Стипендиаттар билдәләнде27.09.2014
Һөнәри белем биреү ойошмаларының уҡыуҙа, Бөтә Рәсәй һәм республика олимпиадаларында, сараларында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәләтле уҡыусылары иҫәбенән Башҡортостан Хөкүмәте стипендиаттары билдәләнде.


Талантлы йәштәргә ай һайын 750-шәр һум аҡса түләнәсәк. Шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла һәм Мостай Кәрим исемендәге стипендияларҙың лауреаттары асыҡланды. Аҡмулла исемендәге йыллыҡ премия уҡыуҙағы һәм Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеү менән бәйле ғилми эшмәкәрлектәге юғары һөҙөмтәләр өсөн тапшырыла. Урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттарына — 690-шар һумлыҡ ун, вуздағыларға 1 380-шәр һумлыҡ биш стипендия булдырыла.
Мостай Кәрим исемендәге йыллыҡ ике стипендия (1 380-шәр һум) әҙәби ижадтағы махсус ҡаҙаныштары өсөн Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем алғандарға тапшырыла.



Вернуться назад