Һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы ул. Йылы һүҙен бер ҡасан да йәлләмәй: олоно — оло, кесене кесе итеп хөрмәтләй белә. Шуға ҡасандыр хеҙмәт юлын Балтас районының Иванай ауылында һатыусы булып башлаған Вәзирә Саҙретдинова район үҙәгендәге универмаг мөдире вазифаһына тиклем үрләй.
Вәзирә Фаҡай ҡыҙы — Балтас районының Шишмә ауылынан. Уның уңғанлығына, бөтмөрлөгөнә таң ҡалырлыҡ. Тырыш хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған, күп тапҡыр район Советы депутаты итеп һайланған.
Тормош иптәше Данис — ҡатынының ныҡлы терәге. Әле хаҡлы ялда булһалар ҙа, баҡса тултырып йәшелсә, еләк-емеш ултырталар, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Ихаталары тулы сәскә, донъялары төҙөк.
Вәзирә Фаҡай ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас, дин юлына баҫҡан, һәр йома үҙәк мәсеткә йәмәғәт намаҙына барырға ваҡыт таба. Өҫтәүенә ул — “Илаһиҙар” ансамбленең алыштырғыһыҙ ағзаһы. Уның бәлештәре, тәмлекәстәре — донъялағы иң татлы һый. Улдары — сауҙа селтәрендә эшләүсе Азамат та, янғын һүндереүсе Азат та — әсәһен һағынып йыш ҡайта. Ейәнсәрҙәре Эльвина, Лилиана менән ейәне Динар — бәхетле өләсәйҙең ярҙамсыһы ла, ғорурлығы ла.
Ғаилә ҡото ҡатындың аҡылына, уңғанлығына һәм бөтмөрлөгөнә бәйле. Эше тынғыһыҙ, тауар юллап туҡтауһыҙ сәфәргә сығыуға бәйле булһа ла, Вәзирә Фаҡай ҡыҙы ғаиләһен ҡарарға ла, балаларына матур тәрбиә бирергә лә ваҡыт таба. Оло ҡәйнәһен яҡшы тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатты. Был ҡатынға ҡарайһың да, ошондай гүзәл заттар күберәк булһа ине, тип уйлайһың.