҙөнөләр ҙә уның президенты итеп Ризван Хажиевты һайлап ҡуйҙылар. Президент булғас, ни эшлә­һен, баш ҡала үҙәгендәге офисҡа күсеп китте Ризваныбыҙ. Юғары Совет депутаты булып та һайланғас, Матбуғат йортондағы Журналистар союзы бүлмә­һендә бөтөнләй һирәк күренә башланы. Бына шул саҡта ул мине союз рәйесе урынбаҫары булырға өгөтләне лә инде.
– Миңә һиндәй тәжрибәле ярҙамсы кәрәк, – тине. – Әйҙә минең боевой замым бул!
– Һин бит үҙең дә бик боевой, – тип көлдөм мин. – Чапай кеүекһең.
– Ә һин Фурманов кеүек булырһың.
– Ярай улайһа, килештек, – тинем. Бишкә ярылырҙай сағында дуҫҡа нисек ярҙам итмәйһең!
Президиум ағзалары Ризвандың тәҡ­димен хупланы, ә идара пленумында мине йәмәғәтселек башланғысында, йәғ­ни Журналистар союзы рәйесенең бушлай эшләүсе урынбаҫары итеп һайлап та ҡуйҙылар.
Беҙҙең тандемды күптәр ыңғай баһа­ланы. Ҡәләмдәштәребеҙҙең ышанысын аҡлар өсөн беҙ, ең һыҙғанып, алты йыл буйына бергә, кем әйткәндәй, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләнек. Чапай тиһәләр ҙә, юҡҡа-барға ҡыҙып барманы Ризван. Дөрөҫ, ҡыйыулыҡ та, дыуамаллыҡ та етерлек ине үҙендә. Әммә иптәштәренең ғәҙел кәңәшенә һәр саҡ ҡолаҡ һалды. “Боевой зам”ына ла гелән күрһәтмәләр биреп кенә ултырманы, йыш ҡына үҙе кәңәш һорап мөрәжәғәт итә ине.
Әлбиттә, бөтә эшебеҙ ҙә майлаған кеүек шыма ғына барманы, әммә беҙ төп бурысыбыҙҙы үтәнек: берҙәм ижади союзыбыҙҙы һаҡлап ҡала алдыҡ. Ә бит теге болғауыр йылдарҙа илебеҙҙең бай­таҡ төбәктәрендә бындай ойошмалар тарҡалып юҡҡа сыҡты. Беҙҙең союзыбыҙ иһә оторо нығыны, көс тупланы һәм тағы ла шәберәк эшләй башланы.
Тап ошо йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзының Уставы, Баш­ҡортостан журналисының һөнәри этика кодексы ҡабул ителде, Журналистар союзының йыл һайын бирелә торған Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия­һы булдырылды. Халыҡ депутаты була­раҡ, Ризван Закирхан улы матбуғат, мәҙәниәт, фән, мәғариф өлкәләрендә закондар һәм кодекстар сығарғанда айырыуса әүҙемлек күрһәтте.
Ризван Хажиев рәйеслек портфелен “боевой зам”ына тапшырып киткәс, мин, әлбиттә, тәүге сиратта уның менән бергә башлаған эштәрҙе дауам иттем, һөнәри ойошмабыҙҙы ул һалған юлдан артабан алып барҙым. Һөҙөмтәлә союзыбыҙ республикала иң күп һанлы көслө ижади ойошмаға әүерелде, журналистарҙың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия­һы ла Хөкүмәт бүләге статусына эйә булды.

Үҙ еренең балаһы

Күренекле публицист, яҙыусы һәм йә­мәғәт эшмәкәре Ризван Закирхан улы Хажиев 1939 йылдың 30 сентябрендә Мәсетле районының Һөләймән ауылын­да донъяға килгән. Һәм 2013 йылдың 26 октябрендә ул, яҡты донъя менән хушлашып, тыуған ауылына мәңгегә ҡайтып китте…
Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул йәш еңгә менән Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында йәшәне. Клара еңгәбеҙ бик шәп кеше булып сыҡты, ағайыбыҙҙы аңлап, уға һәр ваҡыт һәр яҡлап тейешле ярҙам күрһәтте.
Ризван Хажиев бер ҡасан да тыуған яғы менән бәйләнешен өҙмәне. Һәр саҡ “бәләкәй Ватан”ының ҙур патриоты тип иҫәпләне үҙен. Уның һуңғы йылдарҙа сыҡҡан «Кем һин, Сабир Ваһапов?», «Шундай ер бар – Мәсетле ере» исемле китаптары, «Башҡортостан Республика­һының Мәсетле районы» энциклопедия­һы тап ана шул хаҡта һөйләй.
Бына нисек һүрәтләй яҙыусы үҙенең тыуған яғын “Журналист булып ҡалам…” повесында: “Тәбиғәттең иң хозур, иң күркәм, иң гүзәл төйәге был. Уң яҡта ҡуйы әрәмәлек аръяғында ғына Аҙыр күле йәйрәп ята, артабан аҡ ҡайынлы Байсауыл тауы офоҡҡа күтәрелә. Һул ҡулда иһә тыныс холоҡло Әй йылғаһы тулҡындарын ярға ҡаға ла, кире ҡаҡсып, ҡырсын ташлы утрау артына барып юғала…”
Ниндәй улын юғалтты бит Һөләймән! Ҡабатланмаҫ ҡәләм оҫтаһы, ялҡынлы публицист, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге, Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премиялары лауреаты, «Совет Башҡортостаны», «Кызыл таң», «Йәшлек» гәзиттәренең, «Ватандаш» журналының йыллыҡ премиялары лауреаты һәм… Һөләймән ауылының почетлы гражданы. Үҙ еренең балаһы!
Ризван дуҫымды Һөләймән ҡайында­ры араһында мәңгегә ҡалдырып киткәс, күңелемдә ошо шиғыр юлдары тыуҙы:
Һоҡланмаған кеше юҡтыр –
Әй-һәй, йәмле Әй буйы!
Туйып булмай, Әй буйында
Ял итһәң дә йәй буйы.
Гүйә, һаҡлап тора елдән
Һөләймәнде аҡ ҡайын.
Ҡайынды ҡосоп иланым,
Күргәс йәшен һуҡҡанын.
Байсауыл тауын иңрәтеп,
Ауып төштө ҡуш ҡайын…
Һағынам һине, Чапайым,
Ҡуш йөрәкле дуҫҡайым.

Ә бит минең Ризван Хажиев урамынан атлап, Ризван Хажиев исемендәге мәк­тәп­кә барып, Ризван Хажиев исемендәге премия лауреаттарын ҡотлағым килә. Һәм уның ҡәберенә ҡайын ултыртырға теләйем…

Марсель СӘЛИМОВ,
журналистика ветераны,
Башҡортостан Журналистар союзының 1996–2006 йылдарҙағы рәйесе.


Вернуться назад