Күптәр үҙебеҙҙең тауарҙы һайлай26.09.2014
Күптәр үҙебеҙҙең тауарҙы һайлай
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, атап әйткәндә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы контролдә тотоу буйынса эш төркөмө ағзалары, эш кабинеттарын ҡалдырып ҙур сауҙа селтәрҙәренә ҡараған магазиндарға юлланды. Уларҙың маҡсаты – ҡайһы бер сит илдәр тарафынан Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән санкцияларҙың баш ҡалалағы хаҡтарҙа сағылыш тапҡанмы-юҡмы икәнен тикшереү. Хәйер, депутаттар быға тиклем дә хаҡтарҙы ауыҙлыҡлауға күп көс һалған, шуға бындай сараны тәүгеһе тип әйтеү һис тә дөрөҫ түгел. Статистика күрһәткестәренә ҡарағанда, һуңғы айҙарҙа ҡош ите һәм балыҡ ҡына 5 – 8 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Магазин кәштәләренәндә үҙебеҙҙә етеш­терелгән тауарҙар импортты яйлап ҡыҫы­рыҡлаған мәл. Санкциялар ҡабул ителеү менән был айырыуса күҙгә салынды. Ни генә тимә, халыҡ үҙебеҙҙә етештерелгәнгә өҫтөнлөк бирә. Айырыуса “Башҡортостанда етештерелгән!” тигән сифат маркаһы булдырылыу менән аҙыҡ-түлек баҙарында хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Әйткәндәй, әлегә был марка аҫтында 120 тауар һаналһа, йыл аҙағына тиклем был һан 200-гә тиклем етәсәк, ти депутаттар.
– Магазин кәштәләрендә Рәсәй етеште­реүселәренең тауары күберәк икәненә инандыҡ. Быға тиклем үҙебеҙҙә сыҡҡан аҙыҡ-түлек ни бары 60 процент тәшкил итһә, бөгөн ҡайһы бер нөктәләрҙә ул 90 процентҡа етә! Тағы ла хаҡтарҙың үҫешенә иғтибар иттек. Август – сентябрҙә хаҡтар әллә ни “ырғыманы”. Халыҡ “Башҡортостанда етештерелгән!” маркаһын таный икәнен күреп ҡыуандыҡ, был брендтың сифатлы аҙыҡ-түлек тәьмин итеүенә шаһит булдыҡ. Иң мөһиме – халыҡ менән күҙгә-күҙ осрашыу, аралашыу мөмкинлеге тыуҙы. Хаҡлы ялдағылар үҙҙәренең уй-фекерҙәрен еткерҙе. Күп балалы әсәләр менән әңгәмәләштек, – тип һөйләне Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева.
Алты бала әсәһе Алена Трофимова магазинға көн һайын килә. Тәү сиратта һөт, икмәк ала.
– Әлбиттә, үҙебеҙҙә етештерелгәнгә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Икмәкте бында үҙҙәре бешерә. Яңы ғына мейестән сыҡҡанға күрә, балаларға оҡшай. Хаҡтарға килгәндә инде, улар хатта бер һумға күтәрелһә лә һиҙелә, кеҫәгә һуға шул. Мәҫәлән, хәҙер тауыҡ итен бөтөнләй алмайбыҙ. Балыҡ та өҫтәлдә һирәгәйҙе, – ти хужабикә.
Сауҙа селтәрҙәренең береһендәге идарасы Светлана Мирғәлиева белдереүенсә, бөгөн магазинда аҙыҡ-түлектең 62 проценты – урында етештерелгән тауар, 6 – 7 проценты – импорт, 25 проценты – емеш-еләк. Һуңғылары башлыса Төркиә, Абхазия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Грузиянан индерелә. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килтерелгән аҙыҡ-түлек тә бар: Пермь крайынан, Силәбе, Свердловск өлкәләренән, Татарстандан башлыса тауыҡ ите, йомортҡа, туңдырылған өйрәк түшкәһе, һалма һәм башҡа аҙыҡ-түлек килтерәләр. Әйткәндәй, Пермдә етештерелгән йомортҡаның бер тиҫтәһе ни бары 27 һум тора. Улар, моғайын, сифат менән түгел, күләм менән алдыралыр.
Артабан Светлана Мирғәлиева һөт аҙыҡтары кәштәһен күрһәтте. Уларҙың 98 проценты үҙебеҙҙә етештерелгән икән!
Санкцияларға килгәндә, депутаттар фекеренсә, улар эске көстәрҙе туплауға этәргес булды.
Продажа квартир в Уфе.


Вернуться назад