Дәүләкән еренең ғорурлығы27.09.2014
Күптән түгел Дәүләкән райо­нында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған тантаналар ойошторолдо. Унда район хакимиәте тарафынан 2009 йылда бул­­ды­­рыл­ған әҙип исемендәге премия тапшырылды. Сараның Мәҙәниәт йылында, Дәүләкән “Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” эстафетаһын ҡабул иткән осорҙа уҙғарылыуы ҙур әһәмиәткә эйә.

Әхиәр Хәсән улы – Дәүләкән еренең ғорурлығы. Уның һәр әҫәрендә, йәш яугир Кәрим Аҙнабаевтың тәүге хәрби тәжрибәһе тураһындағы повесмы, Һаб­рау сәсән хаҡындағы романмы йәки Ҡуштирәк ауылы халҡына арналған ки­тап булһынмы, тыуған яғы тормошо сағылыш таба. Ул оҙаҡ йылдар Мәскәүҙә йәшәй һәм ижад итә. Шулай ҙа Дәүләкән төбәге, яҡташтары һәр саҡ күңеле түрендә булды.
Яҙыусы, шағир, тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе, тәржемәсе, уҡытыусы – был һүҙҙәр барыһы ла уның хаҡында. Әхиәр Хәсән улының күп яҡлы талантының си­ге юҡ. Уға ваҡыт та, ҡитғалар ҙа йоғонто яһай алмай. Китаптары үзбәк, ҡаҙаҡ, татар, болгар һәм башҡа телдәргә тәр­жемә ителгән. Үҙе лә күп телде белгән, урыҫ классикаһын, башҡорт авторҙары­ның әҫәрҙәрен, шулай уҡ халҡыбыҙҙың “Урал батыр” эпосын тәр­жемә иткән. Ярты быуаттан ашыу элек яҙылған баш­ҡорт әҙәбиәте тура­һындағы мәҡәләләре әле булһа көнүҙәк­леген юғалтмаған.
Яҙыусының тыуған яғында уның иҫтә­леген ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Әхиәр Хәсән улы тыуып үҫкән Яңы Йәнбәк ауылында мәктәп, Дәүләкән ҡалаһындағы урам­дарҙың береһе уның исемен йө­рөтә. Күптән түгел бында музейы ла асылды. Әле учреждениела архив тәр­типкә килтерелде, фонд тулыландырылды. “Дим” әҙәби берекмәһе яҙыу­сы­ның эшен дауам итә: йыйын­тыҡтар сығара, осра­шыуҙар, төрлө бәйгеләр ойоштора.
Әхиәр Хәкимовтың әҙәби мираҫын һаҡлап ҡалыу һәм өйрәнеү эшенә иң ҙур өлөштө уның ғаиләһе – ҡыҙы Гөлшат ме­нән ҡатыны Лидия Камал ҡыҙы индер­гәндер, моғайын. Конкурс комис­сияһы, ошо хеҙмәтте иҫәпкә алып, тәүге премияны Лидия Камал ҡыҙы Хәкимова­ға тапшырырға ҡарар итте. “Балҡантау” гәзите тәржемәсеһе Гөлфирә Ғәскәрова икенсе премияға лайыҡ булды.
Тантанала ҡатнашҡан Башҡорт­остан­дың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Шәйех­зада Бабич исемендәге премия лауреаты Тамара Искәндәрова, шағирә Рә­симә Ураҡсина Әхиәр Хәкимов тура­һындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.


Вернуться назад