“Башнефть” йәмғиәтенең яғыулыҡ ҡойоу станцияларында хаҡ йәнә артты.
Бензиндың иң популяр маркалары йыл башынан алып бишенсегә ҡиммәтләнә. Хәҙер “Премиум Евро-95” бензинының литры, 50 тингә артып, 34,8 һум, “Регуляр Евро-92” маркаһы — 31,3, “Аtum-92” — 31,8, “Нормаль-80” 30,5 һум тәшкил итә. “Супер-98” бензины менән “Евро” дизель яғыулығы иһә әүәлгесә ҡалды.
“Башнефть” хаҡты һуңғы тапҡыр 4 августа күтәргәйне. Бының сәбәбен автомобиль бензинына акциздың артыуы, инфляцияның үҫеүе, нефть продукттары баҙарында ихтыяждың ҙур булыуы менән аңлаталар.