Көҙ етте. Аллаға шөкөр, республика хужалыҡтарында мал аҙығы былтырғыға ҡарағанда күберәк әҙерләнде. Көнө булып, баҫыуҙарҙа үҫтерелгән ашлыҡты юғалтмай ғына йыйып алғанда… Тик бынау Ҡалтасы, Яңауыл яҡтарындағы дауыл ғына халыҡтың бәкәленә һуҡты. Күҙ менән ҡаш араһында ғүмер буйы бөртөкләп тигәндәй йыйған донъяңды сүп шайылай күрмәй туҙҙырып ташлаһын әле!
Шулай берсә ҡыуанып, берсә һағышлы уйҙарға бирелеп китеп барһам, ҡайҙандыр тауыш ишетелде:
— Өлгөрбай ағай, Өлгөрбай ағай!
Ҡарайым, бер кем дә күренмәй. Ахыры юлымды дауам иттем. Ҡолаҡҡа ғына салынғандыр, тим.
— Өлгөрбай ағай, көтөп торһаңсы! – Ул арала күптәнге танышым ҡыуып та етте.
— Һаумы, Өлгөрбай ағай, ни хәл?
— Шөкөр, һәйбәт, ҡустым, рәхмәт! Үҙең ни эш ҡыйратаһың?
— Бына инвалидлыҡ юллап йөрөйөм әле.
Ҡустымдың был һүҙҙәренән йөрәгем жыу итеп ҡалды.
— Инвалидлыҡ? – тип ҡабатлап һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. – Берәй бәлә-ҡазаға тарыныңмы? Ишетмәнемсе. Ҡасан, нимә булды? Ниңә өндәшмәнегеҙ?
Ҡустым миңә ҡарап мут йылмайҙы:
— Бер нәмә лә булманы…
— Улай булғас, инвалидлыҡты нимәгә бирәләр һуң?
— Һатып алам! Хәҙер аҡсаң булһа, бөтә нәмәне лә бирәләр!
— Кит, һантый! Шундай һүҙ менән кеше шаярамы! Тәүбә, тәүбә тиң. Башҡаса ундай һүҙ һөйләмә! – Ҡустымды шелтәләп алдым.
— Эй, Өлгөрбай ағай, шаярттым ғына бит. Аяҡ-ҡулың имен булып, эшләп йөрөүгә ни етә?! Ана, теге медик-социаль экспертизаның республика буйынса баш бюроһы бар ҙа. Шуның хужаһы кем әле ул? Башҡортостан Прокуратураһының сайтында яҙылған бит әле. Шул ағай инвалидлыҡты һатып бирә икән.
— Был хаҡта мин дә ишеткәйнем.
…Ул әфәнде был өлкәлә күптән тәжрибә туплағанмы, уныһын әйтә алмайым, ә бына сираттағы “сауҙа” мәлендә яныуы мәғлүм.
Көндәрҙең береһендә экспертиза үткәрергә К. исемле ауырыуҙы алып киләләр. Комиссия үтеп бөткәс, уға ғүмерлеккә беренсе группа инвалидлыҡ бирергә ҡарар итәләр. Бының өсөн бюронан тейешле белешмә кәрәк. Пациент етәксенең ишеген шаҡый һәм йомошон аңлата.
— Илле мең һум! – тип теге күҙ ҙә йоммай унан аҡса һорай.
— Илле мең?! – Үҙен саҡ йөрөткән ауырыуҙың күҙе маңлайына менә. – Бығаса инвалидлыҡ биргән өсөн аҡса һорамайҙар ине.
— Хәҙер һорайҙар, закон шулай ҡуша.
— Ярай улайһа!
Бер нисә көндән К. үҙенән талап ителгән сумманы алып килә һәм тегенең ҡулына һуҙа. Тик, ҡәһәрең, шул мәлдә генә тәртип һаҡсылары пәйҙә булып, уның “сауҙа эшмәкәрлеген” боҙа ла ҡуя шул.
Ришүәт йыйыусыға был хеҙмәте өсөн бер миллион ярым һум штраф сәпәйҙәр. Йәнә өс йыл һуҙымында уға һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә етәкселек органдарында эшләү ҡәтғи тыйыла, ике йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителә.
Был осорҙа енәйәтсе алама сирҙән арынып өлгөрһә ярай ҙа ул.