Көнбағыш йыйыуға төштөләр27.09.2014
Бишбүләк, Көйөргәҙе һәм Миәкә райондары тәүгеләрҙән булып көнбағыш йыйыуға тотондо.


Быйыл эш былтырғыға ҡарағанда бер айға алдараҡ башланды. Әле республикала был майлы культура 23 мең гектар майҙанда йыйылған. Гектарынан уңыш уртаса 10 центнер тәшкил итә, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез һәм Шишмә райондарында — 15 центнерҙан ашыу. Әле 23 мең тонна көнбағыш орлоғо һуғылған. Мәләүез (2,8 мең тонна), Көйөргәҙе (3,9), Стәрлетамаҡ (3,7 мең тонна) райондары уңышты мул йыйған.




Вернуться назад