25 сентябрҙән 4 октябргә тиклем илдәге бөтә почта бүлексәләрендә матбуғатҡа яҙылыу декадаһы ойошторола. Уның барышында Рәсәй почтаһы һәм нәшриәттәр махсус шарттар тәҡдим итә.
Матбуғатҡа ярты йәки бер йылға 400 һумдан ашыу аҡса түләп яҙылған кешеләр бүләк отоу мөмкинлегенә эйә. Ҡайһы бер баҫмаларға айырым шарттарҙа яҙылырға мөмкин. Барлыҡ почта бүлексәләрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, инвалидтарға ташлама бирелә.
Киләһе йылдың тәүге яртыһына тарифтар һәм яҙылыу тәртибе үҙгәрешһеҙ ҡалды. Әйткәндәй, быйыл 1 сентябрҙән бүлексәләрҙә матбуғатҡа яҙылыуҙың автоматлаштырылған берҙәм системаһы ғәмәлгә инде. Уның ярҙамында оператор клиенттың үтенесе буйынса матбуғатҡа яҙылыу агентлыҡтарының каталогтарындағы иң түбән хаҡлы баҫманы һайлай ала. Система шулай уҡ хеҙмәт күрһәтеү ваҡытын тиҙләтеү мөмкинлеген бирә.
Башҡортостандағы федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәте.