Йога. Тән һәм күңел дауаһы27.09.2014
Йога. Тән һәм күңел дауаһы
Йога — боронғо Һиндостанда барлыҡ­ҡа килеп, бөгөн бөтә донъяла таныл­ған ғәмәли фәлсәфә. Уның атамаһы боронғо санскрит теленән тәржемә иткәндә “берҙәмлек”, “ялғаныу”, “тоташыу” тигәнде аңлата. Һиндостан­да 6-7 йәшлек баланың да йога менән шөғөлләнеүе – тәбиғи күренеш. Уларҙа был ғәмәл, аҡыл үҫешенә һәм сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итеүҙән тыш, тәрбиә сараһы ла булып тора. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең илдә лә йога менән шөғөлләнеү модаға инеп китте.


Быуманы ла бөтөрә

— Тиҙлек заманында йәшәйбеҙ, көсөргә­нешле мәлдәр ҙә йыш булып тора. Организм ял итергә, ҡайҙандыр көс алырға тейеш. Йога — был йәһәттән тәүге “тиҙ ярҙам”. Тик шуныһы мөһим: күнекмәнән һуң арығанлыҡ хисе ҡалырға тейеш түгел, — ти ун йылдан ашыу йога дәрестәре алып барған Азалия Мансурова.
Йоганың башҡа спорт төрҙәренән төп айырмаһы — бында ярыш та, юғары күрһәткестәргә ымһыныу ҙа, көнө-төнө спорт залында шөғөлләнеү ҙә юҡ.
— Был ғәмәлгә бала саҡтан тотонһаң, тағы ла яҡшыраҡ, — ти инструктор. — Йоганың асылы йәшкә ҡарап билдәләнмәй. Айырма тик шунда ғына: балаларға күнегеүҙәр уйын фор­маһында бирелә. Мәктәптә, мәҫәлән, үҫмерҙәр сәғәттәр буйы парта артында ултырырға мәжбүр. Сколиозды булдырмау, эмоциональ арығанлыҡты бөтөрөү йә иһә, киреһенсә, гиперактив балаларҙы тынысландырыу йәһәтенән йоганың файҙаһы ҙур.
Азалия Мансурова әйтеүенсә, ҡайһы бер ата-әсә дәрестәргә бронхиаль быума менән ауырыған балаларын да алып килә. Баҡтиһәң, йогалағы һулыш күнегеүҙәре был ауыр сирҙе лә дауалауға һәләтле икән. Ғөмүмән, был ғәмәлдең күнегеүҙәр комплексын ғына түгел, ә тәрән рухи фәлсәфәһен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды инструктор. Айырыуса бөгөнгө ҡырыҫ шарттарҙа, заман заңы тормошобоҙға үҙ төҙәтмәләрен индерергә ашыҡҡанда, тәбиғәтте, кешеләрҙе, тормошто яратырға өйрәнергә кәрәк тигән фекерҙә Азалия. Балаларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыу сәбәптәрен дә ана шул рухи ныҡлыҡ, тыныслыҡ һәм гармония булмауҙа күрә ул.

“Сиңерткә”, “күбәләк”, “батыр”...

Йогала ҡулланылған кәүҙә торошо “асана” тип атала. Һәр асананың үҙ исеме бар. Мәҫәлән, падахастасана, гомукхасана, шалабхасана һәм башҡалар. Тик бындай ҡатмарлы атамаларҙы иҫтә ҡалдырыу бик ауыр, шуға күрә уларҙы ябайлаштырып “сиңерткә”, “күбәләк”, “батыр” тип кенә йөрөтәләр.
Белгестәр йога менән махсус дәрестәрҙә инструкторҙың күҙәтеүе аҫтында шөғөлләнергә кәңәш итә. Ваҡытығыҙ булмаған сүрәттә лә, аҙнаһына бер тапҡыр төркөм уҡыуҙарына барып, хаталарығыҙҙы төҙәтеп ҡайтыу мөһим. Әгәр һеҙ, бер нимәгә ҡарамай, йога менән үҙаллы шөғөлләнергә ҡарар итһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
Иң тәүҙә аяғөҫтө яһалған күнегеүҙәрҙе эшләп ҡарағыҙ, башта уҡ артыҡ һығыл­малылыҡ талап иткәндәренә тотонмағыҙ. Төп маҡсатығыҙ — дөрөҫ баҫып торорға өйрәнеү. Кәүҙәгеҙҙе төҙ тотоғоҙ, умыртҡа һөйәгегеҙҙең тартылғанын тойоғоҙ. Тәү ҡара­маҡҡа ябай, әммә бик мөһим иҫкәрмә был. Был күнекмәне дөрөҫ эшләмәһәгеҙ, ҡатмарлы күнегеүҙәр яһағанда организмығыҙға зыян килеүе мөмкин.
lҺәр ваҡыт иң ябай күнегеүҙән башлағыҙ.
lКөсөргәнеште һәм һығылмалылыҡты дөрөҫ сиратлағыҙ.
lЭйелеп-бөгөлөүҙәр бер-береһен тулыландырып килһен.
lҠулдарығыҙҙы һәм аяҡтарығыҙҙы сиратлап көсөргәндерегеҙ.
lЭске органдарығыҙ, быуындарығыҙ, умыртҡа һөйәгегеҙ ауырт­ҡан осраҡта йога менән шөғөлләнеү тыйыла.
lСаманан тыш ҡатмарлы күнегеүҙәрҙе белгес менән кәңәш­ләшмәйенсә яһамағыҙ. Тән йәрәхәте алып ҡуйыуығыҙ бар.
Ғөмүмән, йога менән шөғөлләнә башлар алдынан күнек­мәләр­ҙең дөрөҫ һайланышына, һулыш ритмының тәртибенә иғтибарлы бу­лығыҙ. Тренер менән кәңәшләшегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: йога ябай гимнастика йә иһә аэробика түгел. Был ғәмәл айыҡ аҡылды һәм сабырлыҡты талап итә. Шунда уның файҙаһы ла буласаҡ.

Йыш тын алыу
йүгереүгә тиң


Йога ваҡытында махсус көй — мантра тыңлайҙар. Асанаға ҡарап, музыка ла айырыла. Дәрестең “разминка” өлөшө ғәҙәттәгесә йүгереүҙән башланмай. Ғөмүмән, йогала йүгереү, һикереү, тәкмәс атыу кеүек хәрәкәттәр юҡ. Йыш-йыш тын алыу үҙе йүгереүгә тиң икән. Дәрестәр аяғөҫтө эшләнә торған асаналарҙан башлана: “тау”, “күпер”, “ағас”, “торна” һәм башҡалар. Унан һуң Ергә баш эйеү, Айҙы сәләмләү кеүек комплекслы күнегеүҙәргә күсәләр. Шунан ғына эйелеп-бөгөлөп, ултырып йәки ятып яһалған күнекмәләр китә. Кеше үҙ энергияһын дөрөҫ яҡҡа йүнәлтергә өйрәнә. Көс-ҡеүәт һорай торған асаналар дәрестең аҙағына ҡала. Иң һуңынан ултырып, ҡул-бармаҡтар ярҙамында башҡарылырға тейеш күнегеүҙәр — мудралар яһайҙар. Уларҙың да үҙ фәлсәфәһе бар. Батырлыҡ мудраһы көс һәм намыҫты тасуирлаһа, бүләк мудраһын яһағанда теләк теләргә була икән.

Вегетариандар ғына шөғөлләнәме?

Йога фәлсәфәһе вегетариан булырға өндәй. Йомортҡа, ит, балыҡ ризыҡтарын ашауҙы тыя. Һиндостан халҡының бөтәһе лә тиерлек — вегетариан. Тик бындай төр туҡланыуҙы ҡабул итмәгәндәр йога менән шөғөлләнә алмай тигәнде аңлатмай. Бер генә теләк — дәрескә керер алдынан, 1-2 сәғәт ҡала, бер нәмә лә ашарға ярамай. Сөнки туҡ килеш күнегеүҙәр яһау физик яҡтан ауыр. Йога менән шөғөлләнеү өсөн иҙәндә шыумай торған махсус келәм һәм уңайлы өҫ кейеме һайлана. Аяҡ кейеме кәрәкмәй. Күнегеүҙәрҙе ялан аяҡ эшләү уңайлыраҡ. Унан һуң, кире энергия ла табандар аша сыға, тип һанайҙар.



15 минут... Һәм һеҙ йәнә сафта!


Иғтибарығыҙға бер нисә йога күнекмәһе тәҡдим итәбеҙ. Һәр көн иртән 15 минут ваҡытығыҙҙы ошо фәлсәфәүи ғәмәлгә бүлһәгеҙ, бер-ике айҙан ышаныс, еңеллек, күңел көрлөгө, үҙ-үҙегеҙҙән ҡәнәғәтлек кисерерһегеҙ. Бер күнекмәне үтәүгә ике-өс минут самаһы ваҡыт кәрәк.


Йога. Тән һәм күңел дауаһы“Өсмөйөш” торошо. Аяҡтары­ғыҙҙы айырып баҫығыҙ. Уңға-һулға эйелгәндә кәүҙә­геҙҙе, ҡулдарығыҙҙы мөмкин тиклем тура тотор­ға, табаны­ғыҙға ныҡлы баҫырға тыры­шығыҙ. Күнекмәне башҡарғанда өҫкө усығыҙға ҡарағыҙ.



Йога. Тән һәм күңел дауаһы“Батыр” торошо. Кирә баҫығыҙ. Бер тубығығыҙҙы бөкләп алға, икен­сеһен тура килеш артҡа һуҙығыҙ. Бөтә тән эшләһен өсөн табандарығыҙ менән иҙәнде этәрегеҙ, кәүҙәгеҙҙе өҫкә һуҙығыҙ.



Йога. Тән һәм күңел дауаһы“Һабан” торошо. Арҡағыҙҙа ятҡан килеш ҡулдарығыҙҙы баш осона һуҙығыҙ. Бер аҙ тәгәрләп, аяҡта­рығыҙҙы баш яғына күсерегеҙ. Табанығыҙ усығыҙҙа ятһын.





Йога. Тән һәм күңел дауаһы“Ҡалаҡ һөйәгендә тороу” торошо. Алдан уҡ иҫкәртәбеҙ: был күнекмә бик файҙалы, әммә күптәргә ҡәтғи тыйыла. Был асананы эшләгәндә, тәү сиратта, тынысланығыҙ. Аяҡтарығыҙҙы төҙ тотоғоҙ.


Вернуться назад