Ҡасаҡтар өсөн аҡса бүленә27.09.2014
Украина ҡасаҡтарын ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн Башҡортостанға 28 миллион 665,6 мең һум аҡса бүленә.

Трансферттар күләмен билдәләгәндә ҡабул ителгән ҡасаҡтар һаны, 1 сентябргә ҡарата уларҙың урында йәшәү оҙайлылығы иҫәпкә алынды. Бер кешегә көнөнә 800 һум тура килә.
79 төбәккә бүленгән аҡсаның дөйөм күләме 1 миллиард 266 миллион һум тәшкил итә. Иң ҙур сумма Ростов, Волгоград һәм Белгород өлкәләренә тура килә.
Әле Башҡортостанға Украинанан 5,2 мең самаһы ҡасаҡ килгән.



Вернуться назад