Быуаттар төпкөлөнә әйләнеп бағып...26.09.2014
Быуаттар төпкөлөнә әйләнеп бағып... Бынан бер нисә йыл элек ҡулыма 1911 йылда Ҡазан ҡалаһында баҫылған “Тарих Ислам үә мәле” тигән ғәрәпсә китап килеп эләкте. Ныҡ ҡына туҙһа ла, уҡырлыҡ ине ул. Китаптағы ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға еткермәксемен.

Беренсе фасыл

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм баҡыйлыҡҡа күскәс...

Пәйғәмбәребеҙ вафат бул­ғас, сәхәбәләр Исламды һаҡлау, таратыу эшен дауам итә. Дин юлында малын да, йәнен дә аямай улар. Бар­лыҡ ғәмәлде “Ҡөрьән” ҡуш­ҡанса башҡаралар.
Аҡһаҡал сәхәбәләр, кә­ңәш­ләшеп, араларынан иң ғи­лемле, донъя көтөргә, бат­шалыҡ хеҙмәтенә оҫта кеше­не етәксе итеп һайларға ниәт итә. Ундайҙар дүртәү була: Әбүбәкер, Ғүмәр, Ғос­ман, Ғәли әл Мортаза хәҙ­рәттәр.
Тәүгеһе йомшаҡ холоҡло, үткер фекерле, үтә ғәҙел бу­ла. Шуға күрә сәхәбәләр бер һүҙҙән Әбүбәкер хәҙрәтте хә­лиф итеп һайлай. Вазифа­һын башҡара башлау менән етәксе Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең вафатынан һуң дин­дән ситкә киткәндәрҙе, зәҡәт биреүҙән баш тартҡан­дарҙы дөрөҫ юлға күндерә, мосолмандар араһында яҡ­шы тәртип урынлаштыра. Әбү­бәкер ике йыл да өс ай хәлифлек иткәндән һуң ва­фат була. Ул ауырыған ва­ҡы­тында урынына Ғүмәр хәҙ­рәтте ҡалдырыу кәрәк­ле­ге хаҡында белдерә. Риза булып, сәхәбәләр Ғүмәрҙе хәлиф итеп һайлай. Ул осор­ҙа Ислам еренә байлыҡ ту­ла. Ғүмәр хәҙрәт һәр кемгә кәсеп итергә бойора. Эшлә­мәй һоранып йөрөгәндәрҙе ҡамсы менән һуҡтыра, икен­се рәт тағы ла ҡатыраҡ яза бирәсәге хаҡында иҫкәртә. Әгәр инде кемдер сырхаулап торһа, шул арҡала хеҙмәткә ярамаһа, башҡаларға был әҙәмде ашатырға, эсерергә, тәрбиәләргә ҡуша.
Ғүмәр ғәйрәтле була, шә­риғәттән айырылмай, донъя малына ҡыҙыҡмай. Күберәк ялан аяҡ йөрөй. Батшалыҡ хеҙмәтенә оҫталығы арҡа­һын­да ул етәкселек иткән осорҙа фетнәләр ҡупмай, мосолмандар бер фекерҙә булып, татыу йәшәй. Тирә-яҡтағылар Ислам ғәскәренән ҡалтырап тора.
Ғүмәрҙән һуң хәлифлеккә Ғосман хәҙрәт килә. Шәф­ҡәт­ле, йомшаҡ күңелле, итә­ғәт­ле була ул, һис кемде рән­йет­мәй, хәтерен ҡалдырмай. Әбүбәкер хәҙрәт ваҡытында тупланған “Мөсхифтән бер нисә нәсихәт”те яҙҙырып, төр­лө ергә тарата. Был осор­ҙа Азия һәм Африкалағы һуғыштарҙа күпмелер ер яулап алына.
Ғосмандың вафатынан һуң хәлифлеккә килгән Ғәли хәҙрәт Рәсүлебеҙҙең һөйөк­лө ҡыҙы Фатиманың кейәүе, ғәйрәтле, баһадир кеше бу­ла. Өлкән улы Хәсәнгә биғәт бирһәләр ҙә, алты айҙан һуң үҙ ихтыяры менән вазифа­һын ташлай ул. Бынан һуң мосолмандарҙа хәлиф һай­лау туҡтатыла, кем көслө, шул батшалыҡ итә башлай. Рәсүлебеҙҙең ейәндәре Хә­сән менән Хөсәйен, һөйөклө имамдар булып, Ислам ди­не­нә байтаҡ хеҙмәт итә.
Икенсе фасыл

Ислам
батшалары


Хәсән хәҙрәт хәлифлекте ташлағас, Мәғәүиә хәҙрәт батша була. Бабаһының исе­менә бәйле батшалыҡты Өмәүиә дәүләте тип атайҙар. Ғөмүмән, унда 14 башлыҡ алмашына. Ҡайһылары, дин­дә булһа ла, башҡаларҙың ҡыҫымында батшалыҡты ҡал­дырырға мәжбүр була. Шу­лай ҙа Исламдың мәмләкәте ныҡ киңәйә.
Тәүге батша Мәғәүиә итә­ғәтле кеше, оҫта етәксе бу­ла. Мосолмандарҙың сауҙа өл­кәһен алға ебәреү маҡ­са­тында мосафирханалар тө­ҙөтә, таш юлдар һалдыра, халыҡты төрлө тарафҡа һа­тыуға йөрөтә. Мәғәүиә хәҙрәт 70 йәшендә вафат була. Урынына улы Изид тәғә­йен­лә­нә. Ләкин насар холоҡло был башлыҡтан халыҡ риза­һыҙ йәшәй. Утыҙ йыл бат­ша­лыҡ иткән Изидтың ҡы­лыҡ­тарын аңларлыҡ булмай, ошо сәбәп­ле ул мосолман ҡәлебен үҙе­нән һы­уын­дыра. Унан һуң бат­шалыҡ иткән улы Мәғәүиә лә, Мәрүән дә тарихҡа яҙыр­лыҡ эш ҡалдырмай.
Бишенсе башлыҡ булып Ғәбделмалик бәни Мәрүән ултыра. Был осорҙа Ислам мәмләкәте бик ныҡ сыуалған була. Мосолмандар ара­һын­да бихисап һуғыш ҡуҙғый, күп ҡан түгелә. Залимды етәксе итеп, мосолмандар башына бәлә ала. Ул, Мәккә халҡына асыу тотоп, Ҡәғбә­тул­лаға таш аттыра, йөҙ мең­дән ашыу мосолмандың ҡанын түктерә. Ошо осорҙа “Ҡөрьән Кәрим”гә нөктә ҡуй­ған Яхъя бәни Илмир исемле кешене лә үлтерә.
Ғәбделмалик мосолман батшалары араһынан тәүге­ләр­ҙән булып аҡса һуҡты­рып, уны ҡуллана башлаусы булараҡ билдәле. 86 йәшен­дә вафат була ул.Быуаттар төпкөлөнә әйләнеп бағып...





(Дауамы бар).


Вернуться назад