Һеҙҙе хөрмәт итәләрме?28.01.2012
1. Дуҫығыҙ һеҙгә һөйгәне менән араларҙы өҙөүе тураһында әйтһә:
а) "Нимә булды?", — тип шунда уҡ ҡыҙыҡһына башлайһығыҙ — 3;
б) ҡыҙыҡһынһағыҙ ҙа, әллә ни һиҙҙермәйһегеҙ — 0;
в) әгәр ҙә ул һөйләргә теләһә, тыңлайһығыҙ — 10.
2. Һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙылар, ти. Ризыҡтың береһе һеҙгә тәмһеҙ булып тойолһа:
а) һүҙһеҙ генә тәрилкәгеҙҙе ситкә этәһегеҙ — 0;
б) "Мин диетала", — тиһегеҙ — 3;
в) аҙыҡтан ауыҙ итеп ҡуяһығыҙ — 10.
3. Дуҫтарығыҙ менән тәбиғәткә ял итергә бараһығыҙ. Шунда дуҫтарығыҙҙың береһе аҡсаһын онотоп ҡалдырған булып сыға. Һеҙ:
а) бөтә кеше алдында уның өсөн түләйәсәгегеҙҙе әйтәһегеҙ — 0;
б) бер ни ҙә әйтмәйһегеҙ — 3;
в) шыпырт ҡына дуҫығыҙға "үҙем түләрмен, борсолма" тип әйтәһегеҙ — 10.
4. Танышығыҙҙың атаһына операция яһайҙар. Һеҙ:
а) "Ҡайғырма, әгәр атайың үлә ҡалһа, ул был хаҡта бер ваҡытта ла белмәйәсәк", — тип "тынысландыраһығыҙ" — 0;
б) был турала һөйләшмәҫкә тырышаһығыҙ — 0;
в) хәҙерге замандың табиптарын һәм дарыуҙарын маҡтайһығыҙ — 10.
5) Дуҫығыҙ яңы алған фотоаппаратын күрһәтә. Һеҙ шундайҙы уҡ арзаныраҡ хаҡҡа күрҙегеҙ:
а) был турала дуҫығыҙға әйтәһегеҙ — 0;
б) башҡа магазиндарға ла керергә кәңәш бирәһегеҙ — 3;
в) бер ни ҙә өндәшмәйһегеҙ — 10.
6) Һеҙ күрмәй торған арала танышығыҙ һимереп киткән. Һеҙ:
а) "Һимергәнһең", — тиһегеҙ — 0;
б) "Бик матур күренәһең" — 0;
в) бер ни ҙә әйтмәйһегеҙ — 10.

Хәҙер мәрәйҙәрҙе иҫәпләп, һөҙөмтәне белә алаһығыҙ:
50 — 60: һеҙ бик еңел генә яңы дуҫтар табаһығыҙ һәм үҙегеҙҙең әҙәпле булыуығыҙ арҡаһында улар, ғәҙәттә, һеҙҙе хөрмәт итә.
30-49: һеҙ асыҡ, әҙәпле кеше. Әммә ҡайһы саҡ үҙегеҙ ҙә һиҙмәйенсә кешенең ауыртҡан еренә тейәһегеҙ.
0-29: башҡаларҙың нимә кисереүе һеҙҙең өсөн барыбер. Ни бары үҙегеҙ дөрөҫ тип тапҡан фекерҙе генә әйтәһегеҙ.


Вернуться назад