Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында дауылдан зыян күргән райондар халҡы өй туйлай.
Ошо көндәрҙә Яңауылда стихия ҡазаһы һөҙөмтәһендә тулыһынса емерелгән йорт урынына яңыһы һалынды. Әле районда тағы ла 10 өй төҙөлә. Уларҙың нигеҙе һалынған, ете йорттоң стенаһы күтәрелгән, өсәүһенең ҡыйығы ябылған. Йәмғеһе 284 өй төҙөкләндерелә. 238-енең ҡыйығы яңыртылған.
Краснокама районында ла эш тамамланыуға бара. Янаҡтай ауылында уҙған аҙнала 42 йорт йүнәтелде. Ҡарыйҙа 34 өй һалына. Ҡыйығы ябылырға тейешле 93 өйҙөң өсәүһе генә ҡалған.