Башҡалар ҙа түләй ала26.09.2014
Әле миңә 49 йәш. Хеҙмәт кенәгәмдә кейәүгә сыҡҡанға тиклем эшләгән туғыҙ йыл ғына стаж яҙылған, сөнки ғүмерем буйы хужабикә булдым. Хәҙер Пенсия фондына аҡса күсерә башлаһам, киләсәктә үҙемә дәүләттән хеҙмәт пенсияһын юллай аламмы? Әгәр был мөмкин икән, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Гөлназ.
Өфө ҡалаһы.
Сит илдә контракт буйынса эшләгән Рәсәй граждандары ғына Рәсәйҙең Пенсия фондына аҡса түләү хоҡуғына эйә. Є хужабикәләр өсөн уларҙың эшләүсе туғандары йәки ире генә үҙ ирке менән түләй ала. Был хаҡта «Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ пенсия страховкалауы тураһында»ғы 167-се Федераль закондың 29-сы статьяһында әйтелә.
Ћеҙҙең өсөн аҡса түләргә теләгән ирегеҙ йәки туғанығыҙ Рәсәй Пенсия фондының урындағы идаралығына иҫәпкә торорға тейеш. Бының өсөн уға ғариза яҙырға һәм һеҙҙең, үҙенең паспортын, ИНН-ын, мотлаҡ пенсия страховкаһы таныҡлығын, хеҙмәт кенәгәһен алып килергә кәрәк. Аҡсаны ай йәки квартал һайын, хатта тотош йыл өсөн түләргә мөмкин.
Аҡса тотоп ҡалынамы?
Ҡайһы осраҡта пенсиянан аҡса тотоп ҡалыуҙары ихтимал?
Д. Дәминдәрова.
Тәтешле районы.
Илебеҙҙәге ҡануниәткә ярашлы, Рәсәй Пенсия фондының урындағы бүлексәләрендә пенсияның бер өлөшөн тотоп ҡалыуҙары ихтимал.
2001 йылдың 17 декабрендә ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһында хеҙмәт пенсиялары тураһында”ғы 173-сө Федераль законға ярашлы, башҡарыу документтары, пенсия менән тәьмин ителеште бойомға ашырыусы органдың хаҡлы ялдағы кешегә кәрәкленән күберәк сумманы түләүе кеүек хеҙмәт пенсияһы күләменең үҙгәреүенә килтереүсе хәлдәр менән бәйле йәки уны түләү бөтөнләй туҡтатылған осраҡта ошондай сара ҡулланылыуы мөмкин. Суд пенсионерҙың артыҡ йәки нигеҙһеҙ аҡса алыуын асыҡлаһа, түләүҙәрҙе кәметеү тураһында ҡарар сығара ала.
Пенсионерҙан башҡарыу документтарына ярашлы аҡса тотоп ҡалынғанда – пенсияның 50 проценты һаҡланырға, ә пенсия тәьмин итеүсе органдар тарафынан алынған аҡсаның күләме 20 проценттан артмаҫҡа тейеш.