Йәлләһәң, йәлләмә26.09.2014
Йәлләһәң, йәлләмә
Ҡартлыҡ ғәләмәт ҡыҙыҡ икән ул. Үҙең ҡыл да ҡыбырҙата алмаһаң да, күңелеңдә йығылмай ҡалған ағастарҙы йығып, үтелмәгән юлдарҙы үтеп, донъяны теүәлләйһең. Был хаҡта элек уҡып, ишетеп белһәм дә, иғтибарҙы ныҡ бүлмәй торғайным.


Ә хәҙер, ғүмеремдең туҡһа­нынсы тупһаһына баҫҡас (бы­йыл миңә 82 йәш тулды), халыҡ араһында ҡайнарлыҡ элекке кеүек хәл ҡалмағас, исмаһам, йәштәрҙең ҡолағына бер аҙ кәңәш төшөрәйем ти­гәйнем. Һуңғы ваҡытта эшһеҙ­леккә, әзмәүерҙәй егеттәрҙең ата-әсәһенең елкәһен кимереп ятыуына, хәмер ҡолона әйләнеүенә йөрәгем әрнеп, хатта матбуғатҡа оран һалғым килеп китте.
Мин тыуғанда әсәйемә — 45, атайыма 54 йәш булған. Бәлки, шуға күрәлер атайым мине һәр ваҡыт үҙенең янынан ҡалдырмай алып йөрөнө, һәр эште аңлата торғайны. Мәҫәлән, атты нисек егергә, туғарырға, нисек дилбегәне тоторға, сыбыртҡыны нисек һелтәргә кәрәклегенә тиклем күрһәтә ине. Йәки урманға утынға барһаҡ: “Һәр ағасты йығыу өсөн иң тәүҙә уның ҡайһы яҡҡа ауыш икәнлеген асыҡ­лап, аяҡты киреберәк баҫып, тәүҙә — “эйәге” аҫтынан, унан аяҡты саҡ ҡына шыуҙырып баҫып, шул уҡ тәңгәлдә һул яҡтан һелтәп, “елкәһенән” тумырыу яҡшы. Ә ауа башлаһа, ҡырғараҡ ҡасырға кәрәк. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, — тип әйтә ине. Ат егеү, бесән сабыу, мал ҡарау, хатта кәрәк урында “артты” ҡыҫа белеү ҙә — үҙенә күрә бер һөнәр.
Уның һүҙҙәрен тотоп, Аллаға шөкөр, төрлө эштәрҙе кешенән кәм башҡар­маным. Маҡтаныу түгел: ҡулдарым тейгән өйҙәр, матур итеп семәрләнгән ҡапҡа һәм тәҙрә ҡапҡастары, шыма итеп һылап эш­ләнгән мейестәр, биҙәкле баҡса тек­мә­лә­ре бер Оҙонгүлгә генә түгел, яҡын-тирәләге ауылдарға ла йәм өҫтәп ултыра. Ул ғына түгел, кәрәк булғас, “сыҡҡан” быуындарҙы төшөрөү, үгеҙ, тәкә бестереү кеүек шө­ғөлдәрҙе үҙләштерҙем.
Бына шуның өсөндөр, бәлки, 39 йыл буйы башланғыс мәктәптә балаларға бе­лем биргәнгәлер, миңә үҙ исемем менән әйтмәйҙәр, “ағай” тип өндәшәләр. Үпкә­лә­мәйем, киреһенсә, ғорурла­нам ғына. Был һөҙөмтәләргә өлгәшеүем өсөн атай-­әсәйемә мең рәхмәтлемен.
Ана шулай, балаңды йәл­лә­һәң, йәлләмә. Ҡайһы берәү егермене үткән улынан бесән дә саптырмай. “Әле йәш, өй­рәнер ҙә сабыр әле”, тип арба аҫтында йоҡлатып ҡуйһаң, балаңдан “Ат туғарып егә бел­мәй, ҡыҙҙар һайлаған була” тип көлөрҙәр.
Шуға атайым кеүек мин дә: “Балаңды йәлләһәң, йәллә­мә”, — тигән кәңәш бирәм. Үҙемә килгәндә, дүрт ҡыҙым һәм өс улым да – эш кеше­лә­ре, тик торғандарҙан түгел­дәр. Улар үҙҙәре лә, 22 ейән-ейән­сәремә һәм 7 бүлә-бүләсә­ремә “нисек баҫманан үтергә” кәрәклеген өй­рәтеп, “йәллә­мәй йәлләп” йә­шәйҙәр. Ә мин, “полководец” булараҡ, уларға “фарман” ғына биреп, һөҙөмтәләренә шөкөр итеп тик ултырам, әбейем менән сөкөрлә­шеүҙән бушамайым хәҙер.


Вернуться назад