Өфөлә Машина эшләүселәр көнөнә арналған байрам сараһы уҙғарылды.
Ҡала мәҙәниәт һарайындағы тантанаға 100-гә яҡын кеше йыйылды. Улар араһында етештереү алдынғылары, заводтағы ғаилә династиялары вәкилдәре, предприятиелар етәкселәре, Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Рәсәйҙең Машина эшләүселәр союзы вәкилдәре бар ине.
Тантаналы йыйылышты Башҡортостандың Машина эшләүселәр профсоюзы рәйесе урынбаҫары Ришат Мостафин асты. Ул республикала тармаҡты үҫтереүгә тос өлөш индергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе. Сарала хеҙмәт династиялары вәкилдәренә, “Йыл директоры”, “Йылдың һөнәри алдынғыһы”, “Иң яҡшы профсоюз ойошмаһы” номинацияларында еңеүселәргә бүләк тапшырылды.
Байрам баш ҡаланың ижади коллективтары концерты менән тамамланды.