Мәңгелек урман төйәгендә27.09.2014
Мәңгелек урман төйәгендә
Көндө күтәренке кәйеф менән башлаһаң, ул тәүлек әйләнәһенә шулай дауам итәсәк тигән ышаныу бар. Алсаҡ йөҙ, ихлас ҡараш әҙәм балаһына ыңғай тәьҫир итә. Иңдәргә ҡанат ҡуйып, дәртләндереп ебәреү иһә киләсәккә өмөт уята, ышанысты икеләтә арттыра.
Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының кабинетынан кеше өҙөлмәй – берәүҙәр инә, икенселәр ҡәнәғәт рәүештә ҡайтырға юллана. Улай ғынамы, ишектән күренгән һәр кемдең йөҙө ҡояштай балҡый, күҙҙәрендә нур уйнай. Әйтерһең дә, ҙур һәм мәртәбәле тантанала ҡатнашҡандар ҙа шунан кинәнес алалар. Илдар Вил улының эш бүлмәһенән һәр кем күкрәк киреп, ҡыйыу аҙымдар менән сыға икән, тиккә түгел. Был яҡтарҙа шундай әйтем йәшәй: булдыҡһыҙ әҙәм булмай, бары тик уны эшкә өйрәтеү, дилбегәне ҡулына тоттора белеү зарур. Бәлки, район иҡтисадын уңышлы үҫтереү сере лә халыҡ күңеленә юл табыу оҫталығынан киләлер?!
Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар ҒАРИФУЛЛИН менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ төбәк үҫешенә ҡағылышлы мәсьәләләр хаҡында барҙы.


– Ҡариҙел районын телгә алһалар, шәхсән минең өсөн иге-сиге күрен­мәгән, йырып сыҡҡыһыҙ, елһеҙ саҡта ла шаулап торған урмандар күҙ алдына баҫа. Был ысынлап шулаймы?
– Әлбиттә, урман – төп байлығыбыҙ, тәбиғәт бүләк иткән хазина. Дөйөм ерҙәр­ҙең 2 347 квадрат километрын ағастар тәшкил итә. Беҙҙең биләмә аша төньяҡтан көньяҡҡа табан аҡҡан бик күп йылғалар районды шартлы рәүештә ике өлөшкә бүлә. Һул яҡ яр урман төбәгенә ҡарағас, унда йәшәгәндәр, билдәле, ағас эшкәртеү менән шөғөлләнә. Ә ялан яғын төйәк иткәндәр ауыл хужалығы тармағына ныҡлап тотонған.
– Ағас эшкәртеү тураһында гәзит уҡыусыларҙың төплөрәк белгеһе килә.
– Был йүнәлеш төбәктә яҡшы үҫешкән тип ауыҙ тултырып һөйләргә нигеҙ етерлек. “Ҡариҙел урман эшкәртеүселәр союзы” ағзалары, ағас әҙерләү һәм уны эшкәртеүҙән тыш, аренда участкаларына үҫенте ултыртыу менән дә мәшғүл. Шул уҡ ваҡытта “Өфөлеспром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлеген киң йәйелдергән. Бында етештерелгән юғары сифатлы төҙөлөш материалдарына ихтыяж ифрат көслө. Мәҫәлән, евровагонка, шпунтланған таҡта, блокхаус, өй йыһаздарын хатта ситтән дә килеп алалар. Йорт һалыу өсөн төҙөлөш материалының ниндәйе генә юҡ! Улар киләсәктә йылына 15 мең кубометр ағас эшкәртеүҙе күҙ уңында тота. Йәмғиәт йыл да етештергән тауар күләмен арттыра бара. Әйткәндәй, тағы бер цех төҙөү ҙә уларҙың эш планына ингән. Ғөмүмән, пред­приятие артабан эшмәкәрлеген үҫте­реү өсөн 50 миллион һумдан ашыу аҡса тотонмаҡсы.
“Альпийский” йәмғиәте, уның булдыҡлы етәксеһе Венер Фәйезов тураһында бер кәлимә һүҙ әйтәйем. Заманса ике пилорамаһы бар, ул да төҙөлөш материалдары етештерә, тауарын Магинск ауылындағы магазинында һата. Венер Ғәлимйән улы бихисап кешегә эш урыны булдырған, хеҙмәткә ваҡытында түләй, бынан тыш, ауылдарға социаль ярҙам да күрһәтә. Күптән түгел өр-яңы утын ярғыс һатып алғас, эше айырыуса ырай башланы. Хәҙер ауыл халҡын һәм бюджет ойошмаларын яғыулыҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә. Меценат Венер уҙаман мәсет тә төҙөт­тө.
Ә бына шәхси эшҡыуар Николай Порядин бура бурай, шулай уҡ будка, беседка, баҫҡыстар эшләп һата.
Төбәктә ағас күмере менән сауҙа иткән дүрт цех бар. Тәүлегенә һигеҙ тонна тауар етештерә егәрлеләр.
Быйыл продукцияның яңы төрө бар­лыҡ­ҡа килде. Үҙенсәлекле итеп яһалған ағас тәҙрә һәм ишектәр Муллаҡай ауылында етештерелә. Арболитлы блок эшләү буйынса өҫтәмә пункт асылды.
– Ялан тарафында ғүмер иткәндәр ауыл хужалығына ғына күҙ төбәйме? Ни тиһәң дә, төбәктә эре завод йәки предприятие юҡ...
– Бөгөн беҙҙә 16 ауыл хужалығы етеш­тереү предприятиеһы, 43 шәхси эшҡыуар һәм крәҫтиән (фермер) хужалығы ҡаҙа­ныш­тары һәм уңыштары менән һөйөн­дөрә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтырғы ҡоролоҡ районға һиҙелерлек зыян килтерҙе. Иген һәм техник культуралар, күп йыллыҡ үлән йүнләп үҫмәне. Әммә республика етәксе­леге был тәңгәлдә ваҡытында ифрат ҙур ярҙам күрһәтте, форсаттан файҙаланып рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
“500 ферма” программаһы күптәргә икенсе һулыш бирҙе. “Әртәкүл” яуап­лы­лығы сикләнгән йәмғиәте, мәҫәлән, буш торған биналарҙы рәтләп, ҡайтанан аяҡҡа баҫтырҙы, ҡеүәтле ҡорамалдар һатып алды. Йәнә “Урал” ауыл хужалығы предприятиеһы, “Киров” һәм “Восход” йәм­ғиәттәре ошо программаға ингәс, һәр бере­һенең хәл-торошо еңеләйҙе.
“Яңы эш башлаған фермерҙарға һәм ғаилә малсылыҡ фермаһына ярҙам” конкурсында еңеүселәр, ә улар бишәү, мал­сы­­лыҡҡа ныҡлап тотонмаҡсы.
Көнүҙәк мәсьәләләргә килгәндә, ураҡ ҡыҙыу барҙы, иген­селәрҙең тырышлығын айырыуса бил­дәләр инем. Ерҙе туңға һөрөү, ужым сәсеү тамамланды. Һыйыр малы йәйләүҙән фермаларға ҡайтарылды, мал аҙығы етерлек әҙерләнде.
– Илдар Вил улы, Президент Рөстәм Хәмитов туризмды үҫтереү мәсьә­ләһенә айырыуса ҙур иғтибар бүлә, был хаҡта күп тапҡыр сығыш яһаны. Һеҙҙә сәйәхәт ҡылам тиһәң, рәхим ит, урман эргәлә генә, һыу инергә яратҡан­дарға уңға атлаһа ла, һулға боролһа ла – йылға, әкиәттәгеләй болонлоҡтар тигәндәй...
Мәңгелек урман төйәгендә– Йырҙарҙа йырланған Ҡариҙел йылға­һы, уның йүгерек ҡушылдыҡтары Йүрүҙән, Кирҙә, Байҡы, Үреш һәм башҡалар кем­дәрҙе генә үҙенә ғашиҡ иттермәгән. Павловка һыу һаҡлағысы хаҡында әйтеп тора­һы ла түгел, барыһы ла – ғорур­лығыбыҙ. Беҙҙәге тәбиғәт байлығы туризмды үҫтереүгә ярайһы булышлыҡ итә. Маҡтаныу тимәгеҙ, йыл һайын 100 меңдән ашыу ҡунаҡ районыбыҙға ял итергә килә. Халыҡтың күбеһен һунар ылыҡтырһа, йәштәрҙе кәмәлә йылғаны гиҙеү ҡыҙыҡ­һындыра, балыҡ тотоусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ. “Звездный” физ­культу­ра- һауыҡтырыу комплексы, “Три пескаря”, “Уфаводоканал”, “У трех медведей”, “Урман” һәм бүтән йәмғиәттәр ошо йүнә­лештә эшләй. Туризмды үҫтереүгә тотонғандарға финанс ярҙамы күрһәтелә – 300 мең һум күләмендә аҡса бирелеүе шуны дәлилләй. Киләсәктә был тармаҡ үҫеш алһын өсөн район кимәлендә 2014-2016 йылдарға иҫәпләнгән программа уңышлы тормошҡа ашырыла башланы.
– Күптән түгел бар мәктәптәрҙә лә тәүге ҡыңғырауҙар яңғыраны. Ыҫпай кейенгән бер төркөм егет һәм ҡыҙ әле генә юлыбыҙҙа осраны, ҡарап тороуы кинәнес. Төбәктә ҡулайлаштырыу еле ҡағылған мәктәп булдымы, яңы уҡыу йылы һеҙҙә нисек башланды?
– Уҡымышлы кеше, һәр йәһәттән дә тормошҡа әҙер шәхес булараҡ, ҡатмар­лыҡ­тарҙы тиҙ йырып сыға, тормош ритмына әүҙем эйәрә. Йәмғиәттең артабанғы үҫеше бөгөнгө мәғариф өлкәһенә туранан-тура бәйләнгән.
Районыбыҙҙа йыл да тиерлек бер бе­лем биреү учреждениеһы сафҡа инде­релә. Капиталь һәм ағымдағы ремонтты әйтәһе лә түгел. Тиҙҙән Яңы Муллаҡай ауылында 25 сабыйға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған 60 урынлыҡ мәктәп бинаһы төҙөләсәк. Шундай уҡ белем усағы Абыҙҙа ла ҡалҡытыласаҡ. Беҙҙә мәктәптәр ябылмай, киреһенсә, асыла.
Районда барлығы 71 белем биреү усағы бар. Бөтәһе өс меңдән ашыу уҡыусы йылы һәм яҡты кластарҙа Белем көнөн ҡаршыланы. Украинанан килгән бер бала Әртәкүл мәктәбенең I класына уҡырға барҙы.
Районда һуңғы өс йылда мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын яңыртыу һөҙөмтәһендә 85 өҫтәмә урын барлыҡҡа килде. Әйтәйек, район үҙәгендә 2-се балалар баҡсаһы асылғас, ошо тәңгәлдә сират һиҙелерлек кәмене. Бала күңеле – аҡ ҡа­ғыҙ, ни яҙһаң, шул оҙаҡ юйылмай һаҡлана бит. Шуға ла кескәйҙәр өсөн шарттар тыуҙырыу – мөҡәддәс бурысыбыҙ. Ҡар­иҙел­дәге 4-се балалар баҡсаһына ҙур ремонт уҙғарҙыҡ, Бағаҙы биҫтәһендәге 3-сө балалар баҡсаһы үҙгәртеп ҡоролдо, Ҡа­раяр­ҙағы­һының иҙәне йылытылды, Яугил­делә газ ҡаҙанлығы яңыртылды, Ма­­гин­ск­и­ҙа ла шулай уҡ шаҡтай үҙгәрештәр бул­ды...
– Илдар Вил улы, мәҙәниәт тема­һына күсәйек. Кешенең мәҙә­нилеге, мә­ҙәни мөхит, мәҙәни ҡиммәттәр, тибеҙ. Һәр хәлдә, Мәҙәниәт йылы тамам­ланырға ла һанаулы ғына айҙар ҡалды.
– Тулыһынса килешәм фекерегеҙ менән. Мартта Асҡын районынан эстафетаны ҡабул итеп алдыҡ та штандартты мишкәләргә тапшырҙыҡ.
Сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәре һәр төрлө күңел асыу сараларын даими ойоштора. Райондағы ижади коллективтар, яҡташтарын йыр-моң менән һөйөндө­рөү­ҙән тыш, күрше райондарға ла гастролгә сыға. Һәүәҫкәр, үҙешмәкәр артистарҙың төбәк-ара, республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып приз­лы урындар яулауы хаҡында оҙаҡ һөйләргә мөмкин.
– Тағы ла нимәләр өҫтәр инегеҙ?
– Районда 597 бәләкәй һәм урта эшҡыуар теркәлгән, уларҙың 44 проценты тирәһе сауҙаға ҡарай. Үҙ сиратында 232 сауҙа нөктәһе бар, 14 урында йәмәғәт туҡ­ланыуы ойошторолған, туғыҙ икмәк бешереү цехы эшләй. “Башагропром” йәмғиәтенең “Ҡариҙел” һөт заводы әле 15 төр һөт ризығы етештерә.
Социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә. Айырым категорияға ҡараған граждандарға республика программаһына ярашлы йорттар төҙөп тапшырыла. Бынан тыш, “Ауылды социаль үҫтереү”, “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү”, “Торлаҡ” федераль, шулай уҡ “Йәш ҡариҙелдәргә – уңайлы торлаҡ” муниципаль программалары нигеҙендә халыҡ үҙ мөйөшөн булдыра.
Кадрҙар мәсьәләһенә айырым ҡараш­табыҙ. Маҡсатыбыҙ – Ҡариҙел кешеһе тәпәй баҫҡан еренә эшкә ҡайтһын, тыуған тупрағында төйәкләнһен, туған районының данын күтәрһен!
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Әтнәш-Кирҙә автомобиль юлын төҙөү тотҡарлыҡһыҙ дауам итә, ул 39 саҡрымға һуҙылған. Шулай итеп, 2015 йылда иң төпкөлдә урынлашҡан Кирҙә ауыл Советы биләмәһенә “ҡорос ат”та “һә” тигәнсә барып етеү мөмкин буласаҡ.
Ҡырым Республикаһының Белогорск районына ярҙам күрһәттек, Украина ҡа­саҡтарын ҡабул иттек.
Йылытыу миҙгеленә яҡшы әҙерләндек, эш барышында ҡытыршылыҡтарға юл ҡуйылманы.
– Илдар Вил улы, йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
“Ҡариҙел урман эшкәртеүселәр союзы” ағзалары, ағас әҙерләү һәм уны эшкәртеүҙән тыш, аренда участкаларына үҫенте ултыртыу менән дә мәшғүл.

“500 ферма” программаһы күптәргә икенсе һулыш бирҙе. “Әртакәл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, мәҫәлән, буш торған биналарҙы рәтләп, ҡайтанан аяҡҡа баҫтырҙы, ҡеүәтле ҡорамалдар һатып алды.

Йыл һайын 100 меңдән ашыу ҡунаҡ Ҡариҙел районына ял итергә килә. Халыҡтың күбеһен һунар ылыҡтыра, йәштәрҙе кәмәлә йылғаны гиҙеү ҡыҙыҡһындыра, балыҡ тотоусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ.

Районда һуңғы өс йылда мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын яңыртыу һөҙөмтәһендә 85 өҫтәмә урын барлыҡҡа килде. Әйтәйек, район үҙәгендә 2-се балалар баҡсаһы асылғас, ошо тәңгәлдә сират һиҙелерлек кәмене.

“Ауылды социаль үҫтереү”, “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү”, “Торлаҡ” федераль, шулай уҡ “Йәш ҡариҙелдәргә – уңайлы торлаҡ” муниципаль программалары нигеҙендә халыҡ үҙ мөйөшөн булдыра.


Вернуться назад