Юлдаш итеп үткер ҡәләмде...30.09.2014
Юлдаш итеп үткер ҡәләмде... Ҡасан ғына әле беҙ, бер төркөм йәш, көс һәм илһамдары ташып торған журналистар, “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһы каби­неттарын, коридорын, ял итеү бүлмәһен, ҡаттар араһындағы баҫҡыстарҙы тултырып, шау-гөр килеп йөрөй инек. Йыш ҡына бәхәсләшеп тә китәбеҙ шунда, ижад серҙәрен уртаға һалып кемуҙарҙан һөйләшәбеҙ, бильярдын да төртәбеҙ, “коллектив уйын ул” тип, шахматын да күмәкләп уйнайбыҙ. Әле генә редакцияға килеп, бөтәһе менән танышып та өлгөрмәгән Ризван Хажиев та беҙҙең арала. Ә мин уны Башҡорт дәүләт университетында уҡығандан уҡ беләм. Филология факультетының башҡорт-урыҫ төркөмө старостаһы ине ул. Өс йыллыҡ армия хеҙмәтен Венгрияла тултырып ҡайтҡан был егет беҙгә, кисәге мәктәп уҡыусы­ларына, үҙенең әрһеҙлеге, һәр эшкә батып-сумып барыуы, ҡыйыулығы, ғәҙеллеге менән тәүҙән үк оҡшаны, һәм тәүге йыйылышта уҡ баш­лыҡ итеп һайлап ҡуйҙыҡ. Ләкин миңә күп уҡырға яҙманы был төркөм­дә: армияға китергә тура килде. Унан әйләнеп ҡайтҡанда иһә Хажи­евтар төркөмө өлкән курс студенттары булып киткән, ә Ризван өҫтә­үенә университеттағы комсомол комитеты­ның икенсе секретары итеп үрлә­телгән. Ленин стипендиаты ла етмәһә. Республика гәзиттәрендә лә мәҡәләләре йыш күренә. Шулай ҙа ул, бәғзе берәүҙәр һымаҡ, сабата­һын түргә элеп ҡуйманы, “мин — мин әле, мин — кем әле” тип, тана­уын да сөймәне, үҙ фекерен яҡлай белгән кеше, уҡыу төркөмөнөң хәс­тәрлекле старостаһы булып ҡалды.
Юлдаш итеп үткер ҡәләмде...Университетты “ҡыҙыл диплом”ға тамамлаған Ризван Хажиевҡа аспи­рантураға тура юл асылһа ла, ул үҙенең Әй буйҙарына мәктәп директоры булып ҡайтты ла китте. Насар эшләмәй ул мәктәптә. Шуға йыл тулыр-тулмаҫтан партияның район комитетына саҡырып алалар һәм ике эш тәҡдим итәләр. Беренсеһе — райком инструкторы, икенсеһе — райондың мәҙәниәт бүлеге мөдире. Икеһенән дә баш тарта Ризван. Партия билеты менән янай башлағас ҡына мәҙәниәт бүлеген ҡабул итергә ризалаша, ләкин гәзит ҡаны тәненә һеңгән, матбуғаттан тыш йәшә­үен күҙ алдына килтерә алмаған Хажиев ике йыл да эшләмәй, ҡасып тигәндәй, райондың “Коммунист” гәзитенә эшкә күсә. Райкомда уның был ҡылығын белеп ҡалалар һәм, “беҙҙән һорамай, икенсе урында эш­ләп йөрөй” тип, шелтә сәпәйҙәр. Әммә Хажиев ҡаушап ҡалмай, ғариза яҙып, 12 көн эшләй ҙә, мәҙәниәт бүлегенән бөтөнләйгә китә, һәм гә­зит мөхәррире Миңлетдин Яҡупов уны ауыл хужалығы бүлеге мөдире вазифаһына тәғәйенләй, аҙаҡ дубляж буйынса үҙенең урынбаҫары итеп үрләтә. Тап ана шул йылдарҙа журналистиканың офоҡ­тары киңәйә Ризван алдында: көндөҙ­ҙәрен редакцияла кеше яҙмаларын төҙәтеп ҡәләмен шымартһа, төндәрен республика гәзиттәре өсөн мәҡәлә, һүрәтләмәләр, очерктар яҙа.
1974 йылда Р. Хажиев менән йәнә осраштыҡ. Тамам өлгөрөп еткән журналисты “Совет Башҡортостаны”ның баш мөхәррире А.Ғ. Исмәғилев Учалы зонаһына үҙ хәбәрсе итеп эшкә саҡыра һәм яңылышмай. Дүрт йылға яҡын эш дәүерендә арҡыры-буй йөрөп сыға Риз­ван был төбәкте һәм проблемалы мәҡәләләре, тулҡынландырғыс очерктары, киҫкен тәнҡите менән урындағы халыҡта гәзиткә ҡарата ихтирам, ышаныс уята. Ә бит ул хеҙмәтләндергән зона бәләкәй түгел: Учалы, Белорет, Бөрйән райондары менән бергә ике индустриаль ҡала ла — Учалы менән Белорет — уның “ҡулында”. Биләмәләре генә 20 мең 259 квадрат километр. Был үҙе бер Кувейт, ике Ливан, йә иһә ярты Голландия тигән һүҙ. Халҡы ла байтаҡ — 90 меңгә яҡын. Әммә Р. Хажиев өлгөрә һәм әле бер, әле икенсе райондан яҙылған материалдары менән редакцияны “күмә”. Һуңынан, төньяк-көнсығыш райондар зонаһына күскәс тә гәзиттең тиражын арттырыу буйынса байтаҡ эшләй: гәзит уҡыусылар конференцияларын, хеҙмәт коллективтарында, мәктәптәрҙә осрашыуҙар үткәрә, урындағы гәзит редакциялары менән ныҡлы бәйләнеш булдыра, уларҙың эшенә күҙәтеү яһай. Үҙенең тынғыһыҙлығы, тапҡыр һәм тура һүҙлелеге, “аҡ”ты – “аҡ”, “ҡара”ны “ҡара” тип әйтеүҙән ҡурҡмауы арҡаһында урындағы түрәләр менән низағҡа ла инеп киткеләне Ризван. Йылдар буйы тәнҡит һүҙен ишетмәгән, партия исеме менән һәр төрлө башбаштаҡлыҡтар ҡылырға өйрәнеп алған ҡайһы бер район етәкселәренә “Совет Башҡортостаны” биттәрендә үҙҙәренең исемдәрен кире яҡтан күреү сәйер тойола, һәм улар Хажиевты эҙәр­лекләй, уның өҫтөнән партия өлкә комитетына ялыу яҙып, эштән бушатыуҙы талап итә башлай. Ләкин гәзит мөхәррире уны эштән алыу урынына Өфөгә күсерә лә редакцияның ул саҡтағы иң төп һәм яуаплы партия тормошо бүлегенә мөдир итеп тәғәйенләй.
Әле район гәзитендә эшләгән осорҙа уҡ Ризван Хажиев үҙен яҙыусылыҡ өл­кә­һендә лә һынап ҡарамаҡ була. Ләмәҙ­тамаҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы Вафа Әхмәҙуллин Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Чехословакияла “Бейек Татр” партизан отряды командиры булған һәм көнбайышҡа табан хәрәкәт итеүсе совет ғәскәрҙәрен беренсе булып ҡаршы алған. Әммә был хаҡта районда бер кем дә белмәй. Вафа ағай үҙе лә әллә ни асылып бармай. Төпсөшә, ныҡыша тор­ғас, Ризван уның осона сыға. Тәүҙә район гәзитендә “Василий”, һуңынан Прагала сыҡҡан “Руде право” гәзитендә “Во Словенских горах” тигән очерктар баҫтыра, ә инде 1981 йылда Башҡорт­остан китап нәшриәтендә уның тәүге “Бейек Татр бөркөтө” тигән документаль повесы донъя күрә, һәм Вафа Мостафа улы Әхмәҙуллиндың исеме, уның ҡа­һарманлығы бөтә республикаға тарала.
Ризван Хажиев — “Әгәр мин янма­һам...” тигән очерктар йыйынтығы, Салауат районынан Советтар Союзы Геройы Абдрахман Ғәйфул­лин тураһында “Одер өҫтөндәге яҡтылыҡ”, “Журналист булып ҡалам”, “Кем һин, Сабир Ваһапов?”, “Батшаларға башын эймәгәнде...” исем­ле доку­менталь повестары, “Башкирская публицистика 20 – 30-х годов” моног­ра­фия­һы авторы, “Краткая энциклопедия Мечетлинского района” ки­табының ав­торҙашы. Бынан тыш, ул – “Шомло Аф­ған тауҙары”, “Еңеүҙең йәшел төҫө”, “Жур­налист оҫталығы дәрестәре” йыйын­тыҡ­тарын төҙөүсе лә. Мин бында “моног­ра­фия” һүҙен тикмәгә ҡыҫтырманым: Ризван Хажиев 1986 йылда, Башҡортостанда иң беренсе булып журналистика буйынса “Роль публицис­тики в становлении и раз­витии башкирской литературы” тигән темаға диссертация яҡлап, “филология фәндәре кандидаты” ғилми дәрәжәһен алды.
1987 йылдың декабрендә Динис Бүләковтың тәҡдиме менән Риз­ван Хажиев Башҡортостан Журналистар сою­зының яуаплы секретары, ә нәҡ бер йыл­дан һуң идара рәйесе итеп һайлана һәм шул ауыр, мәшәҡәтле, сетерекле эште һигеҙ йыл буйы тарта. Ошо дә­үер­ҙә Башҡортостан Журналистар союзы­ның абруйы бермә-бер күтәрелә, Рәсәй журналистарының Мәскәүҙәге Союздар йортонда үткән III съезын Ризван Хажиевтың алып барыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй.
Һуңғы йылдарҙа Р. Хажиев Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһында уҡытты, факультет дека­ны урынбаҫары, “Ватандаш” журналы­ның баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләне.
Теге йәки был яҙыусының ижадына байҡау яһағанда ул, йәнәһе, оло әҙә­биәткә юлды журналистиканан башла­ны, әҙәбиәткә гәзит, журнал редакция­лары аша килде, тип хәбәр һалабыҙ. Әйтер­һең, журналистика әҙәбиәттән бер баҫ­ҡысҡа түбән тора, әйтерһең, ул шул уҡ әҙәбиәт түгел, ә ниндәйҙер башлап яҙыу­сылар цехы. Мин был раҫлауҙар менән килешмәйем, сөнки улар икеһе лә тиң хоҡуҡлы. Тик айырмаһы ла бар: яҙыусы тыныс ҡына ултырып, уйҙырмаларға ҡо­роп ижад итһә, журналист һәр саҡ юлда, тәгәрмәс өҫтөндә яҙа, кешеләр араһын­да, тормош уртаһыңда ҡайнай. Уның ге­ройҙары ла – тере йән эйәләре: тарихи шә­хестәр, замандаштарыбыҙ. Улар тура­һында яҙыу күпкә ауыр ҙа, ҡат­марлы ла. Бәлки, шуғалыр ҙа документалист яҙыусылар беҙҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуларҙың береһе – Ризван Хажиев. Шул хаҡта ла уйланһаҡ ине беҙ.
А. Баһуманов, яҙыусы.


Вернуться назад