Борхан фермеры27.09.2014
Борхан фермеры
“Ауыл ерендә эшһеҙлектән йонсоп, урам ҡыҙырған кеше булырға тейеш түгел, малсылыҡҡа, баҡсасылыҡҡа тотонорға теләк белдергәндәргә иһә йүнәлеш бирәйек, ярҙам итәйек”. Ҡайһы ғына хакимиәт башлығын алмайыҡ, барыһынан да кәрәкле шөғөлгә этәргес һәм ынтылыш бирерлек ошондай йылы һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин. Хуплап торғанда эшҡыуарлыҡ нисек үҫешә һуң? Миҫалға Ҡариҙел районының Борхан ауылында дүрт йыл элек барлыҡҡа килгән “Игошев” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһен тыңлайыҡ. Уның һөйләгәндәре, моғайын да, күптәрҙе уйландырыр, дәртләндерер.


– Бүтәндәрҙә нисектер, әммә минең күңелдә фермер булыу тойғоһо күптән бөрөләнде. Күпмелер ваҡыттан һуң ошо хыялым тормошҡа ашты, бөгөн сикһеҙ бәхетлемен, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Владимир Игошев. – Үҙ шөғөлөм, үҙ көйөм тигәндәй, хәҙер бөтә мәсьәләне лә нәҡ үҙем хәстәрләргә һәм хәл итергә тейешмен. Ятҡан таш мүкләнә, йөрөгән таш шымара тигән мәҡәлде һәр саҡ иҫтә тотоп эш итәм. Шулай булмай ни!
Ғаиләм – ҡәлғәм, таянысым да, кәңәшсем дә, ярҙамсым да. Бөтә уй-ниәтте уртаҡ һүҙле булып, бергәлә­шеп тормошҡа ашырабыҙ.
“2012-2014 йылдарға иҫәпләнгән крәҫтиән (фермер) хужалығы ниге­ҙендәге ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү” федераль маҡсатлы про­грам­маһында ҡатнаштыҡ. Уға яраш­лы, дәүләттән 3 277 973 мең һумлыҡ грант алдыҡ. Гәзит уҡыусы, был фермер ошо хәтлем аҡсаны нимә эшләтә икән, тиер. 50 баш малға иҫәпләнгән һөт-тауар фермаһына капиталь ремонт яһарға йыйынабыҙ, һыйыр малы өсөн ҡаралған базалар үҙгәртеп ҡороласаҡ, бер нисә заманса техника, уларға тағылма ҡорамалдар ҙа кәрәк бит әле, скважина ҡаҙырға иҫәп тотабыҙ, ҡара-сыбар тоҡомло мал ҡайтарырға ниәт иттек. Кем әйтмеш­ләй, пландар шул тиклем ҙур, маҡсаттар аныҡ. Йәш алға тәгәрәгән һәм йылдар үткән һайын бына нимәгә төшөнәм: күп осраҡта ниндәйҙер эшкә тотонорға йөрьәт итмәйбеҙ икән. Нимәлер ҡамасаулай йәки тотҡарлай. Ысынында иһә бер ниҙән дә ҡурҡырға ярамай. Был осраҡта күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тиҙәрме әле?
Бөгөнгө эшмәкәрлегем нимәнән ғибәрәтме? Ит һәм һөт етештереү буйынса махсуслашам. 30 баш һыйыр малы бар, шуның өстән бер өлөшө – һауын һыйыры, улар һанын арттырыу өсөн бар көсөмдө һалам. 40 баш сусҡа аҫрайым, шул уҡ ваҡытта үҫемлекселекте лә ташлап ҡуйып булмай. Күршем әйтмешләй, малға ашатырға ем кәрәк тә инде.
Сәсеүлек майҙаны 210 гектар ерҙе тәшкил итә. Ужым бойҙайы, һоло, күп йыллыҡ үләндәр сәсәбеҙ.
Өс кешене эш урыны менән тәьмин иттем, уларҙың уртаса эш хаҡы – 17 мең һум.
Шуға ҡыуанам: беренсенән, район етәкселегенең фермерҙарға ярҙамын һәр саҡ тоябыҙ, икенсенән, ауыл хужалығы тармағын үҫтереү өсөн уңайлы шарттар етерлек, йыбанмай эшлә генә.


Вернуться назад