Бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалманы28.01.2012
"Ижтимағи электрон гәзит" сайтында онлайн-конференциялар дауам итә. Ошо көндәрҙә уҡыусыларҙың һорауҙарына Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы Әлмира Ғәниева яуап бирҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: күҙәтеү һәм контроль идаралығы бынан бер нисә йыл элек уҡытыу сифатын яҡшыртыу, мәғарифтағы заманса хеҙмәттәрҙе файҙаланыуҙа ғәҙеллеккә өлгәшеү, белем һәм тәрбиә биреү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, уҡыусылар һәм студенттарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, ғәмәлдәге ҡануниәттең теүәл үтәлешен тәьмин итеү маҡсатында ойошторолғайны.
Яңы структура белгестәре, республикала дәүләт имтихан комиссияһының тулы хоҡуҡлы вәкилдәре булараҡ, Берҙәм дәүләт имтихандарын үткәреүҙә, уҡыусыларҙы әҙерләүҙең тәртибен һәм сифатын планға ярашлы һәм пландан тыш тикшереүҙә лә ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш, теге йәки был мәғариф учреждениеһының дәүләт аккредитацияһын үтеү-үтмәү мәсьәләһен дә нәҡ идаралыҡ белгестәре хәл итә. Ҡыҫҡаһы, бурыстар етерлек, шуға һорауҙар ҙа күп булды. Бер сәғәт дауамында Әлмира Альберт ҡыҙына 50-гә яҡын кеше мөрәжәғәт итте. Күптәрҙе белем усаҡтарында төрлө маҡсатта йыйылған "һалым" мәсьәләһе, уҡыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең эш хаҡтарына өҫтәмәләр, мәғариф учреждениеһы асыуға лицензия алыу шарттары ҡыҙыҡһындырҙы.
Тәүгеләрҙән булып "тура бәйләнеш"кә гәзиттең даими уҡыусыһы Тайфур Латипов сыҡты. Ул идаралыҡтың эшмәкәрлеге, эш һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһынды.
— Волга буйы федераль округындағы башҡа субъекттар менән сағыштырғанда Башҡортостан контроль объекттар һаны буйынса алда килә — беҙҙә 5,5 меңдән ашыу мәғариф учреждениеһы иҫәпләнә, — тип билдәләне идаралыҡ начальнигы. — Беҙ уларға белем биреү эшмәкәрлеген алып барыуға лицензия бирәбеҙ, аккредитация үткәрәбеҙ һәм артабан да контролдә тотабыҙ. Мәҫәлән, былтыр ғына ике меңдән ашыу мәғариф учреждениеһына лицензия тапшырҙыҡ, 500-ҙән күберәк мәктәпте аккредитацияланыҡ.
Әйткәндәй, 2010 йылдың 1 ғинуарынан Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығына яңы бурыстар йөкмәтелгән — хәҙер ул дәүләт өлгөһөндәге документтарҙы раҫлау хоҡуғына ла эйә. Был йәһәттән былтыр 150 ғариза ҡабул ителгән дә инде, уларҙың 141-е ыңғай хәл ителгән.
Ғөмүмән, һорауҙар күп булды. Уларҙың барыһына ла бер сәғәт эсендә генә яуап биреп бөтөү мөмкин дә түгел ине. Виртуаль аралашыуҙа ҡаралмаған һорауҙар "Ижтимағи электрон гәзит"тең сайтында (i-gazeta.com) урын аласаҡ. Ә конференцияның барышын баҫманың "Архив" рубрикаһында ҡабаттан ҡарарға мөмкин.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Вернуться назад