Ҡылғанлы киң далаларҙы иңләп осто моң-йырҙар26.09.2014
Ҡылғанлы киң далаларҙы иңләп осто моң-йырҙар
…90-сы йылдар башы. Илдә – үҙгәрештәр. Сәйәсәт өлкәһендә барған реформалар менән бер рәттән, халыҡ аңында ла яңы уйҙар, ынтылыштар, донъяға яңы ҡараш барлыҡҡа килә. Йәштәр мөхитендә Виктор Цойҙың “Мы ждем перемен!” тигән һүҙҙәре йышыраҡ яңғырай һәм нығыраҡ көскә эйә була башлай. Оло быуын, элекке ҡоролоштан арына алмай, билдәһеҙлек алдында бер аҙ ҡаушап ҡалһа, шул билдәһеҙлектең тәмен татырға теләгән йәштәр алға – яңы офоҡтарға табан ҡыйыу атларға әҙер була. Шул ваҡытта башҡорт рок хәрәкәте барлыҡҡа килеп, йәмғиәттәге уй-теләкте, халыҡтың милли үҙаңын йырҙарында сағылдыра башлай. Башҡорт мәҙәниәте күгендә лә Хәйбулла районынан сыҡҡан “Дәрүишхан”, “Рух”, “Майҙан”, “Йома” исемле йондоҙҙар ҡабына…


Шулай итеп, йәштәрҙең трибунаһына әйләнгән, билдәле бер философия, йәшәү рәүешен булдырған был мәҙәни күренешкә Башҡортостанда XX быуат аҙағында нигеҙ һалына. Йырҙарында тормош ҡиммәттәре, рух азатлығы темаларын күтәреп, рок-төркөмдәр үҙҙәренең ижады тирәләй үҙаллы фекер йөрөткән ҡыйыу йәштәрҙе туп­лай һәм уларға йүнәлеш биреүсе булараҡ та сығыш яһай. Урал аръяғы төбәге ике тиҫтәнән ашыу йыл элек барлыҡҡа килгән был традицияларҙы бөгөн дә уңышлы дауам итә. Ошо көндәрҙә Аҡъяр ауылы эргәһендәге “Уңыш” стадионында “Бөйөк дала” III асыҡ республика башҡорт рок-фестивале үтте.
Ҡылғанлы киң далаларҙы иңләп осто моң-йырҙар“Ҡурай” беренсе башҡорт музыкаль телеканалы менән берлектә төбәктең Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте ойошторған сарала 80-дән ашыу рок-музыкант сығыш яһаны. Эйе, был үҙенсәлекле байрамда ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта, географияһы ла киңәйә. Быйыл Өфө, Сибай, Күмертау ҡалаларынан, Баймаҡ, Күгәрсен, Ейәнсура, Әбйәлил, Бөрйән райондарынан, шулай уҡ Ҡаҙағстандан, Ырымбур өлкәһенән ҡунаҡтар булды. Сараға йыйылғандарҙы республика һәм район етәкселеге вәкилдәре сәләмләне.
– Ҡунаҡсыл Хәйбулла ере башҡорт ижадының милли традицияларын һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән һәләтле йәштәрҙе бергә йыйыр өсөн йәнә ҡолас йәйҙе, – тине район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов. – Бына инде нисәнсе тапҡыр фестиваль йәш артистарға киң аудитория алдында үҙенең интеллектуаль һәм ижади һәләт­тәрен күрһәтергә, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирә. “Бөйөк дала” үҙе тирәләй төрлө кешеләрҙе туп­лай, әммә уларҙың барыһын да бер маҡсат бер­ләштерә – донъяны мату­рыраҡ, яҡ­тыраҡ итеү. Рухиәтте, мәҙәниәтте тергеҙеүҙә бөгөн йәштәрҙең әһәмиәте ҙур, улар йылдан-йыл йәмәғәт тормошонда юға­рыраҡ позиция биләй. Әлеге сара быға асыҡ миҫал булып тора. Көслө энергетика, ыңғай уй-хыялдар менән һуғарыл­ған байрам һәр кемдең күңелендә онотолмаҫ сағыу тәьҫораттар ҡалдырыр, тип ышанғы килә.
Ҡылғанлы киң далаларҙы иңләп осто моң-йырҙарБашҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Йомабикә Ильясова фести­валдең әһәмиәте хаҡында һөйләне.
– Ҡасандыр ирекле стихия булараҡ барлыҡҡа килеп, рок йүнәлеше ысынбар­лыҡҡа тәнҡит күҙлеге аша ҡарарға йөрьәт иткән эпатаж күренеш булып үҫә. Был демократик жанрҙа барыһы хаҡында ла ҡурҡмай әйтергә була. Бәләкәй бүлмәләрҙә, под­валдарҙа тыуған кассеталар ярҙамында бөтә илгә таралған әлеге мәҙәни феномен йәмғиәт фекерен белдергән берҙән-бер канал булып ҡала. Был йүнәлештең әле лә йәшәп килеүе, улай ғына ла түгел, үҫтерелеүе ҡыуандыра. Ошо йырҙар аша йәштәр беҙгә үҙ күңелен, эс серҙәрен аса. Тап йәштәрҙең мәҙәниәт менән үҙ-ара бәйләнешенә ҡарап уларҙың үҙ идеалдары, үҙаллы фекерләү ҡеүәһенең булыу-булмауы, ул ынтылыштарының йәшәй алыу-алмауы хаҡында әйтергә була. Әлеге сара йәш быуындың көслө, ирекле, уйсан булыуы тураһында һөйләй, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы.
Шулай уҡ республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Лилиә Каширина, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, “Ҡурай” музыкаль каналы етәксеһе Айгөл Әхмәҙиева, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Аблаев, “Башҡортостан баҡыры” йәмғиә­тенең генераль директоры Александр Лисица, көньяҡ-көнсығыштағы район һәм ҡалаларҙың хакимиәт башлыҡтары, район мәҙәниәт йорттары директорҙары һәм баш­ҡа хөрмәтле ҡунаҡтар фестивалдә ҡатна­шыусыларҙы ысын күңелдән тәбрикләне.
Сәхнәгә бер-бер артлы музыканттар сыҡты. Ҡасандыр башҡорт рок хәрәкәтенә нигеҙ һалған “Рух” төркөмө менән бер рәттән ошо йүнәлеште дауам итеүсе йәштәр – Хәйбулланан “Аҡъяр”, “Индивид”, “Глинтвейн”, “Аҡтамыр”, Ейәнсуранан “Уралтау”, Күгәрсендән “Бәйембәт”, Әбйәлилдән “Нектория”, Бөрйәндән “Путь к своим”, Сибай­ҙан “Вечер” һәм, әлбиттә, Өфөнән “Ар­ғы­маҡ” менән “Бүреләр” төркөмдәре – биш меңгә яҡын тамашасыға илһам­лан­дырғыс ижади кисә бүләк итте. Уларҙың уйсан йырҙары ҡылғанлы киң далаларҙы иңләп, азат күккә барып олғашты. Фестивалдең исеме лә юҡҡа ғына “Бөйөк дала” тип һайланмағандыр. Ошондай ирек­лектә генә ирекле уйҙар тыуалыр ҙа кеше күңеленә илаһи бер моң булып ағылалыр.
Һәр ҡатнашыусы диплом һәм фести­вал­дең махсус статуэткаһы менән бүләкләнде. Шулай уҡ 23 августа бөтә республикала Диско-төн ойошторолдо. Ошо айҡанлы байрамға баш ҡаланан “DARMAN PROJECT feat. YALKIN” исемле ди-джей килеп, ҡунаҡ­тарҙы дәртле көйҙәре менән ҡыуандырҙы.
Фестиваль йәш булыуға ҡарамаҫтан, йылдан-йыл уның ойоштороу кимәле арта бара. Быйыл рок-музыканы үҙ итеүселәрҙе сағыу тамашалар көтә ине: Ырымбур өлкәһенең Гай һәм Орск ҡалаларынан килгән байкерҙар бер стадион булып “тимер ат”тарҙа йөрөнө, кис, тирә-яҡты ут-ялҡынға күмеп, утлы шоу күрһәтте. Ә инде парашютсыларҙың Аҡъяр күген иңләүе, аҙаҡ төрлө флагтар тотоп берәм-берәм майҙанға төшөүе һәр кемдең күңелендә айырыуса бай тәьҫораттар ҡалдырғандыр. Йөҙҙән ашыу кешенең флешмобта ҡатна­шыуы байрамға тағы ла йәнлелек, дәрт­лелек өҫтәне.
Билдәле булыуынса, республикала Мәҙә­ниәт йылы айҡанлы ауыл биләмәһендә урынлашҡан иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учреждениелары һәм уларҙың хеҙмәткәр­ҙәре араһында конкурс ойошторолдо. Фестивалдә уның һөҙөмтәләре буйынса район кимәлендә еңеүселәргә 100 мең һум (учреждениеларға) һәм 50 мең һум (хеҙмәт­кәрҙәргә) күләмендә Башҡортостан Президенты гранттары тапшырылды.
Ҡылғанлы киң далаларҙы иңләп осто моң-йырҙарӘйткәндәй, былтыр район мәҙәниәт йорто “Мәҙәниәт өлкәһендә инновациялар. Проекттан алып уны тормошҡа ашырыуға тиклем” республика конкурсында ҡатнашып, “Бөйөк дала” асыҡ республика башҡорт рок-фестивале нигеҙендә республикалағы мил­ли рок хәрәкәтенең иң яҡшы тради­ция- ­ларын үҫтереү” проекты менән I дәрәжә дипломант булды. Ә киләһе йылға фестивалде Башҡортостан Президенты грантына әҙерләйҙәр. Был хаҡта “Ҡурай” телеканалы менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, киләсәктә сараны халыҡ-ара кимәлгә сығарыу планлаштырыла. Хәйер, бының өсөн райондың ижади һәм рухи көсө лә, мөмкинлектәре лә бар. Сара ҡунағы Азамат Юлдашбаев та был хаҡта: “Самалап ҡарағанда, бер фести­валдә лә ул тиклем аҡса түгелмәй. Күҙ ҡыҙып ҡайттыҡ. Әммә эш аҡсала түгелдер. Район хакимиәтендәге мәҙәниәт бүлеге хеҙ­мәткәрҙәренең сәғәт шикелле эшләүен күреп һоҡландыҡ”, – тигән фекерен белдерҙе.
Фестиваль хаҡында төрлө фекерҙәр әйтелде. Уларҙың булыуы ҡыуандыра. Тимәк, халыҡ битараф түгел, ҡыҙыҡһына, үҙ ҡарашын белдерә. Юғарыраҡ менгән һайын елдәр ҙә әсерәк була, ти. Ҡасандыр Юлай Асҡаровтың башланғысы менән “Рух” төркөмөнә 20 йыл тулыу айҡанлы ойош­торол­ған сара бөгөн республика кимәленә үҫеп етеп, рок-төркөмдәрҙе бер майҙанға туплаған берҙән-бер оло фестиваль булып тора. Был йүнәлештә эшләгән ижади кол­лек­тивтарға ярҙам күрһәтеү, уларҙы берләш­тереү, йәштәрҙең ялын ойоштороу, эстетик тәрбиә биреү ниәте менән ойошторолған сара үҙ маҡсатына өлгәште, тип ышаныслы әйтергә була. Йөрәк түренән сығып, оло сәхнәнән яңғыраған йырҙарҙы тыңлағанда күңел елкенеп ҡуя: йәш ижадсылар матур, уйландырғыс темалар күтәрә. Тимәк, улар тормош ағымы менән генә бармай, халыҡ аңында ҡалыплашып киткән ҡанундар менән генә сикләнмәй, үҙҙәренең матур, ирекле, әхлаҡи тормошон булды­рыуға дәғүәһен, хоҡуғын белдерә. Барлыҡ сәйәси нормалар юҡ ителгән хәлдә лә, үҙаллы фекер йөрөтөү, үҙ идеяларың менән яныу хоҡуғын берәү ҙә бөтөрә алмаясаҡ. Ошондай сараларҙа ҡат­нашҡан йәш музыканттар йәмғиәт һулышын тойоп, артабанғы юлды ла тоҫмалларға һәләтле, буғай…

Ринат РАМАҘАНОВ, фестивалдә ҡатнашыусы, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө етәксеһе:
Ҡылғанлы киң далаларҙы иңләп осто моң-йырҙар– Ошондай ижад байрамдарының булыуы бик тә ҡыуа­ныслы. Бында нисә йыл килергә ниәт итәбеҙ, әммә йә сит илгә сығырға, йә башҡа төрлө сарала ҡатнашырға тура килә. Быйыл, ниһайәт, рок хәрәкәте инеш алған ергә килергә мөмкинлек тыуҙы. Фестиваль райондың үҙенсәлекле бренды булып китер, тип ышанам. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҡурай моңоноң, боронғо йырҙарҙың, ҡобайырҙарҙың тәрән мәғә­нә­һен аңлап, тойоп, уларҙы башҡарған. Йыр йырлауҙың, ҡурайҙа һыҙҙырыуҙың төп мәғәнәһе күңел асыуҙа, йырлап-бейеүҙә генә түгел, ә моң аша кеше күңеленә икенсе төрлө мәғлүмәт килә. Халҡыбыҙҙың йәшәү дәрте, рухы, ҡеүәте, иманы, берҙәмлеге мәҙәниәтебеҙҙә ята. Бындай сараларҙа ҡатнашыусыларҙың төп бурысы шунда: халыҡ күпләп йыйылған ерҙә, бер-беребеҙгә бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, тик моң аша ғына тамашасыға, яңы ижад итә башлаған төркөмдәргә ошо мәғлүмәтте еткереү, аңлатыу. Ошондай фестивалдәр аша халҡыбыҙға ҡот, иман, берҙәмлек ҡайт­һын, йәшәү дәрте артһын!
Дмитрий ЛИСОВСКИЙ, “ЛИС” байкерҙар хәрәкәте ағзаһы, Гай ҡалаһы:
– Фестивалдә икенсе тапҡыр ҡатнашабыҙ. Бик йылы ҡаршы алдылар: килеп төшкәс тә, тирмәгә индереп сәй эсерҙеләр, ашаттылар. Бындай саралар төрлө төбәктәр­ҙән килгән йәштәрҙе берләштереүгә, улар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә. Былтыр үҙебеҙҙең ҡалала ла ошондайыраҡ сара үткәрҙек, халыҡҡа бик оҡшаны.
Роза РӘСЕМБӘТОВА, Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе:
– Был сара башҡорт рок-музыкаһы инеш алған ерҙә үтә. Матур идеяны урындағы властарҙың хуплауы ла – яҡшы күренеш. Республика кимәлендәге фестивалде тейешлесә итеп үткәреү өсөн бик күп көс, ойоштора белеү һәләте, матди сығым талап ителә. Ысынлап та, районда рок яратыусылар күп. Был турала районда бер нисә төркөмдөң эшләп килеүе һөйләй (улар араһында хатта үҫмерҙәрҙән торғаны ла бар). “Бөйөк дала” яңы йолаларға юл аса. Беҙ шуны үҫтерергә бурыслы. Киләсәктә уның кимәле тағы ла үҫер һәм халыҡ-ара статусҡа эйә булыр, тип ышанабыҙ.
Нурлан КАЖИЕВ, фестивалдә ҡатнашыусы, Ҡаҙағ­стан Республикаһы:
– Бындай ҙур фестиваль әҙерләгән, унда беҙҙе лә саҡырған өсөн ойоштороусыларға рәхмәт! “Бөйөк дала”ла икенсе йыл ҡатнашабыҙ. Быйыл ул юғарыраҡ кимәлдә үтте, программаһы төрлө тамашалар менән байытылды. Ғөмүмән, милләт-ара татыулыҡты нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн әлеге кеүек саралар үткәреү бик мөһим.
Ғибәт АЛЛАБИРҘИН, байрам ҡунағы, Аҡъяр ауылы:
– 83 йәштә булһам да, ҡартайырға бер ҙә ваҡыт юҡ. Бына әле күршем менән концерт ҡарарға, йәштәрҙе күрергә, сит яҡтан килгән йырсылар менән танышырға килдем. Кеше араһына сығып, үҙеңде һаман да йәш, дәртле итеп тояһың.


Вернуться назад