Йырлап йәшәй Замандаш27.09.2014
Йырлап йәшәй Замандаш
Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, профессор Марс Тимербулат улы Юлдашев менән яҡындан танышҡас, кешелек донъяһының ҡиммәттәре, һәр шәхестең йәмғиәттә тотҡан урынының мөһимлеге һәм әһәмиәте тураһында уйлана башлайһың. Берҙән, ул үҙ ғүмерен кешегә хеҙмәт итеүгә арнаған ғаиләгә ҡарай. Атаһы Тимербулат Миңлеғәле улы Юлдашев – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Стәрлебаштағы 2-се урыҫ мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Әсәһе Гөлшамса Мырҙахан ҡыҙы Имашева башланғыс мәктәп балаларын уҡыта, алты балаға ғүмер биргән.

Биографияһына өҫтән генә күҙ ташлаһаң да, күп балалы ғаиләлә үҫкән миһырбанлы егеткә кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ тойоу ят сифат түгел кеүек.
Әммә тормошта бөтәһе лә ыңғай килеп сыҡмай шул. Ә шәхестең эске ынтылыштар, тырышлыҡ аша ҡыйынлыҡтарҙы еңеүе күҙ­гә-башҡа эленеп тә бармай.
Америка ғалимы Михай Чиксентмехайи ижад кешеләрен тикшереп, психологияла академик фәндәргә бәйле булмаған яңы бер термин уйлап сығарып, “ағым” тип атай. Уны кешенең шөғөлөнән айырыла алмауы, хатта эшенән йотолоуы, уға бүлгән ваҡыт самаһын онотоуы, арыған саҡта ла энергияның та­шып тороуы менән аңлата.
Был “ағым”ды мин Марс Тимербулат улы тормошонда күрәм. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, 1962–1965 йылдарҙа Якутск ҡала дауаханаһында хирург булып эшләй. Уйламағанда, коман­дировкаға килгән Марат Тәлғәт улы Аҙна­баев менән таныша. Яҡташының тәү күр­­гәндә үк: “Ҡыҙыл дипломлы көйөңә ни эшләп йөрөйһөң бында? Ҡайт үҙебеҙҙең Башҡортостанға! Аспирантураға ин, йәш­тәрҙе тәрбиәләрһең...” — тигән ҡаты талабы йәш табиптың яҙмышын ҡырҡа бороп ебәрә.
1965 йылда Юлдашев Өфө ҡалаһының 18-се дауаханаһында эшләй башлай. Шул тиклем тырыша, Башҡорт дәүләт медицина университетындағы артабанғы үҫеш үрҙәре ике йыл һайын тиерлек үҙгәреп кенә тора: ассистент, аспирант, Фрунзе ҡалаһында медицина фәндәре кандидаты һәм Мәскәүҙә педиатрия һәм балалар хирургияһы ғилми-тикшеренеү институтында медицина фән­дәре докторы, доцент, профессор, В.М. Ро­манкевич исемендәге дипломдан тыш белем биреү институтының оператив хирургия һәм хирургик анатомия кафедраһы мөдире. Тауҙан тауға артылыуы ла ауыр, ә һөнәреңдәге бындай һикереште бары тик тырышлыҡ һәм аҡыл емеше тип аңлайым мин.
“Остазым профессор Сабир Закир улы Лоҡманов булды, уның ҡул аҫтында эшлә­нем, ул мине аспирантураға алды. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, 1967 йылда фажиғәле үлеп ҡалды”, — тип хәтерләй Марс Тимербулат улы. Балалар хирургияһы кафедра­һы ағза­лары менән берлектә улар республикала тәү башлап балалар хирургияһы бүлеге ойоштора. Бынан тыш, йыл һайын 12–15 йәш хирург әҙерләп сығарып, Башҡортос­тандың күп кенә район һәм ҡала дауаханаларына эшкә тәғәйенләйҙәр.
Марс Тимербулат улының ике балаһы медицинаны һайлаған: ҡыҙы Лира — 2-се Республика клиник дауаханаһында балалар нервы ауырыуҙары табибы, функциональ диагностика бүлеге мөдире; улы Салауат — медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип-уролог, баш ҡала хакимиә­тенең һаулыҡ һаҡлау бүлегендә эшләй. Икенсе ҡыҙы Индира — иҡтисадсы.
Бындай уңышлы шәхси үҫеш, үҙеңә тиң балалар һәм уҡыусылар тәрбиәләү еңел бирелмәгәнлеге көн кеүек асыҡ. Шуға күрә лә Марс Тимербулат улының тормош юлына һоҡланмай ҡарай алмайһың. “Вәт, була бит илдең аҫыл улдары — тормош мәғәнәһен тәрән аңлайҙар, уны яраталар һәм ваҡыттың ҡәҙерен беләләр. Улай ғына ла түгел: лайыҡлы йәшәйҙәр, яратҡан эштәрен тап­ҡан­дар һәм уға бөтә булмыштарын, аҡылда­рын бағла­ғандар...” тигән уй баштан йүгереп үтә. Марс Тимербулат улы ана шундай йә­шәй белеү талантына эйә: һәр бер яулаған үре бары тик уның тырышлығынан, ныҡлы ихтыяр көсөнән, маҡсатлы йә­шә­үенән килә.
Ауырыуҙарҙы, йәрәхәтләнгән кешеләрҙе дауалап, ҡатмарлы операциялар эшләгән­дән һуң уларҙың аяҡҡа баҫыуын күреү, әлбиттә, табипта оло кисереш тыуҙыра, эшенән кинәнес табырға өйрәтә. Бындай күңел ташҡынынан һуң Юлдашев үҙенең йәшәү сифатын тағы ла сағыуыраҡ итеп ҡорған кеүек. 45 йыл хирург булып эшләп, шуның 40 йылын Башҡорт медицина университетында уҡытҡан һәм 35 йыл эсендә меңәрләгән баланы үлемдән йолоп алған, етмәһә, тиҫтәләп патент алған һәм егермегә яҡын ғилми хеҙмәт яҙған оло ғалим.
Тау артынан тау артылған кеүек, Марс Тимербулат улының да яулаған үрҙәре армыт-армыт һуҙылып китә. 1995 йылда ул Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы. Ғаилә һәм балалыҡ” секцияһы ултырышында, табип булараҡ, әүҙем ҡатна­ша. “Башҡортостан Республикаһында балалар һаулығы торошо” тигән сығышында үҫеш кәмселектәре булған сабыйҙар тыуыуы, зәғиф балаларҙың күбәйеүе, бәлиғ булмағандар араһында алкоголизм һәм наркомания кеүек яман ҡылыҡтарҙың артыуы, ғөмүмән, сабыйҙарҙың үлеме, сәләмәтлек торошо тураһында секция резолюцияһына инерлек фекерҙәр әйтә. Һөҙөмтәлә уны Башҡарма комитеттың экология һәм ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ һаулығын һаҡлау мәсьәләләрен тикшереү комиссияһы рәйесе итеп һайлайҙар. Ете йыл буйы ул ошо комиссияны етәкләй. 2002 йылда Икенсе Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайында Марс Тимербулат улы “Тирә-яҡ мөхит һәм Баш­ҡортостан халыҡ­тары һаулығын һаҡлау” тип аталған беренсе секцияны ойоштора.
Республикаға билдәле табиптарҙың сы­ғы­шы нигеҙендә Башҡортостанда экологияны яҡшыртыу һәм һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү тураһындағы киңәйтелгән резолюция ҡабул ителә, һәм Марс Тимербулат улы тағы ла һигеҙ йылға, Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы саҡы­рылғанға тиклем, комиссия рәйесе итеп һайлана. Комиссия Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау һәм Экология минис­трлығы менән берҙәм эшләй. Бында күтәрелгән мәсьәләләр рес­пуб­ликаның ҡала һәм район ҡорол­тай­ҙарында ла һәр яҡлап тикшереү үтә.
Президент указы менән республикала “Әсә һәм бала йылы”, “Һаулыҡты һаҡлау йылы”, “Спорт һәм сәләмәт тормош йылы”, “Ти­рә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы”, “Наркоманияны, алкоголиз­м­ды һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы” иғлан ителгән осорҙа Марс Тимербулат улы етәкселегендәге комиссия би­герәк тә әүҙем эшләй. Ул осорҙа алдынғы белгестәр ҡатнашлығында “түңәрәк өҫ­тәл”дәр, фәнни йыйылыштар, конференциялар ойошторола, Стәрлетамаҡ ҡалаһында III төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үткә­релә. Төп темаһы — кеше һаулығы, тәбиғи хә­үеф­һеҙлек. Ҡоролтай эшендәге уңыш­тары өсөн Юлдашев республика Хөкү­мәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ була.
Уға ҡарайһың да, француз яҙыусыһы Жорж Сименондың һүҙҙәрен иҫкә алаһың: “Ғүмер — донъяға асыҡ күҙ менән ҡарап, уның ниндәй мөғжизә, бүләк икәнен аңларға бирелгән мөмкинлек ул. Үҙ ваҡытын кеше ғүмерен яҡшыртыуға арнағандарҙы яҡын күрәм”.
Марс Тимербулат улына һәр ваҡыт бер һорау тынғылыҡ бирмәй: миллионлаған намыҫлы кешеләр, йәш балалар был ҡат­марлы тормошта нисек йәшәй икән? Шуға күрә республика халҡының, бигерәк тә йәш быуындың һаулығын яҡшыртыу юлдарын эҙләү хирург-уҡытыусыға йәмәғәтселек эш­тәрен күпләп һөйрәргә мәжбүр итә.
Профессор Марс Тимербулат улына ғүмеренең һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлай тип бер кем дә әйтә алмаҫ. Йәшлек дәртен юғалтмаған ир-уҙаман, ауыр хеҙмәт аша килгән уңыштан кинәнес табып, яңы энергия менән илһам­ланып йәшәй. Уның йәшәйеш маҡсаттары, күңелендә яралған кисереш­тәре­нән тыуған­лыҡтан, һәр ваҡыт бер гармонияла эҙмә-эҙлекле тормошҡа аша бара.
Көндәлек тормошта ул, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, үҙенең тәрән эске кисерештәрен сығара, яңы аҙымдарға көс таба. Улар — ҡартатаһынан атаһына, ата­һынан уға мираҫ булып ҡалған йырҙар. “Атайым бесәнгә йә утынға барғанда атын яй­лата ла киң яландарҙы яңғыратып йырлап ебәрә торғайны. “Буранбай”, “Илсе Ғайса”, “Төйәләҫ”, “Ғүмәров”, “Ҡара Кама”, “Ике аҡ­ҡош”, “Дуҫтар”, “Күк күгәрсен”, “Уйыл”, “Ике егет”, “Мәҙинәкәй” йырҙарын ҡалдырҙы беҙгә ҡартатайым. Атайым башҡорт халыҡ йырҙары менән бер ҡатар урыҫ йырҙарын да башҡарҙы. Күңеле килгәндә “Степь да степь кругом”, “Тонкая рябина”, “Эх, дороги”, “Где же вы теперь, друзья-однополчане?”, “Смуглянка”, “Вечер на рейде”, “Случайный вальс”ты һуҙып, моңланып алырға яратты. Мин аманат итеп ҡалдырылған йырҙарҙы Юлай Ғәйнетдинов ойошторған тапшырыуҙа телевидение аша халыҡҡа ишеттерҙем. Үҙем бөтә башҡорт халыҡ йырҙарын йырлайым, Яҡут радиоһы аша “Илсе Ғайса”ны башҡарҙым. Һуңғы йылдарҙа “Үтте лә китте йәшлегем”, “Аҡҡош күле”, “Алтын балдаҡ”, “Хушлаштың да китеп барҙың” кеүек үҙе­беҙҙең композиторҙарҙың күңелгә ятҡан йырҙарын йырлап йәшәйем”, — ти Марс Юлдашев.
Ысынлап та, йырлап йәшәй Марс Тимербулат улы, шуға күрә лә алда яуланыр үр­ҙәренә етер көс-ҡеүәт унда урғылып-ташып тора.


Вернуться назад