Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған ауылы Келәшкә етәрәк йәм-йәшел сөгөлдөр баҫыуын иңләгән ҡеүәтле комбайндарҙы күргәс, татлы тамыр уңышы хаҡында белешергә булдыҡ. Бәхеткә, яныбыҙға еңел машинала әйҙәүсе агроном Илдар Саҙрыев килеп туҡтаны.
— Был баҫыуҙар “Башкирагроинвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡарай. Етәксебеҙ — Илдар Насиров. Шишмә, Бүздәк, Благовар райондарында урынлашҡан бүлексәләрҙә уңыш йыйыу ҡыҙыу бара, — тине ул.
Шишмә районына ҡараған бүлексәгә 19 мең гектар ер тура килә. Шуның 11 мең гектарында эш ҡайнай. Өс “ГримРексер” комбайны тәүлек әйләнәһенә эшләй. Шул уҡ ваҡытта тау-тау теҙмәләргә һалынған сөгөлдөрҙө Шишмә шәкәр заводына оҙатыу ҙа ойошторолған. Көн дә 100-130 машина заводҡа “татлы тамыр” илтә. Алдынғы механизаторҙар Александр Капустин, Ренат Әминев ҡеүәтле сит ил техникаһы менән оҫта эш итә. Келәш янындағы баҫыуҙың гектар ҡеүәте — 300 – 420 центнер. Был былтырғыға ҡарағанда ҡайтышыраҡ. “Июлдәге һыуыҡтар ҡамасауланы”, — ти Илдар. Әйткәндәй, ул 2007 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан бында эшләй. Уның янына агрономдар Марс Фәйзуллин, Айрат Нурғәлиев тә килеп етте.
— Шәкәргә ҡытлыҡ булмаясаҡ. Көндәр аяҙ торғанда уңышты тиҙ һәм юғалтыуһыҙ йыйып аласаҡбыҙ, — ти улар. Республиканың сауҙа кәштәләрендә үҙ шәкәребеҙ лайыҡлы урын биләр, тип ышанабыҙ.