Маҡсаттарға өлгәшеү шарты – берҙәмлек26.09.2014
Маҡсаттарға өлгәшеү шарты – берҙәмлек
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда үткән тантанаға Дәүләт Думаһы, Башҡортостан парламенты депутаттары, республика Хөкүмәте ағзалары, Конституция, Арбитраж, Юғары судтар судьялары, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре йыйылды. Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Сухов та ҡатнашты.

Тантананы Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев асты. Спикер республиканың һуңғы йылдарҙағы үҫешен юғары баһаланы һәм халыҡтың күпселегенең яҡлауын тапҡан Рөстәм Хәмитовтың төбәк менән лайыҡлы идара итеренә ышаныс белдерҙе. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев иһә, һайлауҙарҙың асыҡ һәм ғәҙел үтеүен билдәләп, Рөстәм Хәмитовҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты танытмаһын тапшырҙы.
Артабан һүҙ Рөстәм Зәки улына бирелде. Ул, юғары вазифаһын Башҡортостан халҡы мәнфәғәттәрендә лайыҡлы башҡарасағы тураһында белдереп, йола буйынса Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының махсус данаһына уң ҡулын ҡуйып, дәүләт телдәрендә (башҡортса һәм урыҫса) ант бирҙе: “Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләттәрен бойомға ашырғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, уның дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын үтәргә, кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын, азатлыҡтарын гарантияларға ант итәм!”
Маҡсаттарға өлгәшеү шарты – берҙәмлекРөстәм Хәмитов, тантанала сығыш яһап, Башҡортостан алдында яңы ҙур, әммә үтәлерлек бурыстар тороуын билдәләне.
— Халыҡ берҙәм, ойошҡан булғанда, рес­публикаға идара итеүҙә граждандарҙың ҡат­нашлығын киңәйткәндә генә маҡсатыбыҙға өлгәшәсәкбеҙ, — тине ул.

* * *

Ошо уҡ көндө Башҡортостан Хөкүмәте республика Конституцияһының 93-сө һәм “Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһында”ғы Закондың 30-сы статьялары нигеҙендә отставкаға китте. Был турала бойороҡҡа республика Хөкүмәте Премьер-ми­нистрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов ҡул ҡуйҙы. Яңы Хөкүмәт 5 октябргә тиклем тупланасаҡ.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтен яңынан төҙөгәнгә тиклем әлегеһенең үҙ бурыстарын үтәүҙе дауам итеүе тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

* * *

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советын ойоштороу тәртибе тураһында”ғы Федераль законға ярашлы Лилиә Ғүмәроваға Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органынан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы вәкәләттәрен тапшырҙы.
Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инде һәм Федерация Советына ебәрелде.


Вернуться назад