Геройҙар уҡыған мәктәп27.09.2014
Геройҙар  уҡыған мәктәп
Һәр төбәк, һәр район – арҙаҡлы шәхестәре, һәр мәктәп үҙенең күренекле уҡыусылары менән ғорурлана. Ҡариҙелдәге 1-се урта мәктәпкә яҡынлашҡанда ихатала һәм фойела өйкөлөшөп торған апай-ағайҙарҙан “Әлимов килгән икән” йәки “Владимир Ришат улын күрербеҙме?” тигән һүҙҙәрҙе ишеттек.
Хәйер, был уҡыу йортон кемдәр генә тамамламаған! Улар араһында ғалимдар, сән
ғәт кешеләре, эш­ҡыуарҙар, инже­нер­ҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре бар...
Мәктәптең тарихы райондың мәғариф тармағы менән тығыҙ бәйләнгән. Үткән быуаттың 20-се йылдарында ил етәксе­легенең тәүге маҡ­саты халыҡ араһында наҙанлыҡты бөтөрөү булған. Революцияға хәтлем Абыҙ ауылында башланғыс мәктәп асылған. 1933 йылда Бөрө педагогия техникумын тамамлаған бер нисә мөғәллимде Ҡариҙел районына эшкә ебәргәндәр. Бер йыл үтеүгә бында V класс асыла. 1936 йылда иһә район үҙәгендә 280 урынлыҡ ете класлы мәктәп эшләй башлай. Һигеҙ йыллыҡ белем биреүгә иһә 1939 йылда күсәләр, һуңғараҡ ул урта мәктәп статусын ала.
– Мин дә ифрат ныҡ тулҡынланам, мәктәптә сирек быуат директор булып эшләнем, шуға күрә һеҙҙе аңлайым, – тине, тантананы асып, Ҡариҙел район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илдус Мусин. – Мәктәптең данлы тарихы, бөгөнгөһө, шулай уҡ сығарылыш уҡыусылары һәм татыу коллективы менән ғорурланырға тулы хаҡы бар. Йәш быуынды тәрбиәләүгә бөтә көсөн һалған хөрмәтле педагогтарға ҙур рәхмәт. Уҡытыу­сылар, нәҡ һеҙ үҫмерҙе оло тормошҡа әҙерләп сығараһығыҙ, һәр береһенең күңеленә илһө­йәрлек орлоҡтары һалаһығыҙ, илгә лайыҡ­лы граждандар тәрбиәләйһегеҙ.
Илдус Ғаяз улы уҡыу йортоноң матди-техник базаһын яҡшыртыу өсөн мәктәпкә 100 мең һум аҡса тапшырҙы.
Күркәм кисәне алып барған уҡыу алдынғылары Регина Ҡотлоева менән Фәнүр Лотфуллин ҡунаҡтарҙың барыһын да байрам айҡанлы ҡотланы, сығарылыш уҡыусылары исеменән уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Үҫмерҙәр вальс бейене, башланғыс класс балалары иһә шиғыр юлдары менән тәбрикләне.
Мәктәп директоры Рөстәм Латиповтың һүҙҙәренә ҡарағанда, һәр тарафтан да замандың ажғыр бурандары ҡоторғанда, әсе елдәр иҫкәндә белем усағы бер ҡасан да бирешмәгән, уның һәр йылы тарихҡа тиң.
Геройҙар  уҡыған мәктәпМәктәпте бөтәһе 3 828 егет һәм ҡыҙ, 104 кеше миҙалға тамамлаған, 59 тапҡыр сығарылыш кисәһе ойошторолған. Әле бында 703 уҡыусыға 74 уҡытыусы төплө белем һәм күркәм тәрбиә бирә, шуларҙың етәүһе – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, биш уҡытыусы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, дүрт педагог “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсында еңгән, 32 мөғәллимә туған мәктәбендә эшләй.
Ысынлап та, сығарылыш уҡыусылары – белем усағының ҡото. Бына улар – Советтар Союзы Геройы Николай Романов, Рәсәй Геройы, хәрби летчик, Ҡариҙел районының маҡтаулы гражданы Владимир Әлимов, БАССР Юғары Советы Рәйесе Марат Мирғәзәмов, БДУ доценты Андрей Ефимов, интернациональ бурысын үтәгәндә яу яланында башын һалған Александр Поленок, тыныс тормошта һәләк булған хәрби Геннадий Золотарев, сәнғәт оҫталары Альберт Шаһиҙуллин, Светлана Ғиниәтуллина һәм башҡалар.
Баланың көндәлегендәге “бишле” билдәһе – уҡыусының, уҡытыусының һәм ата-әсәнең татлы емеше, ә мәктәптең уңышы – мәғариф тармағы хеҙмәткәрҙәренең, педагогия коллек­тивының, ата-әсәләрҙең, бағыусылар­ҙың уртаҡ эш һөҙөмтәһе. Ҡариҙелдәге 1-се урта мәктәп бөгөн үҫеш юлында икән, тимәк, һәр кем ҡулынан килгәнсә тырышлыҡ күрһәтә, тип һығымта яһарға кәрәк.


Вернуться назад